Елена Джионат

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елена Джионат
Elena Djionat
Тыуған көнө

1888({{padleft:1888|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Бозиены ауылы

Вафат булған көнө

1936({{padleft:1936|4|0}})

Вафат булған урыны

билдәһеҙ

Подданлығы

Румыния короллеге Румыния

Эшмәкәрлеге

тәрбиәсе, журналист, хоҡуҡ яҡлаусы, «Бессарабия ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы»ның ойоштороусыларының береһе һәм лидеры

Елена Джионат (рум. Elena Djionat) — тәрбиәсе, журналист, хоҡуҡ яҡлаусы, «Бессарабия ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы»ның ойоштороусыларының береһе һәм лидеры

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1888 йылда Рәсәй империяһының (хәҙерге Молдавия Хынчешты районының) Бозиены ауылында тыуған.

Ике йыл дауамында Одесса университетының медицина факультетында белем ала.[1]

1917 йылдың сентябрендә Кишинёв ҡалаһында тәүге румын мәктәбенә нигеҙ һала[2]. 1919 йылдан 1935 йылдарҙа башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, бер осор уның директоры вазифаһын башҡара.

Педагогик эшмәкәрлектән тыш, феминизм хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. 1928 йылдың ноябрендә Кишинёвта ҡатын-ҡыҙҙар йыйылышын ойоштора, Бессарабия ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына нигеҙ һала һәм уны етәкләй.

1933 йылдың 18-19 июнендә Бессарабия ҡатын-ҡыҙҙарының 1-се съезы булы, бында Румыния короллегенең барлыҡ төбәгенән делегаттар саҡырыла. Конгрессты Елена Джионат етәкләй.

Халыҡ крәҫтиән партияһы ағзаһы булып китә. Үҙ аҡсаһына «Феминистик хәрәкәт» журналын нигеҙләй[3].

Бессарабия ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы Румыния короле Кароль II мөрәжәғәтнамә яҙа, унда енескә, ҡатламға, килемгә йәки титулға ҡарамай барлыҡ граждандарға тулы сәйәси һәм гражданлыҡ тигеҙ хоҡулығын, һәм шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар белеменә төрлө сикләүҙәрҙе бөтөрө-ҙе талап итә.

1936 йылдан һуң Елена Джионаттың артабанғы эшмәкәрлеге билдәһеҙ ҡала[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • A Biographical Dictionary of Women’s Movements and Feminismus in Central, Eastern and South Eastern Europe, 19th and 20th Centuries / [Eds.]: De Haan, F. — Daskalova, K.- Loutfi, A. Budapest — New York, Central European University Press 2006. 678 s. ISBN 963-7326-39-1
  • Familia Română"