Емеш ҡорттары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Емеш күбәләге битенән йүнәлтелде)
Емеш ҡорттары
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cydia nigricana (Fabricius, 1794)


Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
NCBI  753170
EOL  361607

Емеш ҡорто, емеш күбәләге[1], емеш мыры[2] (лат. Cydia nigricana, syn. Laspeyresia nigricana, (рус. Плодожорка[3]) –япраҡтөргөстәр ғаиләһенән булған күбәләк төрҙәренең гөмөми исеме. Ҡарышлыуыҡтары, башлыса, үҫемлек емештәрендә үҫә. 50 -гә яҡын төрө билдәле, уларҙың күбеһе культуралы үҫемлек ҡортоҡостары. Ҡанат йәйеме 8-20 мм, кәүҙәһенең киңлеге оҙонлоғоноң яртыһын тәшкил итә.

Борсаҡ ҡорттары Laspeyresia nigricana борсаҡ һ.б. ҡуҙаҡлы культураларҙы зарарлай. Бер йылда 1 быуын үҫеп етә. Ҡарышлауыҡтартупраҡта ҡышлай. Күбәләктәр борсаҡның сәскә атыу ваҡытында осоп сыға. Инә заттар күкәйен күбеһенсә япраҡтарға һала. Ҡарышлауыҡтар ҡуҙаҡ эсенә керә һәм борсаҡ бөртөгөн кимерә.

Алмағас ҡорттары (Laspey­resia (Carpocaрsa) pamonella), слива  ҡорттары (L. (Gra­pholitha) funebrana) һәм борсаҡ  ҡорттары (L. nigricana) киң таралған.

Емеш ҡорттары менән көрәшеү ысулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иртә яҙҙа ағас кәүҫәләрен ҡороған ҡайырҙан таҙартыу, емеш ағастарына фосфорорганик препараттар (метатион йәки метафос) һиптерү; слива ҡорттары − баҡсала тупраҡты йәйен йомшартыу, көҙөн эшкәртеү, химик препараттар менән бөркөү; борсаҡ ҡорттары − көҙҙән ерҙе тирән итеп һуҡалау, 2 тапҡыр трихограммалар ебәреү, сәсеүлек майҙанына метафос һиптереү.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
  2. Терминологический словарь по зоологии. Русско-башкирский и башкирско-русский (Т.Г.Баишев, 1952)
  3. Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 207. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Кузнецов В.И. Сем. Tortricidae (Olethreutidae, Cochylidae) - Листовертки. / Бөжәктәр и клещи - вредители сельскохозяйственных культур. Т. 3. Ч. 1. Тәңкәҡанатлылар. СПб.: Наука, 1994. С.51-234.