Эстәлеккә күсергә

Дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәр бирелгән көйөргәҙелеләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  1. Барановский Никита Иванович (1919—1998) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Ермолаево ауылы.
  2. Вахитов Шәүәли Мөхәмәт улы (1932) — Социалистик хеҙмәт Геройы, БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы, Ленин, Октябрь революцияһы һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры, Ялсыҡай ауылы.
  3. Степанов Евгений Федорович (1923) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, СССР Дәләт премияһы лауреаты, Ермолаево ауылы.
  4. Тарасов Алексей Павлович (1932) — БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Маҡтау Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән.
  5. Әбдрәшитов Раил Абдулла улы (1938) — РСФСР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Ермолаево ауылы.
  6. Дәминова Шәмсиә Закир ҡыҙы (1939) — БАССР-ҙың атҡаҙанған малсыһы, Октябрь Революцияһы, 3-сө дәрәжәләге Хеҙмәт даны ордены, «Маҡтау билдәһе» ордены кавалеры, Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының Маҡтау ҡағыҙы. Түкән (Беренсе Ферма) ауылы.
  7. Әбсәләмов Камил Ғәләметдин улы (1928) — БАССР-ҙың атҡаҙанған ауыл хужалығы механизаторы, Ленин, Октябрь революцияһы ордендары һәм «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән. Иҙәк-Ишмәт ауылы.
  8. Ғайсин Илгиз Сөләймән улы (1937) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 3-сө дәрәжәләге Хеҙмәт даны, «Маҡтау Билдәһе» ордендары, Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерәү, СССР ВДНХ-ның бронза миҙалдары менән бүләкләнгән, Абдул ауылы.
  9. Кириллов Сергей Николаевич (1934) — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, 2-се һәм 3-сө дәрәжәләге Хеҙмәт Даны ордендары менән бүләкләнгән, Керәүле-Илюшкин ауылы.
  10. Евина Валентина Ивановна (1925) — БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, «Хеҙмәт алдынғылығы өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы фиҙакәр хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт ветераны» миҙалдары менән бүләкләнәгн, Ермолаево ауылы.
  11. Шәрәфетдинов Ғүмәр Бәкир улы (1925) — Ленин ордендары, 2-се дәрәжәләге Ватан һуғышы, Хеҙмәт ҡыҙыл байраҡ ордендары, Жуков, Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерәү, «Хеҙмәт алдынғыһы» миҙалдары менән бүләкләнгән.
  12. Ишмөхәмәтов Мирхәким Мирхәйҙәр улы (1925—2007)
  13. Күлмөхәмәтова Фәниә Ғәриф ҡыҙы
  14. Мөхәмәтшин Йәҙкәр Мостафа улы

Ә. Й. Ҡотлоәхмәтов, Л. Р. Хәбибуллина, Г. Н. Басов … «Көйөргәҙе ере: Заман, ваҡиғалар, кешеләр» Ермолаево −2005 йыл. — ISBN 5-901834-25-9