Егричка (тәбиғи парк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Егричка
сер. Парк природе Јегричка
Нигеҙләү датаһы 2003
Рәсем
Категория защищённых зон МСОП категория МСОП V: охраняемые наземные и морские ландшафты[d]
Дәүләт  Сербия
Административ-территориаль берәмек Южно-Бачский округ[d]
Майҙан 11 144,81 гектар
Карта

Егричка тәбиғи паркы (сер. Тәбиғи парк Јегричка) — Сербиялағы тәбиғи парк, Бачка-Паланка, Темерин, Врбас һәм Жабаль общиналары сиктәрендә Воеводина территорияһында урынлашҡан. 11.144 гектар һәм 81 ар[1] ерҙе биләй. III категориялағы әһәмиәтле тәбиғәт объекты булараҡ, дәүләт яҡлауы аҫтына алынған[2]. Шул уҡ ваҡытта Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы классификацияһына ярашлы, V категориялағы объект (һаҡланылған ландшафт/акватория)[3]. Тәбиғи парк шул исемдәге йылғяғында ятаҡан баҫыуҙарҙан ағып төшкән аның урта ағымында ята.

Көнкүреш ҡалдыҡтары, ташланты һыуҙар, ҡамыш урыу һәм яндырыу, тирә-яғында урынлашҡан баҫыуҙарҙан ағып төшкәнпестицидтар һәм браконьерлыҡтың[4], әлбиттә, тәбиғи паркҡа зыян килтереүе ихтимал.

Географик үҙенсәлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәбиғи парк Бачка төбәгендә урынлашҡан, унда йылға, һаҙлыҡ һәм быуа биотоптары бихисап. Паркты ҡамыш һәм үлән баҫып бара. Парк яҡынса 70 метр бейеклектә урынлашҡан. Климаты уртаса континенталь, йылы һәм оҙон йәй, ә ҡышы йыш ҡына ҡырыҫ була. Егричка йылғаһы ағып ята, уның ҙур ғына өлөшө, тәбиғи үҙенсәлектәргә бәйле, закон тарафынан һаҡланар.

Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Паркта 80 төр һаҙлыҡ һәм һыу үҫемлектәре үҫә, уларҙың күбеһе закон тарафынан һаҡлана — аҡ томбойоҡ (Nymphea alba), һаҙлыҡ абағаһы (Thelypteris palustris), һыу сәтләүеге (natans Trapa), ябай пузырчатка (Utricularia vulgaris) һ. б.[5]

Хайуандар донъяһына яҡынса 150 төр теркәлгән йәнлек төрө ҡарай, уларҙың күбеһе һирәк осрай һәм юғалыу ҡурҡынысы аҫтында — мөншөгөр (botaurus stellaris), ҡара сыпҡай (podiceps nigricollis),мәрйенгүҙ (aythya nyroca), ҡашыҡморон (Anas clypeata), һоро ҡаҙ (anser Anser), ҡамышҡара (Circus aeroginosus), һыу бүҙәнәһе (parva Porzana), шиҡылдаҡ (svecica Luscinia), аҡтамаҡ сарлаҡ һәм ҡара һаҙ сарлағы (Chlidonias hybridus, Ch. niger)[6]. Егричкала ҡаманың үрсеүе балыҡ фондының сәләмәт, таҙа мөхиттә йәшәүенә күрһәтә.[7].

Һаҡланыу саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Егричка тәбиғи паркы территорияһында тәбиғәтте һаҡлау саралары маҡсатында пестицидтар бик аҙ ҡулланыла, ҡамыш урыу тыйыла, паркҡа килгән кешеләр уға зыян килтермәһен өсөн саралар күрелә һәм көнкүреш ҡалдыҡтары йыйыла[8]. Шулай уҡ паркта фәнни-тикшеренеү эштәре алып барыла, туризм һәм ял итеүҙе ойоштороу юлға һалынған, яр буйҙары һәм битләүҙәр төҙөкләндерелә, шулай уҡ үҫемлек һәм хайуан төрҙәренә мониторинг үткәрелә[9].

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Парк природе Јегричка — површина. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  2. Парк природе Јегричка — степен заштите. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  3. Парк природе Јегричка — категорисање. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  4. "«Park prirode prepušten nemaru»", Politika, 11 February 2011 
  5. Заштићене биљне врсте. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  6. Животињске врсте у оквиру парка природе. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  7. Рибљи фонд. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)
  8. Мере заштите. Falco.org.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012.. 2013 йыл 1 декабрь архивланған.
  9. Парк природе Јегричка — Могућности коришћења. Eko.vojvodina.gov.rs. Дата обращения: 30. 4. 2012..(недоступная ссылка)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]