Енәйәтсесә уйлау-фекерләү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мыслить как преступник
Criminal Minds
Жанр

Процедурная драма

Ижад итеүсе

Джефф Дэвис

Сценарист

Джефф Дэвис

Ролдәрҙә

Пэджит Брюстер
Томас Гибсон
Мэнди Патинкин
Мэтью Грей Габлер
Шемар Мур
Эй Джей Кук
Джо Мантенья
Кирстен Вангснесс
Лола Глаудини
Пэйджит Брюстер
Джинн Трипплхорн
Дженнифер Лав Хьюитт

Композитор

Марк Фантини
Стефан Фантини

Ил

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ

Сезон

16

Серий

334 (список эпизодов[d] һәм список эпизодов[d])

Производство
Продюсер

Эрика Мессер
Дебора Спера
Джиджи Коэлло-Бэннон
Марк Гордон
Джанин Шерман Барруа

Сериялар оҙонлоғо

42 минуты

Трансляция
Телеканал

CBS

Экрандарҙа

22 сентября 2005 — настоящее время

Хронология
Һылтанмалар
Сайт

Официальный сайт

 Енәйәтсесә уйлау-фекерләү Викимилектә

«Енәйәтсесә уйлау-фекерләү» (ингл. Criminal Minds) — иң хәйләкәр енәйәтселәрҙең дә уй-фекерҙәрен аңлай һәм анализлай, уларҙың артабан ни эшләрен алдан күрә белгән һәм шул рәүешле ауыр енәйәттәргә юл ҡуймаусы ФБР-ҙың иң оҫта тәфтишселәре командаһының эше тураһындағы Америка телесериалы. Ябай криминалистар берәй енәйәт эшен аса алмағанда кешенең тәртибен анализлау буйынса белгестәр ярҙамға килә. Енәйәтсе ҡалдырған эҙҙәрҙе ентекле тикшереү урынына улар, енәйәтсенең һәр аҙымын һәм уй-фекерен аңларға тырышып, енәйәтсенең енәйәт ҡылыу сәбәбен табырға һәм уға төшөнөргә тырыша.

Енәйәт урынында эш алып барып, профессионалдар, енәйәт ҡылған кешенең уй-фекерен аңларға тырышып, уны, уйҙары ни тиклем генә ҡара булмаһын, әйтерһең дә, эс яҡтан тикшерә.

Сериал премьераһы CBS телеканалында 2005 йылдың 22 сентябрендә була. Сериалдың өсөнсө миҙгелендә сценаристарҙың баш күтәреүе арҡаһында бер аҙ өҙөклөк килеп сыға. Әммә 2008 йылдың апрелендә ҡалған сериялар күрһәтелә. 2015 йылдың 11 майында канал сериалды ун беренсе миҙгелгә оҙайта, ә 2016 йылдың 6 майында[1] CBS ун икенсе миҙгелгә контракт төҙөй.[2]

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта сериалдың сюжеты агент Джейсон Гидеон (Мэнди Паткин) һәм Аарне Остер (Томас Гибсон) тирәләй генә ҡоролған була.. Уларҙан тыш, беренсе миҙгелдә кешенең уй-ғәмәлдәрен анализлау командаһына агенттар Элл Гринуэй (Лола Тауҙин), Дерек Морган (Шымар Мур), Дженифер «Джей-Джей» Джеро (Әй Джей Кук), шулай уҡ доктор Спенсер Рид (Мэтью Грей Габер) һәм программалаусы Пенелопа Гарсия (Кирстен Ванесса) инә. Сериал башында Кирстен Ванесса даими иэшләүсе актерҙар составында булмай, ул тик саҡырылған йондоҙ сифатында ғына күренеп ҡала.

Икенсе миҙгелдә Лола Глаудини алтынсы эпизодтан һуң проекттан китә һәм туғыҙынсы эпизодта актриса Эдит Брюстер агент Эмили Пресс ролендә уйнай. Өсөнсө миҙгел башында Мэнди Патинкин китә. Уның урынына Джо Мантенья агент Дэвид Росси ролендә килә. Алтынсы миҙгелдә Эй Джей Кук икенсе эпизодтан һуң проекттан китә. Ошо уҡ миҙгелдә яңы персонаж Эшли Сивер (Рэйчел Николс) барлыҡҡа килә. Бынан тыш, алтынсы миҙгелдә Пэджит Брюстер шоуҙан китә, ә Эй Джей Кук, һуңғы эпизодта махсус ҡунаҡ рәүешендә ҡатнашыу өсөн, кире ҡайта.

Куктың ике йылға контракт төҙөүе һәм етенсе миҙгел башында даими эшләүсе актерҙар составына кире ҡайтыуы тураһында иғлан ителә. Шулай уҡ Брюстерҙың да етенсе миҙгелдә кире ҡайтасағы хаҡында билдәле була.[3] 2011 йылдың майында Николс менән контрактты оҙайтмаҫҡа ҡарар ителә.

Мур һәм Гибсон һигеҙенсе миҙгелгә контракттарын оҙайта.

2012 йылдың 15 февралендә Deadline.com Пэджит Брюстерҙың етенсе миҙгел аҙағында шоуҙан китәсәге тураһында белдерә[4].

Сериалда «UNSUB» термины йыш ҡулланыла. Был һүҙ «unknown subject» һңҙенән килеп сыҡҡан һәм «билдәһеҙ кеше, субъект» тигәнде аңлата.

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актёр Персонаж Звание Сезоны
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13
Томас Гибсон Аарон «Хотч» Хотчнер Старший специальный агент Постоянный
Мэнди Патинкин Джейсон Гидеон Специальный агент Постоянный
Шемар Мур Дерек Морган Специальный агент/тактический тренер Постоянный Гость
Мэтью Грей Габлер Спенсер Рид Специальный агент/доктор Постоянный
Лола Глаудини Элл Гринуэй Специальный агент Постоянный
Эй Джей Кук Дженифер «Джей-Джей» Джеро Специальный агент/агент по связям с общественностью Постоянный Гость Постоянный
Кирстен Вангснесс Пенелопа Гарсия Штатный программист Периодически Постоянный
Джо Мантенья Дэвид Росси Специальный агент Постоянный
Пэйджит Брюстер Эмили Прентис Специальный агент Постоянный Гость Гость Постоянный
Рэйчел Николс Эшли Сивер Агент Постоянный
Джинн Трипплхорн Алекс Блейк Доктор/эксперт лингвистики в ФБР Постоянный
Дженнифер Лав Хьюитт Кейт Каллэхэн Специальный агент Постоянный

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аарон «Хотч» Хотчнер (Томас Гибсон) — ФБР-ҙың кешенең уй-ғәмәлдәрен анализлау бүлеге начальнигы. Ҡаты булыуы менән айырылып тора. Йыш ҡына бойороҡтарҙы һәм эште теүәл үтәүгә өҫтөнлөк бирә. Һулаҡай. Хотчтың ҡустыһы — Шон бар. Өсөнсө миҙгелдә ҡатыны Хейли улы Джек менән, Аарон эше менән шәхси тормошон айырмағаны өсөн, унан китә. Дүртенсе миҙгелдә Хотчтың шәхси дошманы — Бостон Тармарсыһы/Джордж Фойет хасил була. Хотч уның тәҡдиме менән риза булмай һәм енәйәтсе ҡаса. Дүртенсе миҙгел аҙағында Джордж Фойет Хотчты ҡаты йәрәхәтләй. Бишенсе миҙгелдә ул Хотчтың элекке ҡатыны Хейли менән улы Джекты эҙләп таба, Хотч күпме генә уларҙы һаҡларға һәм яҡларға тырышмаһын, Фойет Хейлиҙы үлтерә. Әммә ул Джекты үлтереп өлгөрмәй — Хотч енәйәтсенең үҙен юҡ итә. Аарон улын үҙ ҡанаты аҫтына ала. Һигеҙенсе миҙгелдә Хотч менән Бетт Клемонс араһында романтик мөнәсәбәттәр барлыҡҡа килә. Һигеҙенсе миҙгелдә ҡатынды Нью-Йоркка эшкә саҡыралар. Әммә улар араһындағы мөнәсәбәт өҙөлмәй.
  • Джейсон Гидеон (Мэнди Патинкин), 1-3-сө миҙгелдәр. Бүлектең иң яҡшы профайлеры һәм төркөмдөң элекке начальнигы (Хотчнерға тиклем). Бүлеккә кире ҡайтҡанынса уның депрессия кисереүе хаҡында (Бостондағы складҡа алты агентты ебәрергә ҡарар итеүе арҡаһында улар шартлап һәләк була) хәбәр ителә. Гидеондың тәнҡите уны төркөм етәксеһе вазифаһынан алып ташлауҙарының төп сәбәбенә әйләнә булһа кәрәк. Ул ЦРУ-ға енәйәтселәрҙең эш-ғәмәле-холҡон анализлау буйынса үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Бер нисә ваҡиғанан, өйөндә күптәнге танышы Сараның үлеменән һәм Хотчты ике аҙнаға вазифаһынан ситләтеүҙәренән һуң Гидеондың күңеле ҡатып ҡалған кеүек тойола. Урмандағы коттеджында ул Ридҡа «мин был тормошто аүламай башланым» тигән һүҙҙәр менән хушлашыу хатын, танытмаһын, пистолетын ҡалдырып, удостоверение, пистолет и уехал в неизвестном направлении «бәхет эҙләү ышанысы менән» билдәһеҙ йүнәлештә сығып китә. Унынсы миҙгелдә уны үлтерәләр.
  • Дерек Морган (Шемар Мур) — үҙ-үҙенә ныҡ ышанған, ныҡышмал, тиҙ ҡыҙып китеүсән, университетҡа футбол стипендияһына уҡырға инә, дзюдо буйынса ҡара билбауға эйә. ФБР-ҙа үҙ-үҙеңде яҡлау күнекмәләрен алып бара. Элек саперҙар подразделениеһында хеҙмәт иткән. Чикаго полицияһы офицеры булған. Бала сағында уны футбол буйынса тренеры көсләгән. Үҙе әйтеүенсә, ул енәйәтселәргә ҡаршы көрәшергә ҡарар иткән. Бишенсе миҙгелдә ваҡытлыса Хотчнерҙы бүлек етәксеһе урынында алыштыра.[5] ун йәшендә атайһыҙ ҡалған — атаһын талаусы улының күҙ алдында үлтерә. Әсәһе менән ике һеңлеһе Чикагола йәшәй. Пенелопа Гарсиа менән эмоциональ бәйләнештә — бер-береһе менән шаярышһа ла, осрашмайҙар. Ун беренсе миҙгел аҙағында ул өйләнә һәм, улы тыуғандан һуң, эшенән китә.
  • Элл Гринуэй (Лола Глаудини), 1-2-се миҙгелдәр. Енси характерҙағы енәйәттәр буйынса белгес. Уның атаһын, полиция офицерын, эш урынында үлтерәләр. Ярым кубинка, испан телен белә. Ул эҙләгән енәйәтсе уны өйөндә ата һәм ҡорбанының ҡаны менән өй стенаһында яҙыу ҡалдыра. Элл эшенә тиҙ арала эшенә кире ҡайта, тик аҙағыраҡ, үҙ-үҙен тота алмайынса, сериялап көсләүсене атып үлтерә. Ғәйебен танымайынса (йәнәһе, ул үҙ-үҙен яҡлаған), эшенән китә.
  • Дженнифер Джеро «Джей-Джей» (Эй Джей Кук) — команданың матбуғат һәм ерлектәге полиция менән бәйләнеше өсөн яуаплы, йәғни коммуникация бүлеге координаторы. Подразделение шөғөлләнергә тейешле эштәрҙе һайлай. Кеше менән аралашҡанда мөләйем. Алтынсы миҙгелдә Пентагондағы юғары етәксе баҫымы аҫтында Эрин Штраусс директоры итеп күсерелә. Етенсе миҙгелдә командаға кире ҡайта. Яңы Орлеан полицияһы офицеры Уильям ЛаМонтейн менән осраша. Уртаҡ улдары Генри бар. Етенсе миҙгел аҙағында Уилл, яурыны йәрәхәтләнеүҙән, саҡ үлмәй ҡала. Дауаханала ул Джей-Джейға тәҡдим яһай, һәм улар бер нисә көндән өйләнешә. Туғыҙынсы миҙгелдә уны һәм Мэта Крузды урлайҙар. Баҡһаң, Пентагонда эшләгән сағында ул һәм Круз Эрин Штраусс менән Афғанстанда йәшерен операция өҫтөндә бергә эшләгән булалар. Һәм шул саҡта Джейҙың ауыры төшә. Унынсы миҙгел аҙағында ҡатын ауырға ҡалыуын аңлай.
  • Спенсер Рид (Мэтью Грей Габлер) — с IQ 187 бүлегенең йәш генийы, минутына 20000 һүҙ уҡый. Эйдетик хәтергә эйә. ФБР-ҙа эшләүсе иү йәш белгес. 12 йәшендә генә Лас-Вегаста мәктәп тамамлаған, 24 йәше тулыуға өс докторлыҡ дәрәжәһенә — математика, химия, инжерения буйынса — эйә булған. Психология, социология, философия буйынса бакалавр дәрәжәһенә эйә.[6] Рид ФБР-ға 2004 йылда килгән. Уны, башҡа агенттарҙан айырмалы булараҡ, һәр саҡ доктор тип таныштыралар. Быны Хотч йәш булыуы арҡаһында етди ҡабул итһендәр өсөн Рид тураһында кешелә баштан уҡ яҡшы фекер уятырға кәрәк тип аңлата.[6] Команда ағзаларының күпселеге егеттең һәр яҡлап тәрән һәм күп яҡлы белемле булыуынан шөрләй. Рид бик йомоҡ кеше. Был бүлектә эшләгән саҡта уны урлап, ныҡ туҡмайҙар. Наркотиктан бойондороҡлолоҡто ла кисергән. Яман себер шешенән саҡ үлмәй ҡалған. Яра ла алған. Әсәһе шизофрения менән сирләй Рид әсәһен Лас-Вегастағы психиатрик клиникаға үҙе урынлаштырған һәм көн дә уға хат яҙа. Джей-Джейҙың улы Генриҙың ҡиәмәтлек атаһы. Бүлектә уға балаға ҡарата булған мөнәсәбәт. Һигеҙенсе миҙгелдә егет Мейв исемле ҡыҙға ғашиҡ була. Ҡыҙ — генетик. Урланғанға тиклем егет менән ҡыҙ бер тапҡыр ҙа осрашмағандар. Ҡыҙҙы урлаусы ҡатын уны үлтерә. Шунлыҡтан Рид ике аҙна тирәһе үҙ-үҙенә бикләнә. Хеҙмәттәштәренең шылтыратыуына ла яуап бирмәй, өйөнән дә сыҡмай. .
  • Пенелопа Гарсиа (Кирстен Вангснесс) техник анализ өсөн яуаплы, штаттағы программист. Һылыу, һәйбәт ҡыҙ. 1977 йылда тыуған. Яҡындарын юғалтҡандарға ярҙам итеүсе төркөм ағзаһы. Ҡыҙҙың ата-әсәһе уға 18 йәшендә генә сағында авиаһәләкәттә һәләк була. Дүрт ҡустыһы бар. ФБР-ҙа проблемалар тыуҙырыусы хакерҙар исемлегендә торған. ФБР-ҙың базаһын боҙоп ингәс, уны үҙҙәренә алалар һәм хәҙер ул ФБР аналитигы Кевин Линч менән осрашып йөрөй, тик, кейәүгә сыҡҡыһы килмәгәнлектән, уның менән араларын өҙә. Джей-Джей-ҙың улы Генриҙың ҡиәмәтлек әсәһе. Алтынсы миҙгелдә командала Джей-Джейҙың ролен ваҡытлыса башҡара. Дерек Морган менән мөнәсәбәттә..
  • Дэвид Росси (Джо Мантенья) командала өсөнсө миҙгелдә барлыҡҡа килә. Кешенең холоҡ-тәбиғәтен анализлау бүлегенә нигеҙ һалыусы, тәжрибәле профайлер, китап яҙыу һәм лекция уҡыу өсөн хаҡлы ялға алдан китә, әммә 2007 йылда үҙенең тәүге эше буйынса үткән үлтереүсене тотор өсөн бүлеккә кире ҡайта. Команда менән эшләү яҡлы булмаһа ла, аралашҡанда йомшаҡ. Диүгеҙ пехотаһында хеҙмәт иткән. Өс тапҡыр өйләнгән. Етенсе миҙгелдә уның тәүге ҡатыны Кэролайн уға үҙенең сирле булыуы һәм йыл ярымлыҡ ҡына ғүмере ҡалыуы тураһында һөйләп бирә. Ҡатын Россиҙан уға үлергә ярҙам итеһен үтенә, әммә Росси был аҙымдан баш тарта, тик тиҙҙән дарыуҙарҙын ҡалған буш һауытты табып ала. Кэролайн Россиҙан 911-ҙе саҡырмауын һорай, ир уның менән ризалаша һәм ҡатыны иренең ҡулында үлә. Росси бер йыл буйы Эрин Штраусс менән осрашып йөрөй. Тик ҡатынды Подражатель үлтерә. Икенсе ҡатынынан уның ҡыҙы бар.
  • Эмили Прентисс (Пэджит Брюстер), 2-се миҙгелдән эшләй башлай. Бүлектә эштән киткән Элл урынына килә. АҠШ вәкиленең ҡыҙы, Интерполдың элекке агенты, ғәрәп, испан, француз һәм итальян телен белә, әҙерәк урыҫса ла һупалай. Тәүәккәл һәм тыныс холоҡло. Прентисс үҙен бүлектең яңы хеҙмәткәре тип таныштырғас, Хотчнер ҡыҙға бында урынлашырға ғаиләһе ярҙам иткәндер тип уйлай. Тик аҙағыраҡ, команданың эшен белеп тороу һәм Хотчнерға «соҡор ҡаҙыу» өсөн ҡыҙҙы эшкә ФБР-ҙың бүлек етәксеһеЭрин Штраусс урынлаштырғаны асыҡлана. Прентисс Штраусҡа ярҙам итеүҙән баш тарта һәм эштән китергә ҡарар итә. Алтынсы миҙгелдә уны, Йен Дойл ҡаты йәрәхәтләүенә ҡарамаҫтан, тере ҡала. Шулай ҙа Хотч уның тере ҡалыуын йәшерә һәм был хәл команда өсөн етенсе миҙгелгә тиклем сер булып ҡала. Етенсе миҙгелдә ҡыҙ командаға кире ҡайта. Миҙгел аҙағында уға Интерполға күсергә тәҡдим итәләр һәм ул, ризалығын биреп, Лондонға оса. Туғыҙынсы миҙгелдә ҡунаҡҡа килә һәм урланған Джей-Джей менән Крузды табырға ярҙам итә.
  • Доктор Алекс Блейк (Джинн Трипплхорн) һигеҙенсе миҙгелдең беренсе эпизодында килеп сыға. ФБР-ҙа лингвистика эксперты һәм Джорджтаун университеты профессоры. Ире «сикләүҙе белмәгән табиптар» ойшомаһында эшләй. 9 йәшлек улы билдәһеҙ сирҙән вафат булған. Эмили Прентиссты Интерполға күсергәс барлыҡҡа килә. Эрин Штраусс менән мөнәсәбәттәре насар, сөнки себер вабаһы осоронда ошо эш буйынса эш алып барғандарға Штраусс аяҡ салған. Блейк ФБР-ҙа үҙ статусын тергеҙеүгә күп көс һала. Туғыҙынсы миҙгел аҙағында Ридтың яраланыуында үҙен ғәйепле тип һанай. Рид менән хушлашҡанда уға үҙенең жетонын һәм танытмаһын ҡалдыра.
  • Кейт Каллэхэн (Дженнифер Лав Хьюитт) 10-сы миҙгелдә, Алекс киткәс, барлыҡҡа килә. Ире Крисс һәм ҡыҙы бар — 11 сентябрҙә ата-әсәһе һәләк булған Мегты ҡыҙлыҡҡа алған. Миҙгел уртаһында үҙенеү йөклө булыуын белә. Миҙгел аҙағында Мегты урлайҙар, тик команда тырышлығы менән ҡыҙҙы ҡотҡаралар.

Ярҙамсы ролдәрҙә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Джордан Тодд (Мета Голдинг), 4-се миҙгел — 2008 йыл аҙағынан 2009 йыл башына тиклем декрет ялындағы Джей-Джейҙы алмаштырыу өсөн һайлап алына. Ул элек ФБР-ҙың террорлыҡҡа ҡаршы көрәш бүлегендә эшләгән. Баштараҡ Джордан команда менән уртаҡ тел тапҡан һәм хатта Морган менән яҡшы мөнәсәбәттә кеһек тойола.. Хотчнер менән бер нисә тапҡыр сәкмәкләшеп ала. Иң тәүге бәрелеше Джордан үҙенә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе ҡорбандың әсәһен алдап алғас килеп сыға. Һуңыраҡ, ҡорбандарҙың береһенең үлемендә үҙ ғәйебен танығас, журналистар алдында үҙен тота алмағас, Хотчнер унан артабан эшен дауам итә алырлыҡмы-түгелме икәнлеген һорарға мәжбүр була. Декрет ялынан сыҡҡас, Джей-Джей элекке эш урынына ҙур теләк менән сыға.
  • Эшли Сивер (Рэйчел Николс), 6-сы миҙгел. Джей-Джей эшкә сыҡҡандан һуң килә. ФБР академияһы студенты. Уның серен күптәр белә. Атаһы 25-ләп ҡатын-ҡыҙҙы үлтергән була. Хотч тәүҙә уны бер эш буйынса консультатн итеп саҡыра, һәм Росси уға бында ҡалырға рәхсәт итә. Академияны тамамлағандан һуң ҡыҙ һынау срогы менән командаға агент сифатында алына. Етенсе миҙгел аҙағында Сиверҙың башҡа подразделениеға эшкә алыныуы тураһында билдәле була.
  • Диана Рид (Джейн Линч), 1-се-4-се миҙгелдәр. Спенсер Ридтың әсәһе. Улы кеүек үк, Шул тиклем һәм уның улы, ул хужа, юғары IQ эйә, ҡасандыр әҙәбиәт университеты профессоры булып торған. Шизофрения арҡаһында Спенсер 18 йәшендә уны Лас-Вегас дауаханаһына урынлаштыра. Ире Уильям ҡатынының сирле булыуын белгәс, ҡаса. Диана улы Спенсерға бик күп китаптар уҡыған. Рид уға көн һайын хаттар яҙа. Диана улы менән ғорурлана, әммә уның ФБР-ҙа эшләгәнен хупламай, сөнки хөкүмәт ойошмаһы икәнен һәм уның хеҙмәттәштәренә «фашистарға» ҡараған кеүек ҡарағанын аңлай.
  • Эрин Штраусс (Джейн Аткинсон) кешенең холоҡ-фиғелен анализлау төркөмө начальнигы булып тора. Уның ФБР-ҙағы эш тәжрибәһе административ яҡтан ғына. Ул бюролағы үҙ статусы менән файҙалана һәм Хотчты урынынан алып ташлау ниәтендә Эмилиҙан уға компромат табырға ҡуша. Ул Джей-Джейҙы ла Пентагонға күсергә мәжбүр иткән. Алкоголь бойондороҡлолоғонан бер нисә тапҡыр дауаланған. Һигеҙенсе миҙгелдә уны бөтә команда Подражатель тип йөрөткән енәйәтсе үлтерә.
  • Кевин Линч (Николас Брендон) командала өсөнсө миҙгелдән эшләй. 9-сы серияла ул Гарсияның компьютерына инеп, үҙенә кем атыуын белергә тейеш була. Пенелопаның компьютерҙы яҡшы белеүенә хайран була. Улар осраша башлай. 7-се миҙгелдә ул ҡыҙға тәҡдим яһай, тик ҡыҙ баш тарта. Миҙгел аҙағына йәштәрҙең мөнәсәбәте яҡшыра.
  • Метт Круз (Эсай Моралес) — кешенең холоҡ-фиғелен анализлау төркөмө етәксеһе. Джей-Джей менән Афғанстанда бергә хеҙмәт иткән. Һуңыраҡ уларҙың икеһен дә урлайҙар.
Актёрҙар һәм сериал эшләүселәр матбуғат конференцияһында

Спин-офф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сериалдың ике спин-оффы — Criminal Minds: Suspect Behavior (2011) һәм Енәйәтсесә фекер йөрөтөү: Сит илдә (2016)[7].

2011 йылдың февралендә CBS каналында «Енәйәтсесә фекер йөрөтөү: шик аҫтындағы кешенең холоҡ-фиғеле» спин-оффы экранға сыға. «Мыслить как преступник: Поведение подозреваемого» (инг.)баш. (инг.)русск.[8] Ун өсөнсө сериянан 1-се миҙгел төшөрөлә. Иде сара уңайынан сезон 1 серия 13 эшләгән. «Оскар»ға эйә булған Форест Уитакер сериалдың йондоҙона әүерелә. Сериал ябыла[9].

2015 йылдың башында сериал авторҙарының береһе Енәйәтсесә фекер йөрөтөү спин-оффының яңы сығарылышы тураһында хәбәр итә. Тик был юлы сит илдә. Унда төп ролде Америка актеры Гэри Синиз уйнаясаҡ[10]. Сюжет был юлы ФБР-ҙың Америка граждандарының сит илдәге проблемалары менән шөғөлләнгән яңы подразделениеһы тирәләй ҡороласаҡ. Һуңыраҡ сериалдың ике бүлектең хеҙмәттәшлеген күрһәткән яңы эпизодтары апрелдә көн күрәсәге турһында белдерелә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Nellie Andreeva. CBS Renews ‘CSI: Cyber’, ‘Odd Couple, ‘POI’, ‘Hawaii’, ‘Good Wife’, ‘NCIS’s, More. Deadline.com (11 май 2015). Дата обращения: 11 май 2015.
  2. Criminal Minds renewed season 12 2016 йыл 16 август архивланған.
  3. It’s Official: Criminal Minds Welcomes Back Paget Brewster, Bids Farewell to Rachel Nichols 2012 йыл 4 ғинуар архивланған.
  4. Andreeva, Nellie Paget Brewster To Leave 'Criminal Minds'. Deadline.com (15 февраль 2012). Дата обращения: 15 февраль 2012. Архивировано 28 июнь 2012 года.
  5. «What Fresh Hell».
  6. 6,0 6,1 «Extreme Aggressor».
  7. Alana De La Garza & Annie Funke Join ‘Criminal Minds: Beyond Borders’. Deadline (17 июль 2015). Дата обращения: 22 июль 2015.
  8. Nellie Andreeva. CBS Picks Up 'Criminal Minds' Spinoff To Series. Deadline.com (17 май 2010). Дата обращения: 17 май 2010. Архивировано 27 март 2012 года.
  9. Команда о которой рассказывают в сериале появляется и в основном «Мыслить как преступник»: 5 сезон 18 серияAndreeva, Nellie CBS renews 'CSI:NY', cancels 'Criminal Minds: Suspect Behavior'. Deadline Hollywood (17 май 2011). Дата обращения: 17 май 2011. Архивировано 27 март 2012 года.
  10. What's New? Bring It On! Deadline Hollywood (17 май 2011).