Евгений Михайлович Гулин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евгений Михайлович Гулин
Төп мәғлүмәт
Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Тыуған көнө

1875({{padleft:1875|4|0}})

Тыуған урыны

Ставрополь,
Рәсәй империяһы

Вафат көнө

билдәһеҙ

Вафат урыны

СССР

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Белем алған

Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты

Работал в городах

Санкт-Петербург,
Дондағы Ростов

Архитектура стиле

модерн

Мөһим төҙөлөштәре

«Проводник» универмагы бинаһы (Дондағы Ростов)

-
 Евгений Михайлович Гулин Викимилектә

Евгений Михайлович Гулин (1875 йыл|1875, Ставрополь — ?) — ХХ быуат рус архитекторы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Николай Паниндың йорто (1910)

Евгений Михайлович Гулин 1875 йылда Ставрополь ҡалаһында бай булмаған дворян ғаиләһендә тыуған. Һөнәри белемде Санкт-Петербургта, Гражданлыҡ инженерҙары Институтында (хәҙерге ваҡытта Санкт-Петербург дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты) алған. Дондағы Ростовта ҡала идаралығында архитектор булып эшләгән. Ул ваҡытта ҡала идаралығында эшләүсе архитекторҙар, ҡала архитекторҙарынан айырмалы рәүештә, Ҡала Думаһының Указы буйынса ҡала ҡоролмаларының һәм биналарының проектын төҙөмәгән, ә архитектура һәм төҙөлөш өлкәһендә административ эш менән булышҡан. Административ эшкә күмелеп эшләү арҡаһында Гулин 1910 йылға тиклем ҡалала билдәле булған бер проект та эшләй алмаған.

1910 йылда Е. М. Гулин проекты буйынса Оло Баҡса урамында һәм Таганрог проспектында (хәҙер Буденный проспекты) «Проводник» универмагы бинаһы төҙөлгән. Йорт модерн стилендә һәр бер ҡатында ҙур витриналар яһалып төҙөлгән.

Дондағы Ростов. С. Н. Мцанаковтың табыш йорто.

Архитекторҙың уңышлы эшләүен ҡаланың шәхси заказ биреүселәре һиҙеп ҡалғандар, шунлыҡтан Пушкин урамында, 65 һанлы йортто уның проекты буйынса Мцанаковтарҙың табыш йорто һәм Ульяновтар урамында, 38 һанлы причт Паниндың йортон да уның проекты буйынса төҙөгәндәр.

1910 йылдарҙа Дондағы Ростовта модерн стиле киң таралыу тапмаған булған, йорттар нигеҙҙә архитектуралағы эклектика стилендә классицистик структурала төҙөлгән. 1914 йылдан башлап Ростов йорттары модерн принциптарына таянып төҙөлә башлаған, быны беренсе булып Е. М. Гулин башлап ебәргән.

Дондағы Ростовта эшләү осоронда архитектор бер нисә тапҡыр үҙенең ялы ваҡытында Санкт-Петербургҡа барған. 1911 йылда ул рус архитекторҙарының IV съезында ҡатнашҡан, унда Дондағы Ростовта йорттар төҙөү өсөн ер һатып алыу-һатыу тураһындағы хоҡуҡи аспект мәсьәләләре тураһында доклад менән сығыш яһаған. Ростовта Гулинға ихтыяж ҙур булған, ул үҙенең архитектура проекттары өсөн бик ҙур гонорарҙар алған. Шунлыҡтан Гулин ҡаланың Пушкин урамында үҙенә йорт һатып ала алған. 1913 йылда Гулин Дондағы Ростовтан[1], үҙенең уңышлы эшен һәм йортон түбәнерәк дәрәжәле административ постарҙа эшләүгә, кеше фатирында йәшәүгә алыштырып, Санкт-Петербургҡа йәшәргә һәм эшләргә күсеп китә.

Санкт-Петербургта Гулин 1916 йылға тиклем эшләй, шунда өйләнә. 1916 йылда уның эҙҙәре тулыһынса юғала, бәлки, ул революция йылдарында Рәсәйҙән сит илгә сығып киткәндер.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дондаы Ростов, Оло Баҡса урамы, «Проводник» универмагы бинаһы

Е. М. Гулиндың архитектор булараҡ иң мөһим эштәренә Дондағы Ростовта эшләгән проекттары инә.

Ростовта Е. М. Гулин ҡаланың иң үҙәгендә төҙөлгән ике йорттоң авторы: был Оло Баҡса урамындағы сауҙагәр Яблоковтарҙың сауҙа йорто һәм Үҙәк универмаг йорто («Проводник» универмагы бинаһы) Үҙенең «беренсе модерн» проектың Гулин Гражданлыҡ инженерҙары институтында уҡыған сағында, Дондағы Ростовҡа административ эшкә килгәнсе ете йыл элек уҡ, проектлаштырған булған.

Яблоковтар йорто XX быуат башында

Архитекторҙың төп ижади уңышы булып, уның проектлаған йорттарының тирә-йүндәге ҡала төҙөлөшөнә бик матур инеп урынлашыуы, йорттоң формаларын һөнәри матур итеп башҡарыу, ҡалаға типик булмаған декоратив һәм урынлы төҫтәр менән төҙөү торған.

Уның эштәрен берләштереүсе стиль — шартлы рәүештә аталған «көньяҡ модерн» стиле. Йорттарҙың формаһын эшләгәндә уларҙың фасадының биҙәктәрҙән буш урындарын архитектор күләмле һәм сағыу төҫтәге вертикаль һыҙыҡтарҙы ҡулланып матурлаған. Был стиль йорттарға байрамса эффект биргән Был, моғайын, архитекторҙың Санкт- Петербург менән бәйле булғанлығынан килгәндер.

Архитектор проекты буйынса төҙөлгән йорттарҙың күпселеге мәҙәни мираҫ объекттары булып иҫәпләнә.

Төп проекттар һәм төҙөлөштәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Проводник» универмагы йорто Дондағы Ростов ҡалаһында Оло баҡса урамы менән Таганрог проспекты киҫелешендә (1910). Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты ;
  • Пушкин урамы, 65.С. Н. Мцанаковтың табыш йорто. Район әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә йорт;
  • Яблоковтар йорто. Оло Баҡса урамы, 64 һанлы йорт (1898). Йорт төбәк региональ әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә;
  • Николай Панин торлаҡ йорто, Ульяновская урамы, 37, Дондағы Ростовта. 1910 йылда модерн стилендә төҙөлгән төбәк мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә йорт[2].

Әҙәбиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Модерн в архитектуре Ростова-на-Дону[3].
  • ЦГИА. — СПб.: Ф.184, оп.3, д.1049 — лл.1, 10.
  • Газета «Южный Телеграф». — № 2399 (1909), № 2625, № 2626 (1910).
  • Справочник «Весь Ростов и Нахичевань на Дону». — Ростов, 1912.
  • Газета «Южный Телеграф». — № 2481. — 1909. — 8 дек.
  • Труды IV Съезда русских зодчих, состоявшегося в С.-Петербурге с 5 по 12 января 1911 г. — СПб., 1911. — 654 с.
  • Алфавитный указатель жителей Петрограда (1913, 1914, 1915, 1916).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. АЛФАВИТНЫЙ УКАЗАТЕЛЬ ЖИТЕЛЕЙ ГОРОДА РОСТОВА-НА-ДОНУ НА 1913 ГОД 2017 йыл 16 ғинуар архивланған.
  2. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 28 сентябрь 2013.
  3. Материалы сайта Издательского дома АССА(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]