Елмерҙәк (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Елмерҙәк(һырт) битенән йүнәлтелде)
Елмерҙәк
Характеристики
Оҙонлоғо75 км
Киңлеге10 km
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге921 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Елмерҙәк
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Елмерҙәк

ЕлмерҙәкБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау һырты. Белорет районы буйлап Егәҙе йылғаһы тамағы киңлегенән Инйәр йылғаһына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 70 км, киңлеге 4—9 км, абсолют бейеклеге 909 м.

Рельефында һөҙәк биләндәр м‑н айырылған ҡаялы һәм тигеҙ түбәләр өҫтөнлөк итә. Аркоз һәм кварцлы ҡомташтарҙан, елмәрҙәк свитаһы гравелитынан, әүжән свитаһы эзбизташынан, доломитынан һәм полимикт ҡомташынан, вендтың әшә серияһына ҡараған ҡомташтан һәм алевролиттан тора.

Тау битләүҙәре ҡайын, йүкә ҡатыш киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урман м‑н ҡапланған. 600 м бейегерәк өлөшөн шыршы, ҡарағай ҡатыш киң япраҡлы кәкре урман биләй, түбәләрендә ҡоро тау болондары осрай. Тау араһы уйһыулыҡтары һаҙланған торфлы болондарҙан тора.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елмерҙәк һырты башланған урын. Белорет районы, Йөйәк ауылы янындағы Сутый тауы

Зильмердак с башкирского — останавливающий ветер. По другой версии, ел — «ветер», бар — «есть», ҙәк — «гора»[1]. Шулай уҡ урындағы халыҡ фаразы буйынса, "елберҙәк" - "елберҙәү" тигән һүҙҙән килеп сығыуы ла ихтимал, сөнки һырт япраҡлы ағастар менән ҡапланған һәм, елдәр йыш булыу сәбәпле, ағастар сайҡалып торған (Р.Б. Ғәйнетдиновтан яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова яҙып алған)

Әҙәбиәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҙыусы Гүзәл Ситдиҡованың "Күсле ил - көслө ил" тигән китабында Елмерҙәк һырты тураһында ошондай юлдар бар:

Аҫҡын баҙары тигәне - әлеңге Архангел районы үҙәгендәге баҙар. Белорет районының Инйәр ҡасабаһына терәлеп ятҡан Уҫманғәле ауылынан нисәмә саҡрымға һуҙылған Елмерҙәк аша өймәкәй тейәлгән ҡул санаһы менән ҡар кисә-кисә төшөп ҡара әле! Бөгәсә төҙөк, таҙартылып торған шул трассала машиналы килеш ни рәүешле аҙапланалар - мәкерле боролоштарын, текәлеген ҡәһәрләй-ҡәһәрләй, шоферҙар «Тещин язык» тип атама биргәндәр хатта [2]

.

Видео[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • YouTube сайтында Видео "Елмерҙәк" этно-рок төркөмө
  • YouTube сайтында Видео Экспедиция на хребет Зильмердак
  • YouTube сайтында Видео Ирек Саубанов Через Зильмердак

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Краткая географическая энциклопедия. Том 2/Гл.ред. Григорьев А. А. М.: Советская энциклопедия — 1961, 592 с. с илл. и карт., 27 л. карт. и илл., 1 л. отд. карты

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Елмерҙәк бөгөлө

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.68.
  2. Гүзәл Ситдиҡова.Күсле ил — көслө ил: күңел сәхифәләре, шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 448 б.