Евлампиева Вера Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Евлампиева Вера Федоровна битенән йүнәлтелде)
Евлампиева Вера Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 17 апрель 1880({{padleft:1880|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Зәй
Вафат булған көнө 7 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (90 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто Епархиальное женское училище[d]

Евлампиева Вера Фёдоровна (17 апрель 1880 йыл — 7 июнь 1970 йыл) — педагог, РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вера Федоровна Евлампиева Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Зәй ҡасабаһында (хәҙер Татарстан Республикаһы Зәй ҡалаһы) 1880 йылдың 17 апрелендә тыуған.

Белеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Успение сиркәү-мәхәллә Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлай (1896 йыл).

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1896 йылда Успение сиркәү-мәхәллә Епархия ҡыҙ балалар училищеһын тамамлағандан һуң, Евлампиева Вера Федоровна 19071912 йылдарҙа шәхси ирҙәр гимназияһында, 1907—1914 йылдарҙа Өфө шәхси хеҙмәткә ярҙам итеү йәмғиәте ҡарамағындағы ололар өсөн киске йәкшәмбе мәктәбендә, 19121919 йылдарҙа Мариин ҡыҙ балалар гимназияһында, бер үк ваҡытта 1915 йылдан алып Өфөләге Уҡытыусылар институты ҡарамағындағы Юғары башланғыс училищела уҡыта.

1919 йылдан башлап Өфөнөң 48-се 1‑се баҫҡыс мәктәбе мөдире, бер үк ваҡытта 19201921 йылдарҙа Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге инструкторы булып эшләй.

1922 йылдан алып Өфө ҡалаһының 1-се берләштерелгән 1‑се һәм 2‑се баҫҡыс мәктәп мөдире урынбаҫары була.

1924 йыл — 18-се фабрика-завод өйрәнсектәр мәктәбе мөдире, ә 19331942 йылдарҙа Өфө ҡалаһының 11-се урта мәктәбе (хәҙер С. Т. Аксаков исемендәге мәктәп) уҡытыусыһы булып эшләй.

19431953 йылдарҙа 3-сө урта мәктәптең (Өфө ҡалаһының № 3 гимназияһы) уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 19321953 йылдарҙа Башҡортостандың уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институты методисы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ленин ордены (1949).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]