Дәүләт сәнғәт тарихы институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дәүләт сәнғәт тарихы институты
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
 Дәүләт сәнғәт тарихы институты Викимилектә

Дәүләт сәнғәт тарихы институты (ГИИИ) — 1912—1931 йылдарҙа ғәмәлдә булған Петербург-Петроград-Ленинградтағы фәнни-тикшеренеү һәм юғары уҡыу йорто.

Граф В. П. Зубов башланғысы менән һәм М. Н. Семенов һәм Т. Г. Трапезниковтарҙың әүҙем ҡатнашлығында ойошторола. .

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

В. П. Зубов иҫләүенсә, Трифон Трапезников 1906 йылдың яҙында Семенов уға Рәсәйҙә Флоренциялағы Сәнғәт институтына оҡшаш берәй нәмә булдырырға ителәге булыуы тураһында әйткән:

Трапезников мине көтә ине. Беҙ Верона, Модена, Феррара, Венеция, Болонья, Равенна галереяларын һәм художество ҡомартҡыларын ҡарап сыҡтыҡ һәм, ниһайәт, Флоренцияға барып еттек тә ошонда оҙаҡҡа туҡталдыҡ. Бында мин профессор Брокгауз ойошторған немец Сәнғәт тарихы институтына килеп эләктем. Сәнғәт тарихы институты мине үҙенең иҫ китмәле йыйылған китапханаһы һәм шулай уҡ үҙенең өлгөлө тәртибе һәм, ғөмүмән, үҙенең бөтә ғилми эшенең ҡуйылышы менән ғәжәпләндерҙе. был институтитальян сәнғәтен өйрәнгәндәр өсән бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәғлүмәттәр һәм ҡулланмалар бирә ине. Мин был институтҡа шул тиклем ғашиҡ булдым һәм, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, Рәсәйгә ҡайтҡас та ошондай институт ойоштороға вәғәҙә бирҙем. Бының өсөн аҡса кәрәк ине, ә миндә улар юҡ ине тиерлек. Һиҙмәҫтән мин Зубовты иҫкә төшөрҙөм. Уның петербургта һарайы һәм сикһеҙ байлыҡтары бар. Шул ваҡыттан мин арымай-талмай уға ныҡый башланым: беҙ институтты булдырырға тейеш, тейеш, тейеш!

Семёнов М. Н. Вакх и сирены. — М.: Новое литературное обозрение, 2008. — С. 205. — 1000 экз. ISBN 978-5-86793-605-1.

1908 йылда, Зубов Семенов менән Гейдельбергта осрашҡандан һуң, улар үҙ проектын тормошҡа ашыра башлайҙар. Немец китап фирмалары менән бәйләнешкә инеп һәм антиквар каталогтарын ҡарағандан һуң, зубовтың аҡсаһына сәнғәт тарихы буйынса әҙәбиәт һатып ала башлайҙар. Институттың урынлашыу мәсьәләһе Исаакиев майҙанындағы Зубовтарҙың ғаилә йортоноң беренсе ҡаты файҙаһына хәл ителә — соборҙың көнбайыш ишектәренә ҡаршы[1].

Йыл ярым дауамында Институттың юридик яҡтан ойоштороу, китапхананың каталогтарын төҙөү һәм уны урынлаштырыу буйынса эштәр бара. Институт тантаналы рәүештә 1912 йылдың 2 мартында асыла. «Старые годы» журналы хәбәр итә:

«Сәнғәт тарихы институты. Петербургта 2 мартта асылған сәнғәт тарихы институты гр. В. П. Зубов тарафынан Исаакиев майҙанындағы үҙ йортонда булдырылған һәм ойошторолған. Уның маҡсаты — етди рәүештә ҡыҙыҡһынған барыһына сәнғәт тарихы шөғөлләнергә мөмкинлек биреү, әлегә башлыса көнбайыш тарихы менән… Лекциялар, докладтар, берлектәге эштәр күҙ уңында тотола. Туҡтауһыҙ тулыландырылып торған китапханала учредитель тарафынан инде яҡынса 6000 том тупланған һәм төрлө телдәрҙә 60 махсуслаштырған матбуғат баҫмалары алына. Бөтөнләй яңы эш беҙҙә…»

Тәүҙә институт ҡала администрацияһында теркәлә һәм эште, Флоренциялағы кеүек, китапхана булараҡ башлай. Әммә китапхана, иртәнән кискә тиклем асыҡ булһа ла, тәүге айҙарҙа буш тора. Шул саҡта Зубов бушлай уҡыу курстары ойоштора, улар, рөхсәт алынғандан һуң, 1913 йылдың ғинуарынан асыла. Көтөлмәгәндә был башланғыс уңышлы булып сыға: "Зубов институтына"йөрөү модалы булып китә. Зубов хәтерләүенсә. 300 кеше яҙылғас, урын етмәү арҡаһында, яҙылыуҙы туҡтатып торорға тура килә. Һылтанма. Курста лекцияларҙы барон Н. Н. Врангель, кенәз С М. Волконский, барон Э. К. Липгарт, П. В. Деларов, О. Ф. Вальдгауэр, Д. В. Айналов, В Т. Георгиевский, В Я Курбатов, Дж. А. Шмидт, Петербургтағы Француз институты директоры Луи Рео уҡыйҙар.

1916 йылда институт Халыҡ мәғарифы министрлығында теркәлә. менән өс шәхси юғары уҡыу йорто булараҡ курста уҡый. Шул уҡ йылда ҡабул ителә һәм ул юғары уҡыу йортонда ҡаҙна иҫәбенә дәүләт тарафынан танылған; уҡытыусыһы профессор дәрәжәһен ала.

Октябрь революцияһынан һуң Зубов яңы власҡа үҙ лояллеген күрһәтергә ашыға һәм шулайтып институтты һаҡлап алып ҡалыуға өлгәше генә түгел, 1924 йылдың аҙағына тиклем уның директоры булып ҡала. Зубовтың властар менән оҫта эш итә белеүе институттың эшмәкәрлеген байтаҡ киңәйтергә форсат бирә. 1919 йылда музыка тарихы факультеты асыла, ә 1920 йылда театр тарихы һәм һүҙ оҫталығы тарихы факультеттары асыла; 1920 йылда шулай уҡ Новгородта институттың тикшеренеү филиалы асыла. Институт китапханаһының өлкән китапханасыһы А. А. Починков була.

1921 институт юғары уҡыу йортонан ғилми-тикшеренеү институтына әүерелә, факультеттар — разряд , ә 19926 йылда — бүлек тип исемләнә башлайҙар[Комм 1].

1922 йылда Юғары дәүләт сәнғәт фәне курстары ойошторола[2], 1924 йылдан курс директоры А. И. Пиотровский була[3], читавший там курсы истории античного театра и социологии искусства. Курсы существовали до 1930 года.

1923 года Институтҡа элекке штаты һәм автономия хоҡуҡтары менән бергә Academia нәшриәте ҡайтарыла.

1925 йылда директор итеп Ф. И. Шмит тәғәйенләнә[4]. Был ваҡытта институтта яҡынса бер мең студент уҡый, йөҙ тирәһе профессорҙар, доценттар һәм башҡа ғилми хеҙмәткәрҙәр эшләй[1].



Комментарийҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. . Һүҙ сәнғәте бүлеген В. М. Жирмунский етәкләй. Уның етәкселеге аҫтында 1923 йылдан алып бүлек «Вопросы поэтики» исемле серия баҫтырыла, унда институтта эшләгән күп кенә ғалимдарҙың хеҙмәттәре нәшер ителә:
    1. А. Слонимский Техника комического у Гоголя (Пг., 1923)
    2. Б. Томашевский Русское стихосложение. Метрика (Пг., 1923)
    3. В. Жирмунский Рифма, её история и теория (Пг., 1923)
    4. Б. Эйхенбаум Сквозь литературу (Л., 1924)
    5. Ю. Тынянов Проблема стихотворного языка (Л., 1924)
    6. В. Жирмункий Введение в метрику (Л., 19250
    7. В. Виноградов Этюды о стиле Гоголя (Л., 1926)
    8. Русская проза. Сборник статей под ред. Б. Эйхенбаума и Ю. Тынянова (Л., 1926)
    9. С. Балухатый Проблемы драматургического анализа. Чехов (Л., 1927)
    10. Г. Гуковский Русская поэзия XVIII в. (Л., 1927)
    11. Б. М. Энгельгардт Формальный метод в истории русской литературы (Л., 1927)
    12. В. Пропп Морфология сказки (Л., 1928)
    13. Русская поэзия XIX века. Сб. статей (Л., 1929)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 В. П. Зубов Институт истории искусств / Страдные годы России.
  2. Центральный государственный архив литературы и искусства Санкт-Петербурга: путеводитель. СПб., 2007, с. 119.
  3. Пиотровский А. И. Театр, кино, жизнь. — Л., 1969. — С.305.
  4. Афанасьев В. А. Федор Иванович Шмит. — Киев, 1992. — С. 101.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]