Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин
Эшмәкәрлек төрө:

башҡорт телсеһе

Тыуған көнө:

24 сентябрь 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы Пугачёв өйәҙе[1] Ташбулат-Күстән ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

7 декабрь 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (45 йәш)

Вафат булған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө ҡалаһы

Балалары:

Дәүләтшин Хәмзә Ғәббәс улы

Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы (24 сентябрь 1892 йыл7 декабрь 1937 йыл) — башҡорт телсеһе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. 1929—1937 йылдарҙа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәббәс Йәғәфәр улы Дәүләтшин Һамар губернаһы Пугачев өйәҙенең[1] Ташбулат-Күстән ауылында тыуған. Хәҙерге башҡорт тел белеменә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башланғыс белемде мәҙрәсәлә ала. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

1918—1919 йылдарҙа Ташбулат-Күстән ауыл советында, ә 1919 йылдан Һамар һәм Ырымбур губерналарында халыҡ мәғарифы бүлектәрендә мөдир һәм инспектор булын эшләй.

Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссариаты саҡырыуы буйынса 1924 йылдан Өфөләге В. И. Ленин исемендәге урта мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.

1929—1931 йылдарҙа Ленинградта Көнсығыш телдәре институтында уҡый. Унда гәрәп теле, төрки телдәрҙең сағыштырма грамматикаһы, төрки халыҡтары телдәренең тарихи үҫеше, фольклоры, эксперименталь фонетикаһы кеүек проблемаларҙы һәм фәндәрҙе өйрәнә.

1931 йылдан К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында башҡорт теле кафедраһы мөдире булып эшләй башлай. 1920—30-сы йылдарҙа башҡорт теленең диалекттары, орфографияһы буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра, башҡорт мәктәптәре, техникумдары, рабфактары өсөн дәреслектәр төҙөй. 1930 йылда Ғ. Й. Дәүләтшин «Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге»н баҫтыра, унда 11 мең һүҙ индерелгән. Юғары уҡыу йорттары өсөн «Башҡорт теле» дәреслеге, артабан «Башҡорт теленең синтаксисы» кеүек китаптар ижад иткән.

Ғәббәс Дәүләтшин — башҡорт тел белеме фәненә нигеҙ һалыуға, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхес.

1929 йылдан Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ағзаһы була. 1937 йылда репрессиялана, атыуға хөкөм ителә. 1956 йылда тулыһынса аҡлана.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Дәүләтшин Ғәббәс Йәғәфәр улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.