Еркүскән (тау)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еркүскән
Тармаҡ рудник[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе һәм Һатҡы районы
Карта

Еркүскән (рус. Иркускан) — Рәсәй, Силәбе өлкәһендәге тау һырты[1]

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еркүскән тауы Силәбе өлкәһендәге Ҡытаутамаҡ округы Һатҡы районында, Баҡал ҡалаһы янында урынлашҡан. Силәбегә тиклем — 220 км,, Өфөгә — 205 км, Һатҡыға — 16 км.

Координаттары: 54°54’48"N 58°51’45"E[2]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Еркүскән тауы Шыйҙа, Боланды, Макарушкин һырттары һәм Шихан ҡаяһы менән бер рәттән Баҡалды тауҙарының бер өлөшө булып тора. Тау 903 метрға етә. Уның битләүҙәре ҡатнаш урман менән ҡапланған, башлыса ҡарағай, шулай уҡ ҡуйы үлән үҫә. Тау түбәһе карьерҙар менән соҡоп бөтөрөлгән, эшкәртелгән мәғдән ҡалдыҡтары өйөлгән. Карьерҙарҙың ҡайһы берҙәрендә һыу ятҡылыҡтарын барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә, кеше эшмәкәрлеге тауҙарҙың төп зиннәттәренең береһен — бик күп таш "таҡта"ларҙан торған рельефлы кварцит тау ҡалдыҡтарын зарарламаған.

Еркүскән тауынан Боланды һәм Оло Суҡы һырттары күренеп тора, ә эшкәртелгән тоҡом ҡалдыҡтары артынан яһалма күлдәргә әүерелгән каръерҙарҙағы фирүзә төҫлө һыу ятҡылыҡтары күҙгә ташлана.

Еркүскәндең төньяҡ-көнсығыш тау итәгендә заманында рудникта эшләгән крәҫтиәндәр нигеҙләгән шул уҡ исемдәге ҡасаба урынлашҡан. Тауҙан алыҫ түгел Болан йылғаһы башлана[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иркүскәндең кварциттары һәм тоҡом сидериттары тау белгестәренең иғтибарын XVIII быуатта уҡ йәлеп иткән. Тиҙҙән көнсығыш битләүендә беренсе рудниктар — Охряный, Александровский, Ивановский файҙаланыла башлай. 1910 йылға Тяжелые (әлеге ваҡытта Гаев карьеры) һәм Болан рудниктарында эш башлана. Был ваҡыт эсендә рудниктарҙа эш итеү тәртипһеҙ рәүештә алып барыла, иң бай мәғдән ятҡылыҡтары ғына өйрәнелә. Граждандар һуғышынан һуң был процесс системаға һалына.

Һөҙөмтәлә ҙур Еркүскән руднигы барлыҡҡа килә, уның биләмәһендә бер юлы бер нисә карьер иҫәпләнә. Тимер мәғдәндәрен сығарыу буйынса эштәр 1960 йылға тиклем алып барыла. Табылған минералдар Урал металлургия заводтарына ебәрелеп тора[2][3]

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тауҙың исеме буйынса бер нисә фараз бар: ер ҡоҫҡан, һәм көтөлмәгәнсә ир ҡоҫҡан тип аңлатыуҙар ҙа осрай. Башҡорт халҡының фольклорын, атамаларын оҙаҡ йылдар дауамында өйрәнгән Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Н. И. Шувалов иһә тауҙың атамаһыны ер күсеү күренеше менән аңлата. Петер Симон Паллас  Джиркускан тип яҙып алған булған, ти ул[4][5][5][6].

Моғайын, тауҙан ер шыуып төшкән осраҡтар булғандыр.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Гора Иркускан//Официальный сайт Министерства культуры Челябинской области. 2021 йыл 19 ғинуар архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 Гора Иркускан 2021 йыл 4 март архивланған.
  3. Рудник Иркускан: центральный карьер
  4. Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. 5,0 5,1 От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
  6. В записках Петра Симона Палласа — Джиркускан. Образовано словами: ер (баш.), жир (татарский) — «земля», «местность» и кускен — «лавина», то есть Иркускан — «место, гора с лавинами». - Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]