Егерь (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егерь
Жанр

хикәйә

Автор

Антон Павлович Чехов

Төп нөхсә теле

рус

Ижат ителгән ваҡыты

1885

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1 августа 1885 йылдың 1 авгусында

Егерь — рус яҙыусыһы А. П. Чехов хикәйәһе, 1885 йылда баҫылған.

Баҫма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хикәйә тәүге тапҡыр 1885 йылдың 1 авгусында (иҫке стиль буйынса 18 июлендә) Петербург гәзитенең 194-се һанында А. Чехонте псевдонимы аҫтында баҫылып сыға. Шулай уҡ хикәйә Санкт-Петербургта 1886 йылда «Пестрые рассказы» йыйынтығында ла сыға. Һуңғараҡ ул А. П. Чехов тарафынан нәшерсе Адольф Маркс 1899―1901[1] йылдарҙа баҫтырған үҙенсәлекле әҫәрҙәре йыйылмаһының өсөнсө томына индерелә.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Егерь» яҙыусы Дмитрий Григоровичҡа ныҡ тәьҫир итә. Ул Чеховҡа 1886 йылдың 25 мартында яҙған хатында хикәйә менән ныҡ һоҡланыуын белдерә һәм яҙыусыға, юмористик хикәйәләр жанрын артта ҡалдырып, етди мәсьәләләргә иғтибарын йүнәлтергә кәңәш бирә[2]. Үҙенең 28 марттағы яуап хатында Чехов быға тиклем үҙенең әҙәби күнегеүҙәренә бер ваҡытта ла етди ҡарамауы тураһында яҙа. «Мин бер көндән артыҡ ваҡыт эсендә яҙған бер хикәйәмде лә иҫләмәйем, ә Һеҙгә ныҡ оҡшаған „Егерь“ бары тик ванна бүлмәһендә генә яҙылды!»[1]

Александр Лазарев-Грузинский үҙенең Чехов тураһындағы иҫтәлектәрендә яҙыусының: "«Егерь» Петербург гәзитендә сыҡҡандан һуң, Григорович Суворинға килгән һәм: «Алексей Сергеевич, зинһар, Чеховты Новое время гәзитенә саҡырығыҙ. Һеҙ бары тик „Егерҙы“ уҡып ҡына ҡарағыҙ. Был яҙыусыны ҡулға төшөрмәү — үҙе ҙур енәйәт буласаҡ Һеҙҙең өсөн». Суворин Курепинға мөрәжәғәт итә, шунан һуң мин «Новое время»[3] гәзитенә саҡырыу алдым",- тигән һүҙҙәрен килтерә.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Егор исемле егерь юл буйлап китеп барғанда осраҡлы рәүештә үҙе менән ун ике йыл ҡатын булып торған Пелагеяны осрата. Пелагея янына ул бары тик иҫерек сағында һәм бирләнеп йөрөгән саҡта ғына йылына бер нисә тапҡыр барған була. Пелагея илап ебәрә һәм Егорҙан үҙе янына йышыраҡ килеп йөрөүен ялбарып үтенә. Егор ҡатынына үҙенең нишләп тирә-йүндә иң шәп мылтыҡтан атыусы булғанын, шунлыҡтан иркәләп боҙолған икәнлеген һәм тәмле сәй эсеүҙе һәм төрлө әңгәмәләрҙе яратыуын, ауылда башҡалар кеүек тыныс ҡына йәшәй алмаҫын аңлатырға тырыша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Шуб, Е.М. Комментарии к рассказу «Егерь». Собрание сочинений А.П. Чехова в 12 томах. Художественная литература. Мәскәү Т. 3, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Слово, т. 2, 1914, с. {0}[13]{/0}} (1936)
  3. Русская правда, 1904, № 99