Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторы (Общероссийский классификатор территорий муниципальных образований, ҡыҫҡартмаһы ОКТМО) 2005 йылдың 14 декабрендә раҫланған.

Кәрәкле ОКТМО кодын ОКТМО эҙләү аша белергә була.

2014 йылдың 1 ғинуарынан Дөйөм Рәсәй муниципаль берәмектәр территориялары классификаторының яңы версияһы индерелә һәм статистика ғәмәлиәтенә керетелә: ОК 033—2013[1]. Яңы версияның төп айырмаһы — тораҡ пункттар өсөн ОКТМО кодының булдырылыуы.

2014 йылдың 1 ғинуарынан һалым түләү поручениеларында нәҡ ОКТМО-ны күрһәтергә кәрәк (ОКАТО урынына, шул уҡ шаҡмаҡҡа яҙырға).

Классификациялау[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ОКТМО-ла классификациялау объекттары булып түбәндәге муниципаль берәмектәрҙең территориялары тора:

ОКТМО һәм ОКАТО[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығы квартал һайын ОКАТО кодтарының ОКТМО кодтарына тап килеүен асыҡлай торған таблицаларҙы баҫа[2].

Формат[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

ОКТМО ике киҫәктән тора, уларға муниципаль берәмек һәм муниципаль берәмеккә ингән тораҡ пункттар инә[3].

ОКТМО коды структураһының формулаһы беренсе киҫәктә (8 билдә): XX XXX XXX, унда:

  • 1, 2 билдәләр классификацияның беренсе баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай;
  • 3 — 5 билдәләр классификацияның икенсе баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай;
  • 6 — 8 билдәләр классификацияның өсөнсө баҫҡысындағы классификация объекттарын идентификациялай.

ОКТМО коды структураһының формулаһы икенсе киҫәктә (11 билдә): XX XXX XXX XXX, унда:

  • 1 — 8 билдәләр составына тораҡ пункттар ингән муниципаль берәмектәрҙе идентификациялай;
  • 9 — 11 билдәләр тораҡ пункттарҙы идентификациялай.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • ОКАТО
  • Муниципальная реформа в России (2006)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]