Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты (ГУЦМиЗ) — 19301958 йылдарҙа Мәскәүҙә, 19582006 йылдарҙа Красноярскиҙа ғәмәлдә булған юғары уҡыу йорто.[1] Себер федераль университет составына инә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 йылда (СССР халыҡ хужалығы Юғары Советының 1930 йылдың 17 апрелендәге 1238-се бойороғо менән) Мәскәү тау академияһының төҫлө металлургия факультеты базаһында Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институты булараҡ.нигеҙ һалына[2]

СССР Юғары Советы Президиумының 1940 йылдың 7 майындағы указы менән Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтына М. И. Калинин исеме бирелә.

1958 йылдың декабрендә СССР Министрҙар Советы ҡарары менән институт Красноярск ҡалаһына күсерелә һәм исеме Красноярск төҫлө металдар институты тип үҙгәртелә[2]

1994 йылда институт Красноярск төҫлө металдар һәм алтын академияһы тип үҙгәртелә.[2]

1998 йылда академияла 413 уҡытыусы, шул иҫәптән 2 академик, 4 ағза-корреспондент, 7 академик кәңәшсе, 30 профессор һәм фән докторы һәм 160 фән кандидаты һәм доцент эшләй[2]

2004 йылда академияға университет статусы бирелә.

2006 йыл аҙағына Себер федераль университет составына инә[3]. Ачинск ҡалаһында филиалы һәм Саяногорск ҡалаһында вәкиллеге бар. Лаборатория корпусы 2003 йылдың 27 ноябрендә булған янғындан көслө зыян күрә, был янғында бер кеше һәләк булған. Бөгөнгө көнгә тулыһынса тергеҙелгән.[4]

Ойоштороу структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт төҫлө металдар һәм алтын университеты составына дүрт институт һәм дүрт факультет инә, уларҙа уҡытыу утыҙ дүрт һөнәр буйынса алып барыла. 1998 йыл мәғлүмәттәре буйынса, 1200 ситтән тороп уҡыусыларҙы ла индереп, университетта 4100 студент уҡый[2]

Тау эше һәм геология институты (ИГДиГ)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда тау-геология факультеты базаһынданда нигеҙ һалынған.[2] Институтының составына туғыҙ кафедра инә:

  • Ятҡылыҡтар геологияһы һәм разведкалау методикаһы
  • Дөйөм геология, минералогия һәм петрография
  • Разведка техникаһы һәм технологияһы
  • Маркшейдер эше
  • Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү
  • Шахта һәм ер аҫты төҙөлөшө
  • Асыҡ тау эштәре
  • Тау машиналары һәм комплекстары
  • Тау металлургия предприятиеларын электрлаштырыу

Институтта уҡытыу түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла:

  • Геологик съёмка һәм файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эҙләү[2]
  • Ғәмәли геохимия, минералогия һәм петрография
  • Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын разведкалау техникаһы һәм технологияһы[2]
  • Маркшейдер эше
  • Файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү[2]
  • Шахта һәм ер аҫты төҙөлөшө
  • Асыҡ тау эштәре[2]
  • Тау машиналары һәм ҡорамалдары[2]
  • Металлургия машиналары
  • Сәнәғәт ҡулайламаларын һәм технологик комплекстарҙы автоматлаштырыу һәм электропривод

Металлургия институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда металлургия факультеты базаһында барлыҡҡа килә.[2] Институт составына туғыҙ кафедра инә:

  • Органик булмаған химия
  • Физик химия
  • Физика
  • Металлургия мейестәре
  • Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу
  • Ауыр һәм затлы металдар металлургияһы
  • Еңел һәм һирәк металдар металлургияһы
  • Металлургия производствоһы иҡтисады һәм ойоштороу
  • Производство процестарын автоматлаштырыу

Институтта уҡытыу түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла:

  • Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу
  • Төҫлө металдар металлургияһы[5]
  • Технологик процестарҙы һәм производствоны автоматлаштырыу[5]

Иҡтисад һәм иҡтисади системалар менән идара итеү институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда донъя иҡтисады һәм производство менән идара итеү һәм иҡтисад кафедралары базаһында ойошторола. ИЭиУЭС составында һигеҙ кафедра инә:

  • Тәбиғәтте файҙаланыу иҡтисады
  • Иҡтисад
  • Иҡтисад һәм идара итеү
  • Тау эше
  • Маркетинг һәм халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр
  • Юғары технологиялар менеджменты
  • Мәғлүмәт технологиялары
  • Иҡтисади теория

Институтында уҡытыу түбәндәге һөнәрҙәре буйынса алып барыла:

  • Донъя иҡтисады
  • Металлургия предприятиеһында иҡтисад һәм идара итеү
  • Тәбиғәттән файҙаланыу предприятиеһында иҡтисад һәм идара итеү
  • Дәүләт һәм муниципаль идара итеү
  • Ойошма менеджменты (сәнәғәт өлкәһендә)
  • Сифат менән идара итеү
  • Иҡтисадта ғәмәли информатика

Технология институты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылдың апрелендә технология факультеты базаһында ойошторола.[2] ТИ составына алты кафедра инә:

  • Инженер теплофизикаһы
  • Ҡара һәм төҫлө металдарҙы ҡойоу производствоһы
  • Металдарҙы өйрәнеү һәм металдарҙы термик эшкәртеү
  • Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү
  • Композицион һәм онтаҡ материалдар, ҡаплау
  • Хеҙмәт һаҡлау һәм сәнәғәт экологияһы кафедраһы

Институтта уҡытыу түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла:

  • Теплофизика, сәнәғәт мейестәрен автоматлаштырыу һәм экология
  • Ҡара һәм төҫлө металдарҙы ҡойоу производствоһы
  • Металдарҙы өйрәнеү һәм металдарҙы термик эшкәртеү
  • Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү
  • Композицион һәм онтаҡ материалдар, ҡаплау
  • Тирә-яҡ мөхитте инженер һаҡлау

Фундаменталь белем биреү факультеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1998 йылда ойошторолған.

ФФО структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мәктәп бүлеге
    • Кесе инженер академияһы (МИА)
    • КрасЦНОИК база мәктәптәре
  • ВУЗ бүлексәһе
    • Юғары математика кафедраһы
    • Органик булмаған химия кафедраһы
    • Физика кафедраһы
    • Инженер графикаһы кафедраһы
    • Техник механика кафедраһы
    • Автоматлаштырылған идара итеү системаһы һәм ғәмәли математика кафедраһы
    • «физика-химия процестары һәм материалдар» кафедра-лабораторияһы
    • Инженер педагогикаһы кафедраһы
  • Өҙлөкһөҙ белем биреүҙе тәьмин итеү медик-биологик лабораторияһы
  • Уҡыу-консультация бүлеге

Факультета уҡытыу түбәндәге йүнәлештәр буйынса алып барыла:

  • Техникала һәм технологияларҙа мәғлүмәт системалары
  • Процесстар һәм материалдар физика-химияһы
  • Профессиональ уҡыу (информатика, иҫәпләү техникаһы һәм компьютер технологиялары)

Гуманитар факультет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылдың июнендә нигеҙ һалынған. Факультет составына биш кафедра инә:

  • Тарих һәм фәлсәфә
  • Культурология
  • Сит телдәр
  • Физик тәрбиә
  • Социология, политология һәм хоҡуҡ

Факультетта уҡытыу «Социаль менеджмент» һөнәре буйынса алып барыла, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү сиктәрендә «профессиональ коммуникациялар өлкәһендә тәржемәсе» квалификацияһы биреп белгестәр әҙерләү.

Ситтән тороп уҡыу факультеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1960 йылда барлыҡҡа килә.[5] Ун биш һөнәр буйынса әҙерлек алып барыла:

  • Ойошма менеджменты
  • Технологиялар һәм мәғлүмәт системалары
  • Геологик съёмка һәм файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын эҙләү
  • Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын разведкалау техникаһы һәм технологияһы
  • Файҙалы ҡаҙылмалар ятҡылыҡтарын ер аҫты эшкәртеү
  • Асыҡ тау эштәре
  • Файҙалы ҡаҙылмаларҙы байытыу
  • Төҫлө металдар металлургияһы
  • Ҡойоу производствоһы
  • Металдарҙы баҫым менән эшкәртеү
  • Тау машиналары һәм ҡорамалдар
  • Металлургия машиналары һәм ҡорамалдары
  • Сәнәғәт ҡулайламаларын һәм технологик комплекстарҙы автоматлаштырыу һәм электрға тоташтырыу
  • Технологик процестарҙы һәм етештереүҙе автоматлаштырыу
  • Тирә-яҡ мөхитте инженер һаҡлау

Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү факультеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1995 йылда ойошторолған.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билдәле уҡытыусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡарағыҙ. Категория:Алтын һәм төҫлө металдар дәүләт университеты уҡытыусылары

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ҡарағыҙ. Категория:Мәскәү төҫлө металдар һәм алтын институтын тамамлаусылар (1959 йылға тиклем)
  • Ҡарағыҙ. Категория: Алтын һәм төҫлө металдар дәүләт университетын тамамлаусылар

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]