Эстәлеккә күсергә

Дәүләт-ара стандарт

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт-ара стандарт
Рәсми сайт gost.ru
Орган по стандартизации Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы
 Дәүләт-ара стандарт Викимилектә
«ГОСТ 16371—93 Мебель. Дөйөм техник шарттар» халыҡ-ара стандартының тышлығы

Дәүләт-ара стандарт (рус. Межгосударственный стандарт, ГОСТ) — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Дәүләт-ара стандартлаштырыу, метрология һәм сертификатлау советы тарафынан ҡабул ителгән төбәк стандарты [1]. Евразия иҡтисади берлеге территорияһында дәүләт-ара стандарттар ирекле ҡулланыла[2].

1992 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе ағзаһы булған илдәр килешеү төҙөй, был килешеүгә ярашлы, СССР-ҙың ҡулланыуҙа булған «ГОСТ» стандарттары, яңы индерелеүсе дәүләт-ара стандарттарға ла «ГОСТ» аббревиатураһын биреп, ғәмәлдә тип таныла[3].

Евразия иҡтисади берлегенең техник регламенттары талаптарын үтәү һәм Берлектең техник регламенттары талаптарына ярашлылығын баһалау өсөн ирекле нигеҙҙә дәүләт-ара һәм халыҡ-ара стандарттар ҡулланыла. Улар булмаһа, дәүләт-ара стандарттар ҡабул ителгәнсе Берлек ағзаһы булған илдәрҙең милли стандарттары ҡулланыла ала[4].

Һәр техник регламент өсөн Евразия иҡтисади комиссияһы стандарттарҙың ике исемлеген раҫлай. Бер исемлек техник регламент талаптарын үтәү өсөн кәрәк, икенсеһенә продукцияны һынау ҡағиҙәләре һәм ысулдары индерелә. Беренсе исемлектәге стандарттарҙы ирекле нигеҙҙә ҡулланыу Берлектең техник регламенттарын күҙәтеү өсөн етерлек шарт булып тора. 2016 йылдың июленә ЕАЭС-тың 33 техник регламентына стандарттар исемлеге раҫлана. Уларға &&&&&&&&&&011600.&&&&&011 600 -дән ашыу сандарт индерелгән, уларҙың &&&&&&&&&&&03100.&&&&&03100  самаһы — ИСО, МЭК һәм ЕЭК халыҡ-ара стандарттары нигеҙендә (26,4 %) һәм &&&&&&&&&&&&0865.&&&&&0865  Европа аналогтары (7,4 %) буйынса эшләнгән[5].

Рәсәйҙә стандартлаштырыуҙы ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй территорияһында башҡарма властың стандартлаштырыу өлкәһендәге федераль органы дәүләт-ара стандарттарҙы индерә, дәүләт-ара стандарттарҙың ғәмәлдә булыуын туҡтата һәм халыҡ-ара стандарттарҙың ғәмәлдә булыуын ваҡытлыса туҡтатып тора[6]. Техник көйләү маҡсаттарында ҡуланыу «Техник көйләү тураһында»ғы Законға ярашлы башҡарыла[7].

ОСТ 4498 «Төҙөлөш проектлауы өсөн берҙәм нормалар. Административ ҡоролмалар. Административ биналар» (1931 йыл)
Аҡ диңгеҙ сельде мискәһе. 1988 йылда етештерелгән, тышында 1084-55 һәм 8777-80 ГОСТ-тары күрһәтелгән

1925 йылда СССР Хеҙмәт һәм Оборона Советы эргәһендә Стандартлаштырыу буйынса комитет ойошторола. Комитетҡа мотлаҡ үтәлергә тейешле һәм үтәүгә тәҡдим ителгән стандарттарҙы раҫлау һәм нәшер итеү йөкмәтелә[8]. Комитет 1926 йылдың 7 майында ОСТ 1 «Бойҙай. Бойҙайҙың селектив сорттары. Номенклатура» дөйөм союз ирекле ҡулланыу стандартын раҫлай.[9] 1929 йылдың 23 ноябрендә мотлаҡ стандарттарҙы үтәмәгән өсөн енәйәт яуапылығы индерергә тәҡдим ителә[10].

1931 йылда тәҡдим ителгән дөйөм союз стандарты сифатында раҫланған ОСТ 1042 «Тайпылыштар сиктәре һәм беркетеп ултыртыуҙар. Тишек системаһы. 2-се аныҡлыҡ класы. Эҫеләй беркетеп ултыртыу» әле лә ғәмлдә[11][12]. Шулай уҡ ОСТ 1043, ОСТ 1044, ОСТ 1069, ОСТ 1142, ОСТ 1143[13], ОСТ 1214 һәм ОСТ 1216 стандарттары ла ҡулланылышта ҡала килә[14].

СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йыл 10 июль Указы менән сәнәғәт предприятиеларының директорҙары, баш инженерҙары һәм техник контроль бүлеге начальниктары өсөн мотлаҡ стандарттарҙы боҙоп сығарылған продукция өсөн 5-тән 8 йылға тиклем төрмәгә ултыртыу рәүешендә яуаплылыҡ индерелә[15].

1940 йылда дөйөм союз стандарттарын раҫлау, наркоматтарҙан алынып, Бөтә Союз стандартлаштырыу комитетына тапшырыла[16]. Икенсе биш йыллыҡ башынан 1941 йылға тиклем 8600 ГОСТ эшләнә һәм раҫлана [сығанаҡ 3125  көн күрһәтелмәгән].

1962 йылда Иҡтисади үҙ-ара ярҙам берлегенең (СЭВ) Стандартлаштырыу буйынса даими комиссияһы һәм СЭВ Стандартлаштырыу институты ойошторола, улар СЭВ-та стандартлаштырыу менән шөғөлләнә [сығанаҡ 3125  көн күрһәтелмәгән].

1984 йылда стандарттар талаптарына яуап бирмәгән продукция етештергән йә поставкалаған (һатҡан) өсөн административ яуаплылыҡ билдәләнә[17].

«Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында» 1991 йылғы СССР Законы түбәндәгеләрҙе дәүләт стандарттарына индерә: ССР Союзының дәүләт стандарты, республика стандарты, төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре, дәүләт фармакопеяһы һәм дарыу сараларына ваҡытлы фармакопея статьялары [18]. СССР ГОСТ-тарҙы раҫлайҙар:

  • СССР Стандарттар буйынса дәүләт комитеты;
  • СССР Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты;
  • СССР Министрҙар Советы — халыҡ хужалығы өсөн айырыуса мөһим әһәмиәткә эйә булғандарын (мәҫәлән: ГОСТ 7173-54 «Сәнәғәт транспорты юлдары өсөн Р43 тибындағы тимер юл рельстары. Конструкцияһы һәм үлсәмдәре» СССР Министрҙар Советының 1954 йыл 25 август ҡарары менән раҫланған)[19]:Гл.5§8.

СССР Совнаркомы ҡабул иткән Дәүләт дөйөм союз стандарттары СССР Министрҙар Советы ҡарары менән ғәмәлдән сығарыла[20].

Дәүләт-ара стандарттар сифатында халыҡ-ара стандарттар ҡабул ителә ала. Уларҙың ярашлылыҡ кимәлен түбәндәге шартлы тамғалар менән билдәләйҙәр [21]:

  • IDT — бер иш дәүләт-ара стандарттар өсөн;
  • MOD — модификациялы дәүләт-ара стандарттар өсөн;
  • NEQ — эквивалентһыҙ дәүләт-ара стандарттар өсөн.

«ОСТ» аббревиатураһы:

  • 1925 йылдан — «дөйөм союз стандарты»н;
  • 1968 йылдан — «тармаҡ стандарты»н аңлата.

«ГОСТ» аббревиатураһы:

  • 1940 йылдан — «дәүләт дөйөм союз стандарты»н;
  • 1968 йылдан — «ССР Союзының дәүләт стандартын»;
  • 1992 йылдан — «дәүләт-ара стандарт»ты аңлата.

Стандарттарҙың классификацияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«СССР дәүләт стандарттары классификаторы» стандарттарҙың классификаторы булып тора[22], «Дәүләт стандарттары классификаторы» (рус. «Классификатор государственных стандартов», КГС) тигән атама аҫтында ул әле лә ҡулланыла. Классификатор иерархиялы, ул өс кимәлле (ҡайһы берҙәре — дүрт) хәрефле-һанлы кодтар системаһына эйә. Беренсе кимәле (киҫәк) — рус алфавитының 19 баш хәрефенән, икенсе (класс) һәм өсөнсө (төркөм) кимәлдәр һандарҙан тора. Дүртенсе кимәл (аҫтөркөм) нөктәнән һуң өҫтәлә ала. Ҡулланыуҙағы стандарттарҙың күпселеге КГС билдәһенә эйә.

КГС классификаторының тәүге ике кимәле:

  • А Тау эше. Файҙалы ҡаҙылмалар
    • А0 Тау эше буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • А1 Углеродлы ҡаҙылмалар
    • А2 Углеводородлы ҡаҙылмалар
    • А3 Металлы ҡаҙылмалар (мәғдәндәр)
    • А4 Тәбиғи төҙөлөш материалдары һәм таштар
    • А5 Башҡа металл булмаған ҡаҙылмалар
  • Б Нефть продукттары
    • Б0 Нефть эшкәртеү сәнәғәте буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Б1 Шыйыҡ һәм газ хәлендәге яғыулыҡ
    • Б2 Майлағыс майҙар
    • Б3 Үҙле майлағыстар
    • Б4 Сәнәғәт һәм көнкүреш ҡулланыуындағы нефть продукттары
    • Б9 Яғыулыҡтарға, майҙарға һәм майлағыстарға компоненттар һәм присадкалар
  • В Металдар һәм металли изделиелар
    • В0 Металлургия буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • В1 Шихта ҡара металдары һәм шлактар
    • В2 Ҡәҙимге сифатлы углеродлы ҡорос (ябай прокат)
    • В3 Сифатлы һәм юғары сифатлы ҡорос (сифатлы прокат)
    • В4 Тимер юл транспорты өсөн ҡара металл изделиелары
    • В5 Төҫлө металдар һәм уларҙың иретмәләре. Төҫлө металдарҙан прокат
    • В6 Металл торбалар һәм торба изделиелары
    • В7 Сым һәм сым изделиелары
    • В8 Төрлө металдарҙан ҡойолған ҡойолмалар
  • Г Машиналар, ҡорамал һәм инструмент
    • Г0 Машиналар эшләү буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Г1 Машиналарҙың дөйөм деталдәре һәм узелдары
    • Г2 Сәнәғәт инструменты һәм ҡулайламалар
    • Г3 Дөйөм машиналар эшләүҙә ҡулланыу өсөн нығытыу изделиелары
    • Г4 Ауыр индустрия өсөн машиналар һәм ҡорамалдар
    • Г5 Урман, целлюлоза-ҡағыҙ һәм полиграфия сәнәғәте өсөн машиналар һәм ҡорамалдар
    • Г6 Еңел сәнәғәт өсөн машиналар һәм ҡорамалдар
    • Г7 Аҙыҡ-түлек сәнәғәте һәм сауҙа өсөн машиналар һәм ҡорамалдар
    • Г8 Универсаль ҡулланыу өсөн машиналар һәм ҡорамалдар
    • Г9 Ауыл хужалығы машиналары һәм ауыл хужалығы инвентары
  • Д Транспорт саралары һәм тара
    • Д0 Транспорт һәм тара буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Д1 Авиация
    • Д2 Автомобилдәр, тракторҙар һәм тягачтар
    • Д3 Мотоциклдар һәм велосипедтар
    • Д4 Суднолар төҙөү (һыу транспорты)
    • Д5 Тимер юл транспорты
    • Д6 Егеүле арба-саналар
    • Д7 Ағас, ҡағыҙ, ҡатырға тара
    • Д8 Металл тара
    • Д9 Быяла, туҡылған тара һәм ярҙамсы материалдар
  • Е Энергетика һәм электротехника ҡорамалдары
    • Е0 Электротехника һәм йылылыҡ техникаһы буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Е1 Электр станциялары, подстанциялар һәм бүлеү ҡулайламалары
    • Е2 Пар көсө ҡорамалы
    • Е3 Электротехник материалдар һәм изоляторҙар
    • Е4 Электр кабелдәре, үткәргес сымдар һәм шнурҙар
    • Е5 Аккумуляторҙар, элементтар һәм конденсаторҙар
    • Е6 Электр машиналары, трансформаторҙар һәм үҙгәрткестәр
    • Е7 Электр аппараттары һәм арматура
    • Е8 Яҡтылыҡ техникаһы һәм рентген техникаһы
  • Ж Төҙөлөш һәмтөҙөлөш материалдары
    • Ж0 Төҙөлөш һәм төҙөлөш материалдары буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Ж1 Төҙөлөш материалдары
    • Ж2 Биналарҙың санитар, инженер һәм янғынға ҡаршы ҡорамалдары
    • Ж3 Төҙөлөш конструкциялары һәм деталдәре
    • Ж4 Граждан биналары һәм ҡоролмалары
    • Ж5 Сәнәғәт биналары һәм ҡоролмалары
    • Ж6 Ауыл хужалығы биналары һәм ҡоролмалары
    • Ж7 Гидротехник ҡоролмалар
    • Ж8 Юл, күпер һәм тимер юл төҙөлөшө
  • И Силикат-керамика һәм углеродлы материалдар һәм изделиелар
    • И0 Силикат-керамика сәнәғәт буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • И1 Быяла, фарфор һәм керамика изделиелары
    • И2 Утҡа ҡаршы тороусылар һәм утҡа ҡаршы тороусан изделиелар
    • И3 Углерод материалдар һәм изделиелар
  • К Ағас материалдары. Ағас изделиелар. Целлюлоза. Ҡағыҙ. Ҡатырға
    • К0 Урман һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • К1 Ағас материалдары
    • К2 Бысылған материалдар һәм ағас изделиелар
    • К5 Целлюлоза һәм ҡағыҙ сәнәғәте өсөн ярымфабрикаттар
    • К6 Ҡағыҙ һәм ҡағыҙ изделиелар (канцелярҙан башҡа)
    • К7 Ҡатырға һәм фибра
  • Л Химик продукттар һәм резина-асбест изделиелар
    • Л0 Химия сәнәғәте буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Л1 Органик булмаған химия продукттары
    • Л2 Органик химия продукттары
    • Л3 Кокс химияһы продукттары
    • Л4 Ағас химияһы продукттары
    • Л5 Реактивтар һәм айырыуса таҙа матдәләр
    • Л6 Резина һәм асбест изделиелар
    • Л7 Шартлаусан матдәләр һәм пиротехника
    • Л9 Башҡа химик продукттар
  • М Туҡылған һәм тире-күн материалдар һәм изделиелар
    • М0 Еңел сәнәғәт буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • М1 Тире-күн һәм быйма-кейеҙ баҫыу изделиелары
    • М2 Йәнлек тиреһенән изделиелар
    • М3 Тегелгән изделиелары
    • М4 Трикотаж изделиелар
    • М5 Галантерея изделиелары
    • М6 Кизе-мамыҡ изделиелар һәм берәмтекле изделиелар
    • М7 Сүс епсәләрҙән туҡымалар һәм берәмтекле изделиелар
    • М8 Йөн туҡымалар һәм берәмтекле изделиелар
    • М9 Ебәк туҡымалар һәм берәмтекле изделиелар
  • Н Аҙыҡ-түлек һәм тәм биргес продукттар
    • Н0 Аҙыҡ-түлек сәнәғәте буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Н1 Ит һәм һөт продукттары
    • Н2 Балыҡтар һәм балыҡ продукттары
    • Н3 Он-ярма продукцияһы һәм икмәк изделиелары
    • Н4 Шәкәр, кондитер изделиелары һәм крахмал-патока продукттары
    • Н5 Еләк-емеш-йәшелсә продукттары
    • Н6 Май яҙыу һәм эс майы продукттары
    • Н7 Шараптар һәм эсемлектәр
    • Н8 Тәмәке изделиелары
    • Н9 Тәм биреүсе, консервалаусы һәм йәбештергес матдәләр
  • П Үлсәү приборҙары. Автоматлаштырыу һәм хисаплау техникаһы саралары
    • П0 Приборҙар эшләү сәнәғәтенең дөйөм ҡағиҙәләре һәм нормалары
    • П1 Баҫымды, күләмде, сығымды, кимәлде, ваҡытты һәм механик дәүмәлдәрҙе үлсәү приборҙары
    • П2 Температураны үлсәү приборҙары
    • П3 Электр һәм магнит үлсәмдәрен алыу приборҙары
    • П4 Оптик һәм оптик-механик приборҙар, яҡтылыҡ һәм электрон микроскоптар
    • П5 Тура һыҙыҡ, мөйөш, профиль һәм арауыҡ үлсәмдәрен үлсәү приборҙары, инструменттары һәм ҡулайламалары
    • П6 Матдәләрҙең составын, хәлен һәм үҙенсәлектәрен билдәләү приборҙары
    • П7 Көйләү, автоматика һәм телемеханика
    • П8 Хисаплау техникаһы саралары һәм автоматлаштырылған идара итеү системалары
    • П9 Электрон үлсәү приборҙары һәм ҡулайламалары
  • Р Һаулыҡ һаҡлау. Санитария һәм гигиена предметтары
    • Р0 Һаулыҡ һаҡлау буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Р1 Аптека һәм парфюмерия-косметика тауарҙары
    • Р2 Медицина учреждениелары ҡорамалдары һәм инструменттары
    • Р3 Ветеринар саралар, инструменттар һәм ҡорамалдар
    • Р6 Дарыу-техник сеймал
  • С Ауыл һәм урман хужалығы
    • С0 Ауыл һәм урман хужалығы буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • С1 Баҫыу культуралары
    • С2 Техник культуралар
    • С3 Емеш һәм еләк культуралары
    • С4 Йәшелсә культуралары һәм сәскәләр
    • С5 Умартасылыҡ
    • С6 Ебәкселек
    • С7 Малсылыҡ
    • С8 Йәнлекселек. Һунарсылыҡ һәм балыҡ үрсетеүселек
    • С9 Урман хужалығы һәм агроурман мелиорацияһы
  • Т Дөйөм техник һәм ойоштороу-методик стандарттар
    • Т0 Дөйөм техник һәм метрологик терминдар, тамғалар һәм дәүмәлдәр
    • Т1 Математика
    • Т2 Астрономия
    • Т3 Физика һәм механика
    • Т4 Геодезия һәм картография
    • Т5 Документация системаһы
    • Т6 Классификациялау, кодлаштырыу һәм техник-иҡтисади мәғлүмәт системаһы
    • Т7 Идара итеү һәм инженер-техник хеҙмәттәрҙе механизациялау һәм автоматлаштырыу саралары (оргтехника)
    • Т8 Үлсәмдәрҙе тәьмин итеүҙең дәүләт системаһы
    • Т9 Материалдарҙы һәм изделиеларҙы коррозиянан һәм иҫкереүҙән һаҡлауҙың берҙәм системаһы
  • У Мәҙәни-көнкүреш тәғәйенләнешендәге изделиелар
    • У0 Мәҙәни-көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • У1 Һауыт-һаба-хужалыҡ тауарҙары
    • У2 Йорт кәрәк-ярағы предметтары
    • У3 Яҙа торған ҡағыҙ һәм канцелярия кәрәк-ярағы һәм китаптар
    • У4 Музыка ҡоралдары
    • У5 Театр-тамаша предприятиелары һәм мәҙәниәт учреждениелары ҡорамалдары, инвентары һәм кәрәк-ярағы. Уйынсыҡтар
    • У6 Физик культура һәм спорт предметтары (ҡорамалдар, инвентарь, кейем, аяҡ кейеме һәм кәрәк-яраҡ)
    • У7 Зоология продукцияһы (зоотауарҙар)
    • У8 Фотохимик материалдар
    • У9 Кинематография һәм фотография аппаратураһы
  • Ф Атом техникаһы
    • Ф0 Атом техникаһы буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Ф1 Ионлаштырыусы нурланыштар сығанаҡтары
    • Ф2 Ионлаштырыусы нурланыштарҙы үлсәү приборҙары һәм радиоизотоплы приборҙар
    • Ф3 Радиация техникаһы
    • Ф4 Радиациянан һаҡланыу техникаһы
    • Ф5 Атом техникаһында ҡулланылыусы материалдар
    • Ф6 Ядро ҡоролмалары һәм уларҙың состав өлөштәре
    • Ф7 Атом сәнәғәтендә ярҙамсы ҡорамалдар
  • Э Электрон техника, радиоэлектроника һәм элемтә
    • Э0 Электрон техника, радиоэлектроника һәм элемтә буйынса дөйөм ҡағиҙәләр һәм нормалар
    • Э1 Радиотехник материалдар
    • Э2 Радиоэлектрон аппаратура элементтары
    • Э3 Радиотапшырыуҙар һәм телевидение өсөн аппаратура һәм ҡорамалдар
    • Э4 Мәғлүмәт яҙҙырыу һәм уйнатыу аппаратураһы
    • Э5 Элемтә аппаратураһы һәм ҡорамалдары
    • Э6 Электрон хисаплау машиналары, ҡорамалдары һәм уларға приборҙар
    • Э7 Радиоэлектроника изделиеларын эшләү һәм сифатын контролләү өсөн технологик һәм контролләү-һынау ҡорамалдары

Реклама маҡсатында ҡулланыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ГОСТ аббревиатураһын ҡулланған бер нисә продукция маркаһы бар[23][24].

Дәүләт-ара (төбәк) стандарттары буйынса билдәләнгән ит продукцияһы атамаларына оҡшаш атамалы ит продукцияһы сығарыу тыйыла (ошо стандарттар буйынса сығарылған ит продукцияһынан тыш, мәҫәлән, «Докторская», «Любительская», «Московская», «Зернистая», «Молочная»)[25].

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Дәүләт-ара стандарт
  1. Приложение № 9 к Договору о Евразийском экономическом союзе Протокол о техническом регулировании в рамках Евразийского экономического союза, п. 2
  2. Договор о Евразийском экономическом союзе, ст. 51, п. 1
  3. Соглашение о проведении согласованной политики в области стандартизации, метрологии и сертификации от 13.03.1992
  4. Договор о Евразийском экономическом союзе, ст. 52, п. 3
  5. ЕЭК предлагает улучшить правила разработки техрегламентов и стандартов ЕАЭС
  6. О стандартизации в Российской Федерации. Статья 9
  7. О стандартизации в Российской Федерации. Статья 26
  8. Постановление Совета народных комиссаров СССР от 15.09.1925 «Положение о Комитете по стандартизации при Совете Труда и Обороны»
  9. Найдены первые отечественные документы по стандартизации 2017 йыл 4 февраль архивланған.
  10. Постановление Совета народных комиссаров СССР от 23.11.1929 «Об уголовной ответственности за выпуск недоброкачественной продукции и за несоблюдение стандартов»
  11. ОСТ 1010 Допуски большие. Классы точности 7-й, 8-й, 9-й и 10-й 2019 йыл 24 май архивланған.
  12. ОСТ 1042 Допуски и посадки. Система отверстия. 2-й класс точности. Горячая посадка
  13. Общесоюзные стандарты 2019 йыл 26 апрель архивланған.
  14. Общесоюзные стандарты 2018 йыл 27 сентябрь архивланған.
  15. Указ Президиума ВС СССР от 10 июля 1940 года "Об ответственности за выпуск недоброкачественной или некомплектной продукции и за несоблюдение обязательных стандартов предприятиями"
  16. Постановление Совета народных комиссаров СССР от 09.07.1940 № 1211 «О государственных общесоюзных стандартах и порядке их введения»
  17. Указ Президиума Верховного Совета СССР от 18.05.1984 «Об административной ответственности за нарушение правил по стандартизации и качеству продукции, выпуска в обращение и содержания средств измерений и пользования ими»
  18. Закон СССР от 22.05.1991 № 2184-1 «О защите прав потребителей»
  19. Ткаченко В. В. (ред.) Основы стандартизации —М.: Издательство стандартов, 1986
  20. Постановление Совета Министров СССР от 4 июня 1988 г. № 712 «О признании утратившими силу некоторых решений Правительства СССР по вопросам научно-технического прогресса, качества продукции и некоторым другим вопросам»
  21. ГОСТ 1.3-2014 «Дәүләт-ара стандартлаштырыу системаһы. Дәүләт-ара стандарттар. Халыҡ-ара һәм төбәк стандарттары нигеҙендә эшләү ҡағиҙәләре», 4.8-се пункт
  22. Классификатор государственных стандартов СССР. — М: Издательство стандартов, 1978. — 51 c.
  23. Чай «ГОСТ». Дата обращения: 27 май 2017. Архивировано 3 июнь 2017 года. 2017 йыл 3 июнь архивланған.
  24. Мороженое «ГОСТ»
  25. ТР ТС 034/2013 «О безопасности мяса и мясной продукции», п. 107