Ереван ҡала советы
Ереван ҡала советы | |
Дәүләт | Әрмәнстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ереван |
Урын | здание Мэрии Еревана[d] |
Урындар һаны | 65 |
Рәсми сайт | yerevan.am |
Ереван ҡала советы (әрм. Երևան քաղաքի ավագանի, һүҙмә-һүҙ «аҡһаҡалдар советы») — Әрмәнстандың баш ҡалаһы Еревандың закондар сығарыу власы органы. Советтың статусы һәм вәкәләттәре Әрмәнстан Республикаһының «Ереван ҡалаһында урындағы үҙидаралыҡ тураһында» Законы менән билдәләнә[1]. Партия исемлектәре буйынса пропорциональ һайланған 65 депутаттан тора. Ҡала советы башлығы — Ереван ҡалаһының мэры.
Совет ҡала органдарының эшен контролләй, ерҙе файҙаланыу, ҡайһы бер башҡа мәсьәләләр буйынса буйынса ҡарарҙар ҡабул итә. Ҡала советы шулай уҡ ҡала бюджетын раҫлау өсөн яуап бирә.
2009 йылда формалашҡандан алып унда «власть партияһы» — Әрмәнстандың Республика партияһы өҫтөнлөк итә, ул шулай уҡ вөкилдәре советтың бөтә өс саҡырылышында ла булған берҙән-бер партия. Әлеге ваҡытта улар 46 мандатҡа эйә. Ҡалған урындар оппозициялағы Никола Пашиняндың «Елк» (14) һәм Заруи Постанджяндың «Өрөк иле» партиялары араһында бүленә (5).
Һайлауҙар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала советына депутаттар һайлауғ йылға бер тапҡыр үтә. Һайлау системаһы — пропорциональ, һайлаусылар партия исемлеге өсөн тауыш бирә. Шул уҡ ваҡытта, бер рәттән өс мөҙҙәт депутат булыусылар исемлеккә индерелмәй, әммә дүрт йыллыҡ тәнәфестән һуң ҡабаттан һайлауҙарҙа ҡатнаша һәм һайлана ала. 40 проценттан ашыу тауыш йыйған партия исемлегендә беренсе торған кеше Ереван мэры итеп ҡуйыла; әгәр бер партия ла 40 процент тауыш йыя алмаһа, совет мэрҙы айырым һайлай. Хәҙерге ваҡытта ҡала мэры — Әрмәнстандың Республика партияһы вәкиле Тарон Андраникович Маргарян. Ул 2011 йылдың 15 ноябрендә ҡала советының беренсе саҡырылышында һайлана һәм икенсе, өсөнсө саҡырылыш һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса ҡабаттан ошо вазифаға тәғәйенләнә[2].
Комиссиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала советында 4 комиссия эшләй[3]:
- Финанс-кредит һәм иҡтисад мәсьәләләре буйынса (рәйесе Наира Нагапетян)[4].
- Хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса (рәйесе Енок Азарян)[5].
- Еҙер файҙаланыу һәм ҡала төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса (рәйесе Оганес Токмаджян Оганес).
- Мәҙәниәт, мәғариф һәм социаль тәьминәт мәсьәләләре буйынса (рәйесе Роза Сирунян)[6].
Бинаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡала советы ултырыштары үткән Ереван мэрияһы бинаһы Ереван шарап заводы ҡаршыһында, Кентрон районының Аргишти урамында урынлашҡан. Уның фасады Рәсәй майҙанына сығып тора. Төҙөлөш 2004 йылдың ноябрендә, Ерванд Захаряндың ҡала мэры булған ососронда тамамлана. Сығымдар 3,1 миллиард драм тәшкил итә. Баштан уҡ ратушаны архитектор Джим Торосян проектлай. Төҙөлөш 1980 йылдар башында башлана, әммә 1991 йылда финанс ҡыйынлыҡтары арҡаһында туҡтатыла. 2003 йылға тиклем төҙөлөп бөтмәгән бина ташландыҡ булып тора[7].
Ратуша — дөйөм майҙаны 13 500 квадрат метр тәшкил иткән биш ҡатлы йорт. Төп ишек мәңгелекте аңлатҡан сикһеҙ төңәрәктәр рәүешендәге традицион әрмән символы һәм тормошто сағылдырған боронғо әрмән ағасы Кенац цар менән биҙәлгән. Бина дүрт мөйөшлө, 47 метр бейеклектәге, «ԵՐԵՎԱՆ» (ЕРЕВАН) тип яҙылған, традицион биҙәктәр менән һырланған сәғәт башняһынан ғибәрәт. Башняның өҫкө яғы быяла стеналар менән уратылған. Еревандың Ҡала тарихы музейы бинаның көнбайыш төкәтмәһендә урынлашҡан[8].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Закон О МЕСТНОМ САМОУПРАВЛЕНИИ В ГОРОДЕ ЕРЕВАНЕ
- ↑ Официальная страница мэра Еревана на сайте Еревана
- ↑ Постоянные комиссии
- ↑ Нагапетян Наира Миграновна — биография
- ↑ Азарян Енок Рубенович(недоступная ссылка) — биография
- ↑ Сирунян Роза Ваняевна — биография
- ↑ Բացվեց Երեւանի քաղաքապետարանի նոր շենքը (әрм.) (26 ноябрь 2004).(әрм.) (2004-11-26).
- ↑ Музей истории г. Еревана