Ейәнсура районы
Ейәнсура районы | |
Флаг[d] | |
![]() | ![]() |
![]() | |
Нигеҙләү датаһы | 20 август 1930 |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ үҙәк | Иҫәнғол |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Халыҡ һаны | 27 626 кеше (2010)[1][2] |
Майҙаны | 3342,35 км² |
Рәсми сайт | zianchura.ru |
![]() | |
![]() |
Ейәнсура районы — Башҡортостандың көньяғында урынлашҡан, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. Майҙаны — 3 342 км2. Район үҙәге — Иҫәнғол ауылы, Өфөнән 337 км алыҫлыҡта.
Географик урынлашыуы һәм климаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район Йылайыр яҫы таулығының көнбайыш өлөшөндә ята, рельефы мередиональ убалар, тауҙар теҙмәһе менән бүленгән. Ер аҫтында нефть, ҡом, эзбизташ, доломит запастары табылған. Климаты континенталь һәм етерлек булмаған дымлы. Оло Эйек, Оло Һүрәм, Кесе Һүрәм, Әселе, Ҡаҫмарт, Ҡороюл, Өҫкәлек йылғалары аға. Тупрағы, ер өҫтө төҙөлөшө формаһына ҡарап, төрлөсә: һелтеһеҙләнгән һәм көлһыу-ҡара, ҡара-һоро урман һәм йоҡа ҡаты. Үҫемлектәр донъяһы урман-дала яғына оҡшаш. Урмандар (йүкә, имән, cаған, ҡайын, уҫаҡ) район майзанының 35 % самаһын биләй.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1930 йылдың 20 авгусында Йылайыр кантонынан бүленеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. 1934 йылдың аҙағында райондың көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш төбәктәре, район үҙәге- Ейәнсура ауылы менән бергә Ырымбур өлкәһенә бүленеп бирелә. Шул уҡ һанда район мөһим торлаҡ пункты Ҡыуандыҡ ҡасабаһын (урындағы тимер юл станцияһы менән ҡуша) юғалтты.
Исеме[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Булат Аҡмановтың «Ейәнсурамы, әллә Йәнсурамы?» тигән мәҡәләһенә («Башҡортостан», 24.01.2014) туҡталып үтмәксемен. Автор «беҙҙең районатамаһының башҡортса дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы Йәнсура булырға тейештер» тигән фекерҙә. Быға дәлил итеп Бөйөк Ватан һуғышына тиклем район Йәнсура тип йөрөтөлә ине, заманында был атама урыҫсанан башҡортсаға яңылыш тәржемә ителгән, сөнки урыҫтарға йән ћүҙен әйтеүе ауырыраҡ, тимәксе. Шуға өҫтәп «сура» һүҙенә бары тик йән һүҙе генә ҡушылған исемдәр яһалыр булған тип, ошо фекерҙе раҫлаусы күп кенә миҫалдар килтерә. Бер ҡарағанда, хөрмәтле Булат ағай хаҡлы ла кеүек. Ләкин уның ейән ћүҙе менән исемдәр яһалыу мөмкинлеген инҡар итеүе менән бер ҙә килешеп булмай. Башҡортта уның Йәнсураһы ла, Ейәнсураһы ла, Йәнбайы ла, Ейәнбайы ла булған тип раҫлай алам. Бына минең «Заманалар ҡиссаһы» тигән тарихи хеҙмәтемдең геройы — Әлшәй Мәргәндең, бишенсе быуын тыуаһы буламы икән, үҙе хаҡында: «1908 йылдың 2 мартында Сурайға ҡунаҡҡа барған ваҡытта тыуғанмын. Шуның өсөн Ейәнбай тип ҡушҡандар исемде. Атаның йортонда мин — ейән. Ә паспортта Янбай тип яҙылған», — тип таныштырғайны. (Ҡарағыҙ: Быуаттар аманаты. Өфө: Китап. 2002. 353-сө бит). Тарихи документтарҙа (урыҫ телендә) Зьянгул, Джианбек, Зианбай, Джианбай, Джианчура, Дзианчура, Зианчура, Зьянчура, Зиянгул тигән («Материалы по истории БАССР», III том) әллә күпме кеше исеме теркәлгән. Хәҙер ҙә ана Иршат Зианбердин тигән бер тикшеренеүсебеҙ бар. Уның фамилияһын да мин башҡортса Ейәнбирҙин булырға тейеш тип иҫәпләйем. Шунан сығып ҡарағанда, әлеге райондың (Ырымбур губернаһының Орск өйәҙендәге элек Ейәнсура тигән ауыл да булған) исеме урыҫ телендә нәҡ ана шул Ейәнсура тигәндән Зианчурино, Зианчуринский тип алынған булыуы шик тыуҙырмай. Һәр хәлдә, «Йәнсура» булғандыр ул тигән версияны раҫлар өсөн дәлилдәр етерлек түгел[3].
Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):
|
Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км2-ға 8 кеше. Районда 83 ауыл бар. Халҡының күбеһе — башҡорттар (71,5 %)[12]
Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Хәрбиҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бедренко Николай Васильевич — Советтар Союзы Геройы.
- Филатов Григорий Иванович — Советтар Союзы Геройы.
- Хәйбуллин Ҡотләхмәт Ҡотлоғәлләм улы — Советтар Союзы Геройы.
- Әхмәтшин Ҡәйүм Хәбибрахман улы — Советтар Союзы Геройы.
- Рутчин Алексей Иванович — Советтар Союзы Геройы.
Cәйәсмәндәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Сарбаев Раиль Салихович — Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры (2008—2010).
- Дурасов Владимир Александрович — 1986—1989 йылдарҙа СССР-ҙын Төҫлө металлургия министры.
- Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре.
- Солтанов Фәйзулла Вәли улы — БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- Ибраһимов Рәхим Кирәй улы — БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе.
- Ҡыуатов Ғүмәр Ғәлим улы — Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау эшенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе
Ғалимдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡманов Ирек Ғайса улы — тарихсы
- Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы (18.05.1939), ғалим-анатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1989—2013 йылдарҙа Силәбе ҡалаһындағы Урал физкультура университетының кафедра мөдире. 1995-1997 йылдарҙа Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе. Медицина фәндәре докторы (1987), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1999). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры (2005). Этҡол ауылынан[13].
- Йосопов Ринат Мөхәмәт улы — этнолог, антрополог
- Ҡадиров Урал Ғаян улы (10.3.1929—19.06.2017), ғалим-ветеринар табип, патологоанатом, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Ветеринария фәндәре докторы (1970), профессор (1972). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1988). Иҙәш ауылынан[14].
- Мәһәҙиев Басир Дәүләтбай улы —геолог.
- Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы (20.02.1936—19.07.1998), ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (1991), профессор (1993). Башҡортостандың атҡаҙанған врачы. Ҡужабаҡ ауылынан (1993)[15].
- Сафин Вадим Фәтхи улы (11.04.1933), ғалим-психолог, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1969), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993) һәм мәғариф отличнигы (1995), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1990), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2008). Яңы Себенле ауылынан[16].
- Әлмөхәмәтов Рәшит Вәлиәхмәт улы — педагог-методист
- Әхмәтова Роза Сәмиғулла ҡыҙы (13.02.1924—16.01.2009), инженер-технолог. Техник фәндәре кандидаты (1967). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Ғәббәс ауылынан.
Хужалыҡтың төрлө тармаҡ алдынғылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вавилов Александр Михайлович (1.01.1938), «Заветы Ильича» колхозының элекке бригадиры, Почёт Билдәһе ордены кавалеры.
- Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы (20.02.1929—9.08.1994), малсылыҡ алдынғыһы. 1951—1986 йылдарҙа «Ейәнсура» совхозының өлкән һарыҡ көтөүсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). Яңыбай ауылынан[17].
Мәғариф хеҙмәткәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт эшмәкәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Артистар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мәғфирә Ғәлиева
- Вәлит Илембәтов
- Рәсүл Ҡарабулатов
- Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы (29.10.1957) — театр актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Этҡол ауылынан[18].
- Әбдрәхимов Марат Сулпан улы
Композиторҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йырсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Шағирҙар һәм яҙыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Бураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы
- Кәримов Марат Нәби улы , Башҡортостандың халыҡ шағиры.
- Илбаев Мөхәмәт Исмәғил улы (13.03.1939—21.04.2015), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, шағир. 2003 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы.
- Булат Ишемғол
- Хөсәйенов Айҙар Гайдар улы
- Илгизәр Диҡҡәт
- Азат Абдуллин
- Чекмарёв Сергей Иванович
- Хәсән Назар
- Ғиззәтуллина Гөлсирә Мирза ҡыҙы
Журналистар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Исмәғилев Абдулла Ғиниәт улы
- Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы (2.02.1919—21.08.1991), журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956—1971 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтенең баш мөхәррире, 1963 йылдан — директоры. 1959 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1969), матбуғат отличнигы (1984). Үтәғол ауылынан[19].
Спортсылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дин әһелдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Административ төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2008 йылдың ноябренә ҡарата 15 ауыл биләмәһе бар:
- Абҙан ауыл советы — Абҙан ауылы
- Әбүләис ауыл советы — Малиновка ауылы
- Байыш ауыл советы — Байыш ауылы
- Байдәүләт ауыл советы — Сирғол ауылы
- Бикбау ауыл советы — Бикбау ауылы
- Иҫәнғол ауыл советы — Иҫәнғол ауылы
- Ҡаҙанболаҡ ауыл советы — Иҙелбәк ауылы
- Муйнаҡ ауыл советы — Үрге Муйнаҡ ауылы
- Яңы Петровка ауыл советы — Яңы Петровка ауылы
- Яңы Себенле ауыл советы — Ишемғол ауылы
- Һаҡмар ауыл советы — Һаҡмар ауылы
- Һүрәм ауыл советы — Күгәрсен ауылы
- Таҙлар ауыл советы — Таҙлар ауылы
- Үтәғол ауыл советы — Үтәғол ауылы
- Яңыбай ауыл советы — Яңыбай ауылы
Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Район иҡтисадының төп тармағы — ауыл хужалығы, ул мөгөҙлө эре мал үрсетеүгә һәм һарыҡсылыҡҡа махсуслашҡан. Иген һәм мал аҙығы культуралары, көнбағыш үҫтерелә.Районда һөт, кирбес, асфальт заводтары, юл һалыу-ремонтлау төҙөлөш идаралығы, механизацияланған күсмә колонна, урман хужалығы, «Агропромхимия», район электр селтәре берекмәләре эшләй. Ауыл хужлығы техникалары Иҫәнғол, Таҙлар һәм Абҙан ауылдарында ремонтлана.
Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ырымбур өлкәһендә урынлашҡан Һарыҡташ тимер юл станцияһы аша район Көньяҡ Урал тимер юл магистраленә сыға. Автомобиль юлдары Өфө, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Баймаҡ, Сибай ҡалалары менән тоташтыра.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 2,6 2,7 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
- ↑ Рәшит Шәкүр. Һәр атама ҡомартҡы. «Башҡортостан» гәзите, 2014 йыл, 21 февраль
- ↑ перепись населения СССР 1939 года
- ↑ перепись населения СССР 1959 года
- ↑ перепись населения СССР 1970 года
- ↑ перепись населения СССР 1979 года
- ↑ перепись населения СССР 1989 года
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года
- ↑ 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 года — Рәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
- ↑ Население Башкортостана: XIX—XXI века: статистический сборник/ Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан.- Уфа: Китап, 2008.- 448 с.:ил.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Бикбулатов Зиннәт Төхфәт улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 14 май 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡадиров Урал Ғаян улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 8 март 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Рәхмәтуллин Ибраһим Ғәйзулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Сафин Вадим Фәтхи улы 2016 йыл 5 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 апрель 2018)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Күсәков Сабир Мөхәмәтғәле улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 февраль 2019)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатова Әлмира Шәриф ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 15 октябрь 2017)
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы — Ҡыуатов Сафа Солтанморат улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2019)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ейәнсура районы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 26 ғинуар 2023)
- Райондың рәсми сайты