Дәүләт оборона комитеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт оборона комитеты
Государственный комитет обороны (ГОКО)
Ғәмәлдә булған йылдары

30 июнь 1941 йыл — 4 сентябрь 1945 йыл

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Составында

СССР

Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр

Бөйөк Ватан һуғышы

Командирҙары
Билдәле командирҙары

И. В. Сталин

-

Дәүләт оборона комитеты (ГОКО[1], ГКО[2]) — СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ойошторолған бөтә хәрби, сәйәси һәм хужалыҡ власы тулылығына эйә ғәҙәттән тыш идара итеү органы. СССР Дәүләт оборона комитетының барлыҡҡа килеүе ыңғай әһәмиәткә эйә була: һуғыштың тәүге көндәрендә ауыр шарттарҙа ул СССР етәкселегенең илбаҫарҙарға ҡаршы көрәштә көсөн һәм тәүәккәллеген күрһәтә. Дәүләт оборона комитеты эшмәкәрлегенең төп маҡсаты — илде хәүефле дошманға ҡаршы торорға һәм еңергә һәләтле хәрби көскә әүерелдереү.

Дәүләт оборона комитеты (ГКО) ҡарарҙары бөтә граждандар, ойошма һәм власть органдары өсөн мотлаҡ булған. ВКП (б) Үҙәк Комитетының генераль секретары һәм СССР халыҡ комиссарҙары советы рәйесе вазифаларын биләгән И. В. Сталин Дәүләт оборона комитетын да етәкләй. Һуңынан Юғары Баш командование ставкаһы рәйесе (1941 йылдың 10 июленән) һәм СССР оборона халыҡ комиссариаты рәйесе (1941 йылдың 19 июленән) вазифаларын биләй.

Дәүләт оборона комитетын булдырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәйәси етәкселектең Дәүләт оборона комитетын ойоштороу тураһында ҡарары алдан ВКП(б) Үҙәк Комитеты Сәйәси бюроһының 136-сы «Оборона дәүләт комитетын ойоштороу тураһында»ғы ҡарары[3]. булараҡ рәсмиләштерелде. Дәүләт оборона комитеты 1941 йылдың 30 июнендә СССР Юғары Советы Президиумы, СССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының берлектәге ҡарары менән ойошторолған[4]. Юғары идара итеү органы булараҡ Дәүләт оборона комитетын (ГКО) ойоштороу кәрәклеге фронтта ауыр хәлдә булыу, ил менән етәкселек итеүҙе мөмкин тиклем үҙәкләштереүҙе талап итеү менән аңлатыла

Дәүләт оборона комитетын булдырыу идея 1941 йылдың 29 июнендә Кремлдә Молотов Вячеслав Михайловичта үткән кәңәшмәлә тәҡдим ителә, унда шулай уҡ Берия Лаврентий Павлович, Маленков Георгий Максимилианович, Ворошилов Климент Ефремович, Микоян Анастас Иванович һәм Вознесенский Николай Алексеевич ҡатнаша[5]. Көндөң икенсе яртыһында кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Яҡын дачаға юллана, унда ойошма ағзалары Сталин менән берлектә бурыстар билдәләнә, бүлеп бирелә[6][7][8][9][10][11][12].

Ошонда уҡ Дәүләт оборона комитетын ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә[13]. Ҡарарҙың ҡулъяҙма варианты Үҙәк башҡарма комитеттың Политбюро фондтарында һаҡланып ҡалған. Әлеге ваҡытта документ Рәсәй дәүләт социаль-педагогия институты фондтарында һаҡлана.

Дәүләт оборона комитеты функциялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт оборона комитеты һуғыш осоронда бар хәрби һәм хужалыҡ мәсьәләләренә етәкселек иткән. Дәүләт Оборона комитеты һуғыш осоронда бар хәрби һәм хужалыҡ мәсьәләләренә етәкселек иткән. Дәүләт оборона комитеты ойоштороу үҙәктә һәм урындарҙа власть органдарының ҡаушап ҡалыуын һәм ведомстволылығын еңеп сығыуҙы, дәүләт эшмәкәрлегенең бөтә мөһим мәсьәләләрен берҙәм оператив үҙәктә туплауҙы маҡсат итеп ҡуйылды. Тәүҙә Дәүләт Оборона комитеты СССР-ҙа власть тулылығына эйә булған ғәҙәттән тыш орган булараҡ ойошторолған. Уның күрһәтмәләре һәр совет, хужалыҡ, партия, комсомол һәм хәрби орган, шулай уҡ бөтә СССР граждандары өсөн мотлаҡ була. Тап Дәүләт Оборона комитеты һуғыш осоронда илдең иҡтисади үҫеш планын билдәләгән һәм көн һайын уларҙың үтәлешен контролдә тотҡан. Дәүләт Оборона комитетының теләһә ниндәй документы законлы көскә эйә була.[14]

Юғары Баш командующий Ставкаһы үҙенең башҡарма органы — Генераль штаб аша һуғыш хәрәкәттәренә етәкселек иткән.

Дәүләт оборона комитеты составы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР Юғары Советы Президиумының, СССР Халыҡ комиссарҙары советының һәм ВКП(б) Үҙәк комитетының 1941 йылдың 30 июнендәге берлектәге ҡарары менән Оборона дәүләт комитеты түбәндәге составта ойошторола:

Һуңынан Дәүләт оборона комитеты составы бер нисә тапҡыр үҙгәрә:

1941 йылдың 22 октябрендә Дәүләт оборона комитеты ҡала оборона комитеттарын (ГорКО) ойоштороу тураһында 830-сы ҡарар сығарҙы, унда «бөтә гражданлыҡ һәм хәрби власты туплау һәм фронт районының эргә-тирәләге тылында ҡаты тәртип булдырыу өсөн» ГорКО булдырылыуы билдәләнгәйне[17]. Ҡала оборона комитеттары (ГорКО) килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн граждандар һәм хәрби власть органдары эшен яраштырып көйләргә тейеш булған. Уларҙың составына совет, партия органдары вәкилдәре, Эске эштәр Хәрби Комиссариаты органдары һәм хәрби командование етәкселәре ингән. Дәүләт оборона комитеты органдары бер үк ваҡытта власть һәм идара итеүҙең конституцион органдары аша ла эшләгән. 1941 йылдың 23 октябрендә Дәүләт оборона комитеты Советы ойошторола.

Дәүләт оборона комитеты постановлениеһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт оборона комитетының тәүге ҡарары («Красное Сормово» заводында Т-34 урта танктар етештереүҙе ойоштороу тураһында) — 1941 йылдың 1 июледә, һуңғыһы («СССР Дәүләт оборона комитетында һәм Хәрби-Диңгеҙ Флоты Халыҡ Комиссариаты (НКВМФ) базаһында булған комплектланмаған боеприпастар элементтары ҡалдыҡтарына хаҡ түләү тураһында» 9971-се) 1945 йылдың 4 сентябрендә сығарыла[18]. Бындай ҡарарҙар нумерацияһы үтәнән-үтә һаҡланған.

Дәүләт оборона комитеты ҡабул ителгән 9971 ҡарарҙың һәм бойороҡтоң 44-е әлеге ваҡытта ла серле һаҡлауҙа ҡала (19 документ химик ҡорал етештереү менән бәйле һәм 17 документ Германиянан ҡорамалдарҙы сығарыуға арналған)[19].

Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күбеһенә Сталин ҡул ҡуйған йәки мисәт менән нығытылған, ә ҡайһы берҙәре — Дәүләт оборона комитеты урынбаҫары Молотов һәм Дәүләт оборона комитеты ағзалары Микоян һәм Берия тарафынан раҫланған.

Дәүләт оборона комитетының үҙенең аппараты булмаған, уның ҡарарҙары тейешле наркоматтарҙа һәм ведомстволарҙа әҙерләнгән, ә эш башҡарыу ВКП(б) Үҙәк комитетының Айырым секторы тарафынан алып барылған.

Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күп өлөшө «Йәшертен», «Бик йәшерен», «Бик йәшерен/айырыуса әһәмиәтле» (бөтәһе 57 документ) йәки «Бик йәшерен/махсус папка» (бөтәһе ете документ) [номерынан һуң «с», «сс», «сс/ов» һәм «сс/оп» тигән билдәләр ҡуйылған] грифына эйә булған, ләкин ҡайһы бер положениелар асыҡ булған һәм матбуғатта баҫылған (мәҫәлән, Постановление ГКО № 813 от 19.10.41 «О введении в Москве осадного положения»).

Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙары һаны илдең юғары етәксе структуралары эшмәкәрлегенең әүҙемләшеү процесын йылдар буйынса сағылдыра: 1941 йылдың алты айында — 1087, 1942 йылда — 1592, 1943 йылда — 2396, 1945 йылдың һигеҙ айында 2711 ҡарар һәм бойороҡ ҡабул ителгән.

Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙарының күпселеге һуғышҡа бәйле мәсьәләләргә ҡағылған:

  • халыҡ һәм сәнәғәт эвакуацияһы[20] (Бөйөк Ватан һуғышының беренсе осоронда);
  • мобилизации промышленности, выпуска вооружений и боеприпасов;
  • гвардия частарын ойоштороу[21];
  • ҡоралландырыуға ҡоралдарҙың һәм боеприпастарҙың яңы төрҙәрен алыу;
  • ғәнимәт булараҡ алынған ҡорал һәм боеприпастар менән эш итеү;
  • ғәнимәт итеп алынған техника өлгөләрен, сәнәғәт ҡорамалдарын, репарацияларҙы өйрәнеү һәм СССР-ға алып сығыу (һуғыштың һуңғы этабында);
  • хәрби хәрәкәттәр, ҡоралдарҙы бүлеүҙе ойоштороу һәм башҡалар;
  • Дәүләт оборона комитеты вәкилдәрен тәғәйенләү;
  • «уран буйынса эштәр» башланыуы тураһында (ядро ҡоралын булдырыу);
  • Дәүләт оборона комитетының үҙендә структура үҙгәрештәре.

Дәүләт оборона комитеты структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт оборона комитеты составына бер нисә структур подразделение (бүлексә) ингән. Эшмәкәрлеге алып барылған осорҙа Комитет структураһы идара итеүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм ағымдағы шарттарға яраҡлашыу маҡсатында бер нисә тапҡыр үҙгәртелде.

ГКО ағзалары Горький исемендәге паркта трофей немец ҡоралы өлгөләре күргәҙмәһендә. Мәскәү, 1943 йыл

1942 йылдың 8 декабрендә Дәүләт оборона комитетының 2615-се ҡарары менән ойошторолған Оператив бюро иң мөһим подразделение була. Бюро составына В. М. Молотов, Л. П. Берия, Г. М. Маленков һәм А. И. Микоян инә. Был подразделениеның бурыстарына иң тәүҙә оборона сәнәғәте халыҡ комиссараттарының, тимер юлдары наркоматтарының, ҡара һәм төҫлө металлургияның, электростанцияларҙың, нефть, күмер һәм химия сәнәғәтенең ағымдағы эшен, шулай уҡ сәнәғәт һәм транспорттың күрһәтелгән тармаҡтарын етештереү һәм тәьмин итеү пландарын төҙөү һәм үтәүҙе контролдә тотоу инә. 1944 йылдың 19 майында 5931-се ҡарар ҡабул ителә, уның ҡарарҙары нигеҙендә бюроның функциялары ярайһы уҡ киңәйтелә - хәҙер уның бурысына оборона сәнәғәте, транспорт, металлургия халыҡ комиссариаттарының, сәнәғәттең мөһим өлкәләре һәм электр станциялары наркоматтарының эшен күҙәтеү һәм контролдә тотоу инә; шулай уҡ Оператив бюро был мәлдән алып армияны тәьмин итеү өсөн, ниһайәт, уға Транспорт комитеты ҡарары менән бөтөрөлгән бурыстар йөкмәтелә.

Дәүләт оборона комитетының башҡа мөһим подразделениелары:

  • Дәүләт оборона комитетының даими вәкилдәре төркөмө һәм Дәүләт оборона комитетының фронттар ҡарамағындағы даими комиссиялары.
  • Дәүләт оборона комитетының эвакуациялау буйынса комиссияһы — (1942 йылдың 22 июнендә Дәүләт оборона комитетының 1922-се ҡарары менән ойошторолған); 
  • Дәүләт оборона комитетының Махсус комитеты (репарация мәсьәләләре менән шөғөлләнгән). 1941 йылдың 26 сентябрендәге 715-се Ҡарары менән ошо уҡ комитетта Халыҡты эвакуациялау буйынса идаралыҡ ойошторола;
  • Дәүләт оборона комитетының Трофей комиссияһы (1941 йылдың декабрендә ойошторолған, ә 1943 йылдың 5 апрелендә 3123-сө Ҡарары менән Трофей комитеты итеп үҙгәртелгән);
  • Тимер юлдарҙы бушатыу буйынса комитет - 1941 йылдың 25 декабрендә Дәүләт оборона комитетының 1066 сс Ҡарары менән ойошторола[22];
  • 1942 йылдың 14 сентябрендә Дәүләт оборона комитетының 1279-сы Ҡарары менән 1944 йылдың 19 майына тиклем ғәмәлдә булған Дәүләт оборонаһы комитеты ҡарамағындағы Транспорт комитеты итеп үҙгәртелә, бынан һуң Дәүләт оборона комитетының 5931-се Ҡарары менән Транспорт комитеты бөтөрөлә, ә уның функциялары Дәүләт оборона комитетының Оператив бюроһына тапшырыла;
  • Дәүләт оборона комитетының эвакуациялау буйынса комитеты (1941 йылдың 25 октябрендә Дәүләт оборона комитетының 834-се Ҡарар менән ойошторола, 1941 йылдың 25 декабрендә Дәүләт оборона комитетының 1066 сс Ҡарары менән бөтөрөлә).
  • Радиолокация буйынса совет - 1943 йылдың 4 июлендә Дәүләт оборона комитетының 3686-сы Ҡарары менән ойошторолған, уның составында Маленков (рәйес), Архипов, Берг, Голованов, Горохов, Данилов, Кабанов, Кобзарев, Стогов, Терентьев, Учер, А. И. Шахурин, А. Н. Щукин;
  • Дәүләт оборона комитетының Махсус комитеты - 1945 йылдың 20 авгусында ойошторолған, ядро ҡоралын әҙерләү мәсьәләләре менән шөғөлләнә[23]. Махсус комитет сиктәрендә шул уҡ көндө, 1945 йылдың 20 авгусында, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәнәғәттең яңы тармағын ойоштороу менән шөғөлләнәсәк СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағында Беренсе Баш идаралыҡ ойошторола[24].

Дәүләт оборона комитетының өс баш идаралыҡтан торған система һуғыштан һуңғы сәнәғәт тармаҡтарының үҫешенә иҫәп тотоп булдырылған һәм комитеттың үҙенән күпкә оҙағыраҡ ғәмәлдә булған. Был система совет иҡтисады ресурстарының байтаҡ өлөшөн атом өлкәһен, радиолокация тармағын һәм йыһан йүнәлешен үҫтереүгә йүнәлткән. Шул уҡ ваҡытта баш идаралыҡтар илдең оборона һәләтен күтәреү мәсьәләләрен генә хәл итмәй, уларҙың етәкселәренең дә әһәмиәтле булыуын билдәләй. Мәҫәлән, бер нисә йыл йәшеренлекте күҙ уңында тотоуҙан сығып эш иткәндән һуң, Беренсе баш идаралыҡ (ПГУ) үҙенең составы һәм эш һөҙөмтәләре тураһында, КПСС Үҙәк Комитеты Президиумынан башҡа, бер ниндәй органдарға ла бер ниндәй мәғлүмәт бирмәй[24].

Урындарҙа ашығыс бурыстарҙы бойомға ашырыу маҡсатында СССР Дәүләт оборона комитеты вәкилдәре институты булған — тәғәйенләнгән кеше үҙенә йөкмәтелгән бурысты үтәү эшенә тотоноу хоҡуғын биргән Дәүләт оборона комитеты мандаты тапшырылған. Ошо документты күрһәткәндән һуң урындарҙа һәр етәксе һәм орган хеҙмәткәре мандатты күрһәтеүсенән алған бөтә күрһәтмәләрҙе үтәргә бурыслы ине. Вәкил Дәүләт оборона комитетына туранан-тура отчёт биргән һәм уға йөкмәтелгән бурысты үтәү өсөн яуап биргән.

Дәүләт оборона комитетын бөтөрөү

Дәүләт оборона комитеты, хәрби хәрәкәттәр тамамланыу менән бәйле һуғыш ваҡыты органы ролен үтәгән булараҡ, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 4 сентябрендәге Указы менән таратыла.

Дәүләт оборона комитеты Архивы

Дәүләт оборона комитеты таратылғандан һуң, уның документтары, үҙ секретариаты булмағанлыҡтан һәм эш башҡарыу мәсьәләләре ВКП (б) Үҙәк Комитетының Махсус секторы тарафынан башҡарылғанлыҡтан, ВКП (б) Үҙәк Комитеты Архивына тапшырыла; 1995 йылда (ярашлы рәүештә).

РФ Президентының 1994 йылдың 22 сентябрендәге һәм 1994 йылдың 21 ноябрендәге бойороғо һәм ҡушыуы менән документтар Рәсәй дәүләт социаль-сәйәси тарих архивына (РГАСПИ) тапшырылған[25].

СССР-ҙың ГКО фонды материалдары (644-се шифр) дүрт архив исемлектәренә (опись) тупланған[26]:

  • 1-се опись. 1941-1945 йылғы Дәүләт оборона комитеты ҡарарҙары һәм бойороҡтарының таратылған даналары - 436 һаҡлау берәмеге.
  • 2-се опись. Дәүләт оборона комитетының 1941-1945 йылғы ҡарарҙары һәм бойороҡтары (төп Нөсхәләре) - 525 һаҡлау берәмеге.
  • 3-сө опись. Дәүләт оборона комитетының Оператив бюроһы ултырыштарының 1943-1945 йылдары протоколдары - 7 һаҡлау берәмеге.
  • 4-се опись. Дәүләт оборона комитеты ағзаһы Маленков Георгий Максимилиановичтың 1941-1945 йылдарҙағы материалдары - 19 һаҡлау берәмеге.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Викикитапхана логотибы
Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Документы ГКО

Иҫкәрмәләр

  1. В военное время «Государственный комитет обороны» сокращённо писался — «ГОКО». Только с 30.06.1941 по 03.1992 года в номере Постановления писалось «№ ГКО- …». См. оригиналы документов.
  2. Современное сокращение.
  3. РГАСПИ. Ф. 17. — Оп. 3. — Д.1041. — Л. 38.
  4. Калинин М. И., Сталин И. В. Образование Государственного Комитета Обороны // Сталин И. В. Сочинения. — М.: «Писатель», 1997. — Т. 15. — С. 55.
  5. Недемократический ГКО / Территория истории. www.stoletie.ru. Дата обращения: 21 октябрь 2020.
  6. VIVOS VOCO: P.A. Медведев, "И.В. Сталин в первые дни великой отечественной войны". vivovoco.astronet.ru. Дата обращения: 21 октябрь 2020.
  7. Константин Плешаков. Ошибка Сталина. Первые 10 дней войны / Пер. с англ. А. К. Ефремова. — М.: «Эксмо», 2006. — С. 293—304. — ISBN 5-699-11788-1.
  8. Гусляров Е. Н. Сталин в жизни. Систематизированный свод воспоминаний современников, документов эпохи, версий историков. — М.: ОЛМА-ПРЕСС Звездный мир, 2002. — 749 с. — Тираж 5000 экз. — ISBN 5-94850-034-9
  9. 1941 год: В 2 кн. Кн. 2 / Сост. Л. Е. Решин и др. —Т. 93 / Под ред. В. П. Наумова; Вступ. ст. акад. А. Н. Яковлева. — М.: Междунар. фонд «Демократия», 1998. — С. 498. — 752 с. — («Россия. XX век. Документы» / Под ред. акад. А. Н. Яковлева). — ISBN 5-89511-003-7
  10. Куманев Г. А. Рядом со Сталиным. — Смоленск: Русич, 2001. — С. 31—33. — 528 с.: ил. — (Мир в войнах). — ISBN 5-8138-0191-X
  11. Хрущёв Н. С. Время. Люди. Власть. (Воспоминания). Книга I. — М.: ИИК «Московские Новости», 1999. — С. 301.
  12. Жовер В. Секреты жизни и смерти Сталина // Le Nouvel Observateur. — 28 июня 2006 года. (Интервью с английским историком Саймоном Сибегом Монтефиоре [1])
  13. Девятов С. В., Шефов А. Н., Юрьев Ю. В. Ближняя дача Сталина. Опыт исторического путеводителя / Под ред. Ю. В. Сигачева. — М.: Kremlin Multimedia, 2011. — С. 103—104. — 536 с. — ISBN 978-5-9697-0775-7.
  14. Гришко Н. С. ГКО постановляет… // Военно-исторический журнал. — 1992. — № 2. — С.31-35.
  15. Научная конференция «Н. А. Вознесенский: его эпоха и современность». Архивы России. Дата обращения: 16 ғинуар 2011. Архивировано из оригинала 3 март 2014 года. 2014 йыл 3 март архивланған.
  16. Постановление Политбюро от 21.XI.1944 // РГАСПИ. Ф. 17. — Оп. 3. — Д. 1051. — Л. 46.
  17. РГАСПИ. Ф. 644. — Оп. 1. — Д.12. — Л. 180.
  18. ГКО. ИСТОРИЯ.РФ (3 июнь 2016).
  19. Росархив опубликовал все постановления Государственного комитета обороны СССР — Новости делопроизводства, документооборота и архивного дела — Портал о документах naar.ru. naar.ru. Дата обращения: 21 октябрь 2020.
  20. Документальный фильм «Эшелоны идут на восток» (2 серии) — режиссёр Андрей Дутов.
  21. Формирования ГМЧ КА и ВДВ.
  22. Институциональная принадлежность Комитета разгрузки не указывалась.
  23. Государственный Комитет Обороны. Постановления. О Специальном комитете при ГКО : утв. 20 августа 1945 года.
  24. 24,0 24,1 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; Rockets төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  25. Сорокин А. К. В штабах победы. К вопросу об институтах власти в СССР в годы Великой Отечественной войны // Вестник Российского гуманитарного научного фонда : бюллетень. — 2015. — № 1 (78). — С. 7.
  26. Великая Отечественная война. Фонд 644. Государственный комитет обороны СССР (ГКО). Сайт «Документы Советской Эпохи». Федеральное архивное агентство.

[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Государственный комитет обороны СССР. Постановления и деятельность. 1941—1945 гг. Аннотированный каталог. В 2-х тт. Т. 1: 1941—1943. — М.: Политическая энциклопедия, 2015. — 1222 с. — (Серия «Труды РГАСПИ»).
  • Государственный комитет обороны СССР. Постановления и деятельность. 1941—1945 гг. Аннотированный каталог. В 2-х тт. Т. 2: 1944—1945. — М.: Политическая энциклопедия, 2015. — 1342 с. — (Серия «Труды РГАСПИ»).
  • Горьков Ю. А. Государственный Комитет Обороны постановляет (1941—1945). — М.: Олма-Пресс, 2002. — 575 с. — ISBN 5-224-03313-6.
  • Государственный комитет обороны // Гермафродит — Григорьев [Электронный ресурс]. — 2007. — С. 536. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 7). — ISBN 978-5-85270-337-8.
  • Девятов С. В., Шефов А. Н., Юрьев Ю. В. Ближняя дача Сталина. Опыт исторического путеводителя. / Под ред. Ю. В. Сигачёва. — М.: Kremlin Multimedia, 2011. — 536 с., илл.
  • Кризисный орган власти / Интервью директора Российского государственного архива социально-политической истории (РГАСПИ) А. К. Сорокина // Историк, 2016, № 7—8.
  • Лазарев С. Е. Государственный комитет обороны // Российская историческая энциклопедия в 18 томах / Глав. ред. А. О. Чубарьян. Т. 5. — М.: ОЛМА Медиа Групп, 2017. — С. 221—222.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Государственные институты власти СССР Ҡалып:РККА в годы ВОВ

  1. Ҡалып:Книга:Черток Б. Е.:Ракеты и люди