Ейәнсура районы (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башкортостандың Ейәнсура районы менән бутамаҫҡа

Ейәнсура районы
Нигеҙләү датаһы 1934
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1958

Ейәнсура районы — СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Ырымбур һәм Чкалов өлкәһе составында торған административ-территориаль берәмек, 1935—1959 йылдарҙа ғәмәлдә була. Административ үҙәге — Ырымбур (Чкалов) өлкәһенең Ейәнсура (Бәкәтәр) ауылы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың Ырымбур (Чкалов) өлкәһендәге элекке Ейәнсура районы 1935 йылдың ғинуарында Ырымбур өлкәһе (1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе) составында ойошторолған район була[1].

1945 йылда был Ейәнсура районы составына туғыҙ ауыл Советы ингән була: Үрге-Озернинский ауыл Советы, Дон, Желтый, Ейәнсура, Кондуровский, Ҡоро юл, Яңы Михайловка, Рыҫҡул һәм Сабатар ауыл Советтары — үҙ эстәренә ингән ауылдар менән бергә[2].

Ырымбур (Чкалов) өлкәһенең Ейәнсура районы 1959 йылдың 21 июлендә ғәмәлдән сығарыла-бөтөрөлә, уның территорияһы Ырымбур өлкәһенең Бүртә (һуңғараҡ Һарыҡташ һәм Соль-Илецк) районы һәм Ҡыуандыҡ районы составына бүленеп индерелә[1] һәм хәҙерге ваҡытта шул райондар составында тора. Ҡыуандыҡ районына хәҙерге көндә элекке Ейәнсура районының Сабатар ауыл Советы, Ҡороюл ауыл Советы, Ейәнсура ауыл Советы, Ҡыуандыҡ ҡалаһы инә. Элекке Ейәнсура районының үҙәге Ейәнсура (Бәкәтәр) ауылында дөйөм белеү мәктәбе, элеватор, дауахана, элемтә бүлеге һәм башҡа ойошмалар эшләй.

Арҙаҡлы кешеләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Мстислав Ҡулаев (1873—1958) — беренсе башҡорт алфавитын теҙөүсе (Ейәнсура ауылы).
  • Туҡтағолов Артур Бәҙри улы (1967 й.т.) — йырсы, музыкант, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (Кесе Сурай ауылы).

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]