Эстәлеккә күсергә

Егиазаров Иван Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егиазаров Иван Васильевич
әрм. Իվան Եղիազարով
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 6 ғинуар 1893({{padleft:1893|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Тбилиси, Рәсәй империяһы[1][2]
Вафат булған көнө 10 июнь 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1][2] (78 йәш)
Вафат булған урыны Ереван, Әрмән ССР-ы[d], СССР[1][2]
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө электрохимия[d]
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты
Национальный политехнический университет Армении[d][1]
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d][1]
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт электротехник университеты
Ғилми исеме профессор[d][1][2] һәм академик[d][1][2]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d][1][2] (1935)
Кемдә уҡыған Графтио Генрих Осипович
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ГОЭЛРО
Ойошма ағзаһы Национальная академия наук Республики Армения[d][1][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены

Иван Васильевич Егиазаров (әрм. Իվան Եղիազարով, 1893 йыл 6 ғинуар, Тифлис — 1971 йыл 10 июнь, Ереван) — совет хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһы академигы.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса Әрмәнстанда тыуған[3]. Атаһы, беренсе гильдия сауҙагәре Василий Егиазаров, Тифлисҡа күсеп, тимер атлама тауарҙар һатыу менән шөғөлләнә. Ғаилә күп балалы була, Василий һәм Мария Давидовнаның ун балаһы була, уларҙың икәүһе сабый сағында ҡорһаҡ тифы ауырыуынан вафат була[3].

Иван бала сағын Тифлиста атаһы йортонда үткәрә, хәҙерге адресы — Шалва Дадиани урамы 14-се йорт. 1906 йылда атаһы вафат була[3].

Иван үҫеп еткәс Санкт-Петербургҡа уҡырға китә. 19661971 йылдарҙа Петроград электротехник институтында белем ала. Графтио Генрих Осиповичтың уҡыусыһы. Электрохимия өлкәһендә юл ярыусы[4].

ГОЭЛРО планы төҙөү буйынса комиссияла эшләй, СССР Госпланы консультанты, Ленинград электротехник институты уҡытыусыһы, профессоры, Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының һыу-энергетика институты директоры, К. Маркс исемендәге Ереванский политехник институт кафедраһы мөдире.

ВКП(б) ағзаһы.

2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты итеп һайлана .

Ереванда Ленин проспектында (хәҙер — Месроп Маштоц урамы) академиктар йортонда йәшәй.

1971 йылда фәжиғәле һәләк була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

- Техник фәндәр докторы

- Профессор (1935)

- Әрмән ССР-ы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1943)

- Тулугуз академияһының ағза-корреспонденты (Франция)

- Будапешт университетының почетлы докторы

- Мәскәү аэрогидродинамика институтының почетлы ағзаһы

Армяне-народ созидатель чужих цивилизаций: 1000 известных армян в мировой истории/С.Ширинян.-Ер.: Авт. изд., 2014, стр.329, ISBN 978-9939-0-1120-2

  • Профиль Ивана Васильевича Егиазарова на официальном сайте НАН РА
  • Егиазаров