Эстәлеккә күсергә

Евсеев Виссарион Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Евсеев Виссарион Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 6 июнь 1852({{padleft:1852|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Тыуған урыны Вёшенская станицаһы, Донецкий округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1921
Вафат булған урыны Ҡарғын, Боковский районы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
медаль «В память царствования императора Александра III»

Евсеев Виссарион Васильевич (6 июнь 1852 йыл1921 йыл, Ҡарғын станицаһы) — Шолохов ғаиләһе 1909 йылдан 1915 йылға саҡлы йәшәгән Ҡарғын утары сиркәүе руханийы. Шолоховтар шулай уҡ унда 1919 йылдан 1922 йылға, 1924 йылдан 1926 йылға саҡлы йәшәй.  М. А. Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романы персонажының прототибы.

Виссарион Васильевич Евсеев — Вёшенская станицаһының Изге Троицкий сиркәүе протоиерейы улы. 1875 йылда Дон дини семинарияһын тамамлап, 1986 йылда  Павловка епархияһының Дмитриевский сиркәүе руханийы итеп тәғәйенләнә. 1877 йылда үтенесе буйынса Ҡарғын утарындағы Покровский сиркәүенә  күсерелә. 1889 йылдан алып, артабан 1912-1914 йылдарҙа, М. А. Шолохов та уҡыған сиркәү-мәхәллә мәктәбендә һәм Ҡарғын ир балалар мәхәллә училищеһында Закон Божий уҡыта. Мәктәптәрҙә Закон Божий уҡытҡаны  һәм пастырь хеҙмәтендә тырышлығы  өсөн Виссарион Васильевич руханийы итеп күтәрелә, урындағы благочиние Советы ағзалығына кандидат итеп һайлана. Виссарион Васильевич Евсеевтың наградалары: янбашлыҡ (1892), скуфья (1908), император Александр III батшалыҡ итеү иҫтәлегенә көмөш миҙал.

Г. Я Сивоволов «Тымыҡ Дон»: прототиптар тураһында китабында Евсеев В. В. хаҡында былай тип яҙа:

« Уларҙың Был станицаһында бер поп бар ине, һәм уның китапханаһы бик шәп ине. Михаил Александрович унда барып китаптар ала тоған булған. Шул рухани уны бер-ике сәғәткә үҙендә ултыртырға яратҡан — фәҡәт һөйләшеү өсөн генә! Исеме Виссарион шикелле[1]. »

Был фактты үҙенең иҫтәлектәрендә Шолохов Мария Петровна Шолохова ла раҫлай:

« Ике рухани — отец Виссарион һәм яҡшы ғәҙәтле исемен йөрөтөүсе отец Панкратий — Сергей Платонович менән дуҫ түгелдәр, улар күптән дошманлашып йәшәгән. Үҙ-ара ла бик үк татыу булмаған улар. Арҡыры холҡло ошаҡсы кляузник отец Панкратий яҡындарын аҫтыртын ғына этлек ҡылған, украин милләтле экономка менән никахһыҙ йәшәгән тол отец Виссарион, сифилистан һуң тыңҡыш булып ҡалған, тәбиғәттән яғымлы, саманан тыш тәкәбберлеге һәм ошаҡсы холҡо өсөн благочинныйҙы яратмаған һәм уны урап үткән. »

 

«Тымыҡ Дон» романында Михаил Александрович Шолохов отец Виссарионды үҙ исеме аҫтында һүрәтләгән:

  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9
  1. Мария Петровна вспоминает...// Дон, 1987, № 5. — С. 141
  • Дон ғәскәре өлкәһе руханиҙары