Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы

Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы (1813 йыл — яҡынса 1883 йыл) — кантон начальнигы, подполковник (1886). Хиуа походында ҡатнашыусы (1839—1840). Ахун[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1813 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Түбәнге Себенле ауылында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы) тыуған. Фарсы, ғәрәп телдәрен яҡшы белгән[1]. Түбәнге Себенле ауылында һәм Сәйет слободаһында (хәҙер Ырымбур өлкәһе Татар Ҡарғалы ауылы) мулла булып хеҙмәт итә.

1830 йылдан — хәрби хеҙмәттә. 1839 йылдан — урядник, 1840 йылдың ғинуарынан — зауряд-хорунжий. Шул уҡ йылдың октябренән — хорунжий, 1844 йылдан — сотник, 1846 йылдан — есаул, 1853 йылдан — ғәскәри старшина. 1841 йылдан — кантон начальнигы ярҙамсыһы, шул уҡ йылдың май айында Башҡорт уҡытыу полкына ебәрелә, 1842—1850 йылдарҙа һәм 1852 йылдан — 10-сы башҡорт кантоны начальнигы, 1854 йылдан — 10-сы кантондың 1-се отделениеһы начальнигы, 1856—1862 йылдарҙа — 1-се Башҡорт кантоны начальнигы[1].

1848 йылда Иманғол ауылына күскән[2].

1851 йылдың майында Ырымбур линияһының Арал нығытмаһына аҙыҡ-түлек еткереү өсөн отряд составында була, 1851—1852 йылдарҙа Башҡорт-мишәр ғәскәренең йылҡы заводы идарасыһы.

1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашҡан өсөн В. А. Перовскийҙан аҡсалата 95 көмөш һум бүләккә ала. Александр II коронацияһында башҡорт делегацияһы составында Мәскәүҙә була һәм «айырыуса тырыш хеҙмәте өсөн» «Ғәли йәнәптәренең коронацияһы иҫтәлегенә» алтын миҙал менән бүләкләнә[1].

Дәүләтшин Абдулла исеме менән «Абдулла ахун» башҡорт халыҡ йыры тарихы бәйле.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Улы Мөхәмәтвәли (1832 – 1859 йылдан һуң) — сотник, Башҡорт ғәскәре командующийының адъютанты булып хеҙмәт иткән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, башкирская энциклопедия, 2013. 150 бит
  2. История башкирских родов. Кыпчак. Том 34. Ч. 2 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, М. Г. Акиров. – Уфа: НОЦ «История башкирского народа» ИИГУ БашГУ; Китап, 2019. – 736 с. — С.201. ISBN 978-5-295-07219-2
  3. Имангулово 1-е // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, Башкирская энциклопедия, 2013. 150 бит.

Дәүләтшин Абдулла Дәүләтша улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2022)