Европа менән Азия араһындағы сик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А-J — Европа һәм Азия араһындағы сиккә төрлө ҡараш
     Европа      Трансконтиненталь дәүләттәр, азия территорияһы

Европа һәм Азия донъя ҡитғалары араһындағы сик күпселеген Урал тауының көнсығыш итәгенән һәм Ҡаҙағстандағы Муғалжар тау теҙмәләре, Эмба йылғаһы, Каспий диңгеҙенең төньяҡ яры, Кума-Маныч уйпаты буйлап һәм Керчь ҡултығынан үтә[1][2][3]. Рәсәй территорияһы буйлап сиктең дөйөм оҙонлоғо 5524 км (шуның эсенән Урал һырттары буйлап 2000 км, Каспий диңгеҙе буйлап 990 км). Ҡайһы бер сығанаҡтар Европа сиген билдәләүҙең башҡа вариантын ҡуллана — Урал һырттары һыу айырғысы, Урал йылғаһы һәм Ҡаф тауы һырттары һыу айырғысы буйлап[4][5][6].

Дәүерендә проведении границы южного участка по водоразделу Главного Кавказского хребта, Европала оказывается вести Северный Кавказ (иҫәпкә алмағанда причерноморские полосы), ә также небольшие территории Азербайджана һәм Грузии.

Европаны айырып күрһәтеү факты — логика һәм география менән бәйләнгәнлектән генә түгел, ә тарих һөҙөмтәһе булып тора[7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа һәм Азияның сиктәре б.э.т. XIX—VII быуаттарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем көнбайыштан көнсығышҡа шыуған, байтаҡҡа күскән. Боронғо гректар ул сикте яҡынса Урта диңгеҙ үҙәгенән үткәргән. Һуңғараҡ, б.э.т. 524—457 йылдарҙа Керчь боғаҙын һәм Танаис (Дон) йылғаһын сик тип иҫәпләгәндәр. Клавдий Птолемейҙың ҙур ғилми абруйы был ҡараштың нығыныуына һәм XVIII быуатҡа саҡлы үҙгәрмәүенә сәбәбсе булған.

1730 йылда швед ғалимы Филипп Иоһанн фон Страленберг донъя ғилми әҙәбиәтендә тәү тапҡыр Европа һәм Азия араһында сик үткәреү идеяһын нигеҙләгән[8]. Һуңғараҡ 1736 йылда Василий Никитич Татищев[9], Страленбергҡа был тәҡдимде тап үҙе әйткәнен раҫлаған. Татищев үҙенең хеҙмәтендә сикте Югор Шары боғаҙынан Урал һырттары, Урал (Яйыҡ) йылғаһы буйлап, Үр (Орск) һәм Ырымбур (уларҙың хәҙерге сиктәрендә) ҡалаларын айырып, шунан Каспий диңгеҙенән Кума йылғаһына, Ҡаф тауы, Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр аша Босфор боғаҙына саҡлы үткәреүҙе нигеҙләгән.

Был идея замандаштар һәм тарафдарҙар тарафынан шунда уҡ хупланмаған. Шулай, мәҫәлән, Михаил Васильевич Ломоносов «Ер ҡатламдары тураһында» (1757—1759) трактатында Европа һәм Азия араһындағы сикте Дон, Иҙел (Волга) һәм Печора йылғаларынан үткәргән. Әммә тиҙҙән Татищевҡа эйәргән авторҙар үҙҙәренең хеҙмәттәрендә Урал һырттарын Европа һәм Азия араһындағы тәбиғи сик сифатында таныған.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Европа — Азия сиге һыҙығы Кар диңгеҙе яры буйынан Урал һырттарының көнсығыш итәгенән, яҡынса көнбайыштан Ненец автономиялы округы һәм Коми Республикаһы, көнсығыштан Ямал-Ненец автономиялы округы һәм Ханты-Манси автономиялы округы сигенә параллель булып үтә.

Артабан ҡитғалар араһындағы сик көнбайыштан Пермь крайы һәм көнсығыштан Свердловск өлкәләре административ сиктәре араһынан бер аҙ көнсығышҡараҡ, шул ваҡытта, Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш райондарын Европала ҡалдырып, үтә. Был регионда Европа-Азия сиген үткәреү менән «Азиатская» тимер юл станцияһы һәм Азиатская тип аталған ҡасабаның атамаһы бәйле.

Силәбе өлкәһендә сик Әшә районын, Оло Ҡытау[10](Катав-Иван) районын һәм Һатҡы муниципаль районын, шулай уҡ Башҡортостан менән сиктәш муниципаль райондар һәм ҡала округтары территорияларының (тарихи Башҡортостан ерҙәре) көнбайыш өлөшөн Европала ҡалдыра. Ырымбур өлкәһендә, көнсығыш райондарҙан башҡа, сик территорияның күпселек өлөшөн Европала ҡалдыра. Артабан сик көньяҡҡа, Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе территорияһынан Муғалжар тауҙарының көнсығыш итәгенә (Урал тауҙарының Ҡаҙағстан территорияһындағы дауамы) һәм, Эмба йылғаһы буйлап, Каспий буйы уйһыулығына, Каспий диңгеҙе аша Кума йылғаһы тамағына (йылға Каспий диңгеҙенә ҡоя), артабан, Кума-Маныч уйпаты буйлап, Дондың түбәнге ағымына, шунан Аҙау диңгеҙенең көньяҡ ярына сыға.

Көньяҡҡараҡ Европа һәм Азия араһындағы сик Керчь боғаҙы, Тузла утрауын Азияла ҡалдырып, Ҡырым (Европа) һәм Тамань (Азия) ярымутрауҙары араһынан үтә.

Ҡаҙағстанға Рус географик йәмғиәте (РГО) экспедицияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың апрель-майында Рус географик йәмғиәте, Европа һәм Азияның сиге Ҡаҙағстан территорияһынан үтеүгә дөйөм ҡабул ителгән ҡараштарға ревизия яһау маҡсатында, Ҡаҙағстанға экспедиция ойошторҙо. Экспедицияла ҡатнашыусылар, Златоустан көньяҡтараҡ Урал һырты үҙенең үҙәк торошон юғалта һәм бер нисә параллель һырттарға тарҡала, ә тағы ла көньяҡҡараҡ тауҙар бөтөнләйе менән юҡҡа сыға, тигән фактты билдәләп үтәләр; шул уҡ ваҡытта тап Урал һырттары (дөрөҫөрәге, уның көнсығыш итәге), традиция буйынса, Европа һәм Азия араһындағы сикте үткәреү ориентиры булып тора. Шулай уҡ Урал һәм Эмба йылғалары, уларҙың ярҙары урынлашҡан ер төҙөлөшө бер төрлө булғанлыҡтан, төптән уйлап билдәләнгән сик була алмай, тип фекер йөрөтә экспедицияла ҡатнашыусылар. Экспедицияла ҡатнашыусылар Европа һәм Азия араһындағы сикте Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көньяҡ-көнсығыш дауамы булған Каспий буйы уйһыулығы көнсығыш ситенән үткәреү иң төплө фекер булып күренә тигән көн элгәре һығымтаға килделәр[11]. Хәҙерге көнгә тиклем был экспедицияла ҡатнашҡан рәсәй һәм ҡаҙағстан ғалимдарының тәҡдимен Халыҡ-ара географик союз ҡарамаған әле.

Обелисктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ырымбур ҡалаһындағы Урал йылғаһы һалынған йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән күпергә Европа һәм Азия араһындағы сиктең символик тарихи билдәһе ҡуйылған.
Ырымбур ҡалаһындағы Урал йылғаһы аша һалынған йәйәүлеләр күпере.

Пермь крайы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Горнозаводской районындағы Качканар — Чусовой трассаһындағы Промысла ҡасабаһы эргәһендәге обелиск (Свердловск өлкәһе яғына киткән ерҙә, ҡасабанан 9 км алыҫлыҡта).
  • Горнозаводской районындағы Промысла ҡасабаһы, Колпаки тауы эргәһендәге, Промысла — Медведка юлындағы (Медведка — Косья юлдар сатындағы) обелиск

Свердловск өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Силәбе өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Уралтау һыртында, Златоуст эргәһендә, М-5 «Урал» автомобиль юлында урынлаштырылған стела.
  • Магнитогорск ҡалаһында Урал йылғаһы аша һалынған дүрт трамвай үткәүел-күперенә ҡуйылған билдә һәм «Европа — Азия» стелалары.
  • Златоуста Уржумка тимер юл станцияһында торған обелиск (1892 йылда Транссиб участкаһы төҙөлөшөн тамамлау иҫтәлегенә ҡуйылған).
  • Слюдорудник — Большие Егусты юлындағы артылышта торған обелиск (Ҡыштымдан көньяҡҡараҡ).

Ҡаҙағстан[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атырауҙа (Ҡаҙағстан) Урал йылғаһы аша һалынған үҙәк күперҙең ике яғында ла урынлаштырылған ике стела
  • Уральск ҡалаһы эргәһендәге Урал йылғаһы аша һалынған иҫке күпергә килеп ингән урындың уң ярында торған стела

Башҡа ерҙәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Ростовтағы Дон ҡалаһында Дон йылғаһы аша күпер.
  • Ырымбурҙа Урал йылғаһы аша һалынған күпер аръяғында, һул яҡ ярҙа ҡуйылған стела.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Европа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  2. Europe  (инг.) — в энциклопедии Британника
  3. Европа // Словари и энциклопедии на Академике
  4. Martin W. Lewis, Kären Wigen. The myth of continents: a critique of metageography. — University of California Press, 1997. — С. 28. — ISBN 0-520-20743-2.
  5. CIA Factbook 2011 2017 йыл 8 ғинуар архивланған. (инг.)
  6. National Geographic Atlas of the World. — 7th. — Washington, DC: National Geographic, 1999. — ISBN 0-7922-7528-4. «Europe» (pp. 68-9); «Asia» (pp. 90-1): «A commonly accepted division between Asia and Europe … is formed by the Ural Mountains, Ural River, Caspian Sea, Caucasus Mountains, and the Black Sea with its outlets, the Bosporus and Dardanelles.»
  7. Клейн Л. С. Неолит Европы как целое // Этногенез и археология. — СПб.: Евразия, 2013. — Т. 1.
  8. «Северная и восточная часть Европы и Азии» (Stralenberg Ph. I. « Das Nord- und Ostliche Teil von Europa und Asia», — Stockholm, 1730)
  9. В. Н. Татищев «Общее географическое описание всея Сибири», 1736
  10. Салауат Юлаевтың бер шиғырында: «ала алманым Оло Ҡытауҙы…» тигән һүҙҙәр бар
  11. Граница между Европой и Азией определена, Урал - граница Европы и Азии, Русское географическое общество. 4 август 2010 тикшерелгән. 2013 йыл 9 ғинуар архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]