Эстәлеккә күсергә

Еникале

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәлғә
Еникале
Один из полубастионов Еникале
Один из полубастионов Еникале
ИлРәсәй
ҠалаКерчь
Координаталар45/21/3.24/N/36/36/11.3/E
АрхитекторГолоппо
Төҙөлә1699—1706 йылдар
Төп ваҡиғалар:
21 июнь 1771 йыл1771 йылдың 21 июнендә ҡәлғә рус армияһына һуғышһыҙ бирелә
1774 йылКерчь һәм Еникале Рәсәйгә тапшырыла
1835 йылЕникалела хәрби госпиталь урынлаша
1880 йыл Госпиталь бөтөрөлә, ҡәлғә ташландыҡ хәлдә ҡала
Статусархитектура ҡомартҡыһы
Объект культурного наследия народов РФ федераль әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты федераль әһәмиәтендәге
рег. № 911510358960006 (ЕГРОКН)
объект № 8230440000 (БД Викигида)
Бөгөнгө хәлеЕмереклектәр

1706

1703 йылда подполковник Нестеров тәҡдим иткән Керчь боғаҙы нығытмалары планынан һүрәт[1].

Еникале́, Ени́-Кале́ (укр. Єнікале, ҡырымтат. Yeñi Qale, Енъи Къале) — XVIII быуат башында төрөктәр тарафынан Ҡырымда Керчь боғаҙы ярында төҙөлгән һәм юҡҡа сыҡҡан ҡәлғә.

Исеме төрөк[2] һәм ҡырым татарҙары теленән тәржемә иткәндә «яңы ҡәлғә» (yeni — яңы, qale — ҡәлғә) тигәнде аңлата. Әлеге ваҡытта Еникале Керчь ҡалаһы эсендә урынлашҡан. Борон Еникале ҡәлғәһе урынында, ҡайһы бер археологтар фаразлауынса, грек ҡаласығы (торағы[3]) Парфенион[2], ә уның ҡаршыһында, боғаҙҙың көнсығыш ярында — Ахиллесҡа бағышланған ғибәҙәтханаһы булған икенсе бәләкәй ҡала, Ахиллеон урынлашҡан[4].

Боронғо заманда «яңы ҡәлғә» урынында грек ҡаласығы Парфенион урынлаша. Урта быуаттарҙа (XIII быуаттан) бында XV быуат аҙағында Ғосман империяһы биләмәһенә күскән Генуя колонияһы була[2].

Ҡәлғә 1699—1706 йылдарҙа төҙөлә[4]. Төҙөлөш менән ислам динен ҡабул иткән итальянлы Голоппо етәкселек итә. Шулай уҡ эштәрҙә бер нисә француз инженеры ҡатнаша[5].

Еникале Ғосман империяһы өсөн мөһим стратегик әһәмиәткә эйә була: керчь боғаҙының иң тар өлөшөндә урынлашҡан һәм ҡеүәтле пушкалар менән ҡоралланған ҡәлғә Аҙау һәм Ҡара диңгеҙҙәр араһында Рәсәй караптарының үтеүенә ҡамасаулай.

Еникале яҡынса 2,5 гектар майҙанды биләй.Ҡәлғә дөрөҫ булмаған бишмөйөш формаһында була һәм текә битләүҙә бер нисә кимәлдә урынлаша. Мөйөштәрендә оҙайлы ҡамауға һәм ҡеүәтле артиллерия утына ҡаршы тора алырлыҡ биш ярымбастион урынлашҡан. Ҡәлғә өс яҡтан соҡор менән уратып алынған (яр буйы яғынан башҡа).

Ҡәлғә территорияһында ике дары келәте, арсенал, торлаҡ йорттар, һыу резервуары, мунса, мәсет урынлашҡан. Ҡәлғәнең гарнизонынында 800-гә яҡын ғосман һәм 300 ҡырым татар һалдаты була. Ул төрөк пашаһының резиденцияһы булып хеҙмәт итә.

Етди проблема булып сөсө һыу етешмәүе тора — ҡәлғәләге берҙән-бер ҡоҙоҡ уның бөтә халҡын һыу менән тәьмин итә алмай. Шуға күрә һыу биреү өсөн төҙөүселәр ер аҫтынан керамик һыу үткәргес һала, Ул ҡәлғәнән бер нисә километр алыҫлыҡта урынлашҡан сығанаҡ менән тоташтыра (хәҙерге Глазовка ҡасабаһы территорияһы).

Ғосмандар ваҡытында Еникале ҡәлғәһендә ҡолдар баҙары эшләй. Һуңынан ҡолдар менән сауҙа итеү кәмей[6].

Рәсәй империяһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1771 йылдың йәйендә Рус-төрөк һуғышы (1768—1774 йй.) барышында Рәсәй армияһы Ҡырымға инә. 21 июндә Еникалеҙы генерал-майор Н. В. Борзовтың Икенсе армияһы һуғышһыҙ ала. Төрөк гарнизоны ҡәлғәне ҡалдыра, ә комендант[7] Кафу аша Синопҡа ҡаса. 1774 йылда Кючук-Кайнарджий килешеүе буйынса Керчь Һәм Еникале Рәсәйгә тапшырыла һәм 1821 йылда Таврия губернаһының Керчь-Еникале ҡала хакимиәте ойошторола[8]. 1818 йылғы ведомость буйынса, ҡәлғә ҡоралланыуында 52 пушка, 10 мортира була, казармаларҙа 770 кеше урынлаша[2].

XIX быуат башына Еникале хәрби әһәмиәтен юғалта, һәм 1835 йылда уның территорияһында хәрби госпиталь төҙөлә, ул 1880 йылға тиклем эшләй. Хәрби госпиталь бөтөрөлгәндән һуң, Еникале тулыһынса ташландыҡ хәлгә килә.

Хәҙерге ваҡытта Еникале Керчь һәм Ҡырымдың иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Ҡәлғәгә дәүләт тарафынан һаҡланған архитектура ҡомартҡыһы статусы бирелә.

XX быуаттың икенсе яртыһында Еникалела бер нисә тапҡыр реставрация эштәре үткәрелһә лә, бөтә ҡәлғә тиерлек емерек хәлдә. Ҡапҡалар, ҡәлғә диуарҙары фрагменттары һәм яр буйы яғынан ярымбастионы яҡшыраҡ һаҡланған.

Ҡәлғә территорияһы буйлап Керчь менән Керчь паром кисеүен тоташтырыусы бер юллы тимер юл тармағы үтә. Ҡырым күперен сафҡа индереү, уға тимер юл ағымын күсереү һәм ҡәлғә аша үткән тармаҡты ябыу тарихи объектты һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.

  1. Елагин С. И., «История русского флота. Период азовский». — СПб., 1864
  2. 1 2 3 4 Еникале // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.
  3. Еникале // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. СПб., 1907—1909.
  4. 1 2 Еникале // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Крепость Еникале. «Керчь» — это мой город. Дата обращения: 10 сентябрь 2008. Архивировано 27 сентябрь 2011 года.
  6. Торговля невольницами на черноморском побережье Северо-Западного Кавказа. Российский Кавказ. Дата обращения: 20 ғинуар 2021. Архивировано 27 ғинуар 2021 года.
  7. Абаза-Мухаммед // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). СПб., 1890—1907. (рус.)
  8. Крепость Еникале. www.someplaces.spb.ru. Дата обращения: 10 сентябрь 2008. Архивировано из оригинала 19 март 2012 года.