Ереван циркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ереван циркы
әрм. Երևանի կրկես
Рәсем
Дәүләт Flag of Armenia.svg Әрмәнстан
Административ-территориаль берәмек Кентрон[d]
Построено на месте Ереванский цирк[d]
Commons-logo.svg Ереван циркы Викимилектә

Ереван циркы (әрм. Երևանի կրկես) 1930 йылдарҙа нигеҙ һалына. Бина һуңынан 1962 йылда тулыһынса реконструкциялана һәм 2012 йылдың сентябрендә һүтелә. Яңы цирк бинаһы төҙөлә башлай, уны 2018 йылдың көҙөндә асыу планлаштырыла[1].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе ағас бина
Иҫке бина һүтеү алдынан
Silk-film.png Тышҡы видеофайлдар
Silk-film.png Снос купола цирка, 21 июля 2012
Silk-film.png Окончательный снос, 8 сентября 2012

Ереван циркының беренсе ағас бинаһы 1930 йылда төҙөлә. 1939 йылда Николай Буниатян проекты буйынса яңы бина төҙөлә, ул 800 тамашасыға иҫәпләнә. 1962 йылда был бина Вагаршак Белубекян проекты буйынса Карлен Варданян етәкселегендә тулыһынса реконструкциялана[2]. Дүрт ҡатлы бинаның бейеклеге 18 метр тәшкил итә, тамаша залы 1,5 мең кеше һыйҙырышлы була. Ереван циркы сәхнәһендә Каранлаш, Леонид Енгибаров, Игорь Кио, Степан Исаакян сығыш яһай[3]. XXI быуат башына тиклем бина ремонтланмай[4].

Ереван циркы 2005 йылдың авгусында хосусилаштырыла. 150 миллион драмға ул Сос Петросян етәкселегендәге коллективтың милкенә күсте. 2011 йылда Мәскәүҙәге әрмән бизнесмены Самвел Карапетян үҙенең «Ташир» компаниялар төркөмө Ереван циркын реконструкциялауға 10 миллион доллар инвестициялауын хәбәр итә.

2011 йылдың авгусында «Ташир» компаниялар төркөмө ремонт эштәрен башлай. Һуңыраҡ бинаны тулыһынса һүтеп, яңы бина төҙөргә ҡарар ителә, сөнки иҫкеһен бөтөнләй реконструкцияларға мөмкин булмай[5]. Цирк көмбәҙе 2012 йылдың 21 июлендә алына[6][7]. Бер нисә ай үткәс, 2012 йылдың 8 сентябрендә, бина тулыһынса һүтеп алына[8][9]. Был процесс менән Әрмәнстандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселек итә.

Цирк хайуандары ваҡытлыса Ереван зоопаркына күсерелә.

Яңы бина 8 ҡатлы буласаҡ, шул иҫәптән икеһе — ер аҫтында, унда автомобиль парковкалары урынлаша. Өҫкө ҡаттарҙа Ереванға гастролдәргә килгән цирк труппалары өсөн ҡунаҡхана Ереван цирк труппаһы гастролдәр ойоштороу өсөн һуңғы ҡатлы ҡунаҡхана бүлмәләре эшләнәсәк. Яңы бинаның бейеклеге — 24-25 метр, тамаша залы 2350 кеше һыйҙырышлы. Циркта 3 алмаш манеж бар .

Әрмән циркының 50 йыллығына ҡарата сығарылған 2007 йылғы марка.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1963 йылда режиссёр Генрик Маляндың «Путь на арену» фильмының күп сәхнәләре Ереван циркында, билдәле клоун Леонид Енгибаров ҡатнашлығында төшөрөлә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ереванский Цирк Откроет Свои Двери Осенью 2018 Года // construction.am
  2. Ереванский цирк - живая история. Mediamax (2012-05-10). 21 июнь 2018 тикшерелгән.
  3. Долгожданное открытие нового здания Ереванского цирка не за горами // «Новости-Армения» от 9 августа 2017
  4. Barseghyan, Anna. 2014-ին մայրաքաղաքը կունենա ժամանակակից կրկես  (әрм.), 'Radio Free Europe/Radio Liberty' (20 September 2012). 9 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  5. Gyozalyan, Hasmik. Կրկեսը կդառնա լավագույն մշակութային օջախներից մեկը  (әрм.), 'Avangard' (8 September 2012). 9 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  6. Yerevan circus roof blasted (PHOTO, VIDEO), 'News.am' (21 July 2012). 9 ноябрь 2012 тикшерелгән.
  7. В Ереване взорвали купол здания Цирка, 'PanARMENIAN.Net' (21 июль 2012).
  8. Здание Ереванского цирка полностью демонтировано (видео), 'Tert.am' (8 сентябрь 2012).
  9. В Ереване взорвано здание цирка, 'News.am' (8 сентябрь 2012).