Елмерҙәк (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Елмерҙәк
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары
Оҙонлоғо75 км
Юғары нөктәһе921 м
Елмерҙәк (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Елмерҙәк
Елмерҙәк (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Елмерҙәк

ЕлмерҙәкБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы тау һырты. Белорет районы буйлап Егәҙе йылғаһы тамағы киңлегенән Инйәр йылғаһына тиклем меридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 70 км, киңлеге 4—9 км, абсолют бейеклеге 909 м.

Рельефында һөҙәк биләндәр м‑н айырылған ҡаялы һәм тигеҙ түбәләр өҫтөнлөк итә. Аркоз һәм кварцлы ҡомташтарҙан, елмәрҙәк свитаһы гравелитынан, әүжән свитаһы эзбизташынан, доломитынан һәм полимикт ҡомташынан, вендтың әшә серияһына ҡараған ҡомташтан һәм алевролиттан тора.

Тау битләүҙәре ҡайын, йүкә ҡатыш киң япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы урман м‑н ҡапланған. 600 м бейегерәк өлөшөн шыршы, ҡарағай ҡатыш киң япраҡлы кәкре урман биләй, түбәләрендә ҡоро тау болондары осрай. Тау араһы уйһыулыҡтары һаҙланған торфлы болондарҙан тора.

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Зильмердак с башкирского — останавливающий ветер. По другой версии, ел — «ветер», бар — «есть», ҙәк — «гора»[1].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Краткая географическая энциклопедия. Том 2/Гл.ред. Григорьев А. А. М.: Советская энциклопедия — 1961, 592 с. с илл. и карт., 27 л. карт. и илл., 1 л. отд. карты

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Елмерҙәк бөгөлө

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Словарь топонимов Республики Башкортостан. Уфа: Китап, 2002. 256 с. — С.68.