Ермаков Харлампий Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ермаков Харлампий Васильевич
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 7 февраль 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Вёшенская станицаһы, Донецкий округ[d], Дон Ғәскәре өлкәһе[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 июнь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (36 йәш)
Вафат булған урыны Миллерово[d], Ростов өлкәһе, СССР
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Георгиевский крест I степени Георгиевский крест II степени Георгиевский крест III степени Георгиевский крест IV степени Георгий миҙалы

Ермаков Харлампий Васильевич (7 февраль 1891 йыл — 17 июнь 1927 йыл) — 1-се Вёшенская ихтилалында 1-се баш күтәреүселәр дивизияһы командиры, Георгий тәреһенең тулы кавалеры. Михаил Шолоховтың «Тымыҡ Дон» романындағы Григорий Мелехов прототиптарының береһе һанала һәм шулай уҡ үҙ исеме аҫтында икенсе дәрәжәләге персонаж итеп тә алынған.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Харлампий Васильевич Ермаков 1891 йылдың 7 февралендә Дон Ғәскәре Өлкәһе Вёшенская станицаһының[1] Антипов утарында дон казагы ғаиләһендә тыуған. Ике йәшендә уны шул уҡ станицаның Базки утарында йәшәгән туғандары Архип Герасимович һәм Екатерина Ивановна Солдатовтар ғаиләһенә тәрбиәгә биргәндәр. Бындай ҡарарҙың сәбәбе булып уның атаһының уң ҡул суғын юғалтыуы арҡаһында эшкә яраҡһыҙ булып ҡалыуы торған. Вёшенскийҙағы ике класлы мәхәллә мәктәбендә белем ала. 19 йәшендә казак ҡыҙы Прасковья Ильиничнаға өйләнә. 1911 йылда уларҙың ҡыҙҙары Пелагея һәм 1913 йылда улы Иосиф тыуа.

1913 йылдың ғинуарында 12-се Дон казактар полкына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1914 йылдың 25 апрелендә тамамлаған уҡыу командаһын тамамлай һәм взвод уряднигы итеп тәғәйенләнә. Беренсе донъя һуғышы башланғанда Көньяҡ-Көнбайыш фронтына эләгә, унда 1916 йылдың көҙөнә тиклем һуғыша. Һуңынан Румын фронтына эләгә. 2,5 йыл һуғыш осорондә дүрт Георгий тәреһе һәм дүрт Георгий миҙалы менән бүләкләнә. Ике тапҡыр яралана. Беренсе тапҡыр — 1915 йылдың 21 сентябрендә Ковель янында; 26 ноябргә тиклем Сарны ҡалаһы госпиталендә дауалана. 1916 йылдың 20 ноябрендә Румынияла 1467 бейеклеге өсөн һуғышта яралана. Был яранан һуң дауаланырға Ростов госпиталенә йүнәлтелгән. Һауыҡҡандан һуң, 1917 йылдың 25 ғинуарында, сәләмәтлеген нығытыу маҡсатында, ике айлыҡ отпуск ала һәм тыуған утарына ҡайта. Артабан — действительный хеҙмәтенең дүрт йыллыҡ мөҙҙәте үтеүе менән бәйле — өс ай «льготалы» ял ала[2].

Революция осоронда[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылыдың майында яҡташтары Харлампий Ермаковты (был ваҡытта ул урядник званиеһында була) Вёшенская станицаһынан атаман Калединды һайлаған Ҙур Ғәскәри кругҡа депутат итеп ебәрелә. Июндә тағы ла армияға, Каменская станицаһында урынлашҡан 2-се Дон казак запас полкына мобилизациялана. Үҙенең полкынан ул Өлкә хәрби комитетҡа — 1917 йылдың 14 июлендә Новочеркасскиҙа пехота һәм казак частары вәкиләдәренең өлкә съезында барлыҡҡа килгән хәрби частарҙың үҙидара органына һайлана. Йәй көнө Новочеркасск юнкерҙар училищеһында[3] дөйөм белем биреү курстарын тамамлай.

Донда Граждандар һуғышы башынан алып Ф. Подтёлков һәм Н. М. Голубев етәкселегендәге Дон Хәрби-революцион комитетына ярҙам иткән. Чернецов отрядына ҡаршы һуғыша, Лихая станцияһы янында яралана һәм 1918 йылдың ғинуар аҙағына өйөнә ҡайта. Донда Совет власы урынлаштырыла һәм Ермаков Вёшенская станицаһы советы рәйесе итеп һайлана. Ул 16-20 апрелдә[4] Үрге-Дон округында башланған антибольшевистик ихтилалға тиклем был вазифаны башҡара. Һуңғараҡ дон матбуғаты уны түңкәрелеште ойоштороусыларҙың береһе тип атай. Был ихтилалда ҡатнашҡаны өсөн, ул подхорунжий дәрәжәһе ала. Атаман идара итеүе тергеҙелгәндән һуң, Харлампий Ермаков Вёшенская станицаһының атаманы итеп һайлана. Әммә уның элек ҡыҙылдарҙа хеҙмәт итеүе уға ышанмаусанлыҡ тыуҙыра һәм 14 майҙа үткән станица йыйынында ул яңынан атамандың икенсе ярҙамсыһы итеп һайлана.

1918 йылдың йәйендә һәм көҙөндә Х. Ермаков Дон армияһының взвод командиры вазифаһында 1-се Вёшенский полкының взвод командиры вазифаһында Царицын һәм Балашов йүнәлештәрендә һуғыша. Декабрь аҙағында, һуғыштан арыған һәм ҡыҙылдар өгөтләүе тәьҫирендәге казактар фронтты ташлай, шул ваҡытта ул өйөнә ҡайта. Бер ай узғас, РКП(б) Үҙәк Комитетының Ойоштороу комитетының 1919 йылдың 24 ғинуарында сыҡҡан «казаклыҡтан яҙҙырыу тураһында» циркуляр хатындағы күрһәтмәһен үтәп, Ҡыҙыл армия Үрге Донда террор башлай. 25 февралдә (иҫке стиль) Казанская станицаһында Үрге Дон ихтилалы тоҡана. 26 февралдә баш күтәреүселәр Мигулинскаяны, ә 27 — Вёшенская станицаһын азат итә. Шул уҡ көндө хорунжий Х. Ермаков уң яҡ яр утарҙарынан баш күтәреүселәр отряды ойоштора башлай. Ике көн үтеүгә Ермаков Каргинская станицаһына һөжүм итә, бында Лихачевтың каратель отрядын ҡыйрата һәм ҡыҙылдарҙың артиллерия складтарын яулай.

5 мартта Базка утары ҡарттары Базков йөҙө менән командованиены уға тапшыра. Тағы бер нисә көн үткәс, баш күтәреүселәр ғәскәре командующийы П. Кудинов уны, есаул Алфёров урынына, 1-се Үрге Дон дивизияһы командиры итеп тәғәйенләй. Ермаков дивизияһы Баш күтәреүселәр фронтының көньяҡ фронтында РККА-ның Новочеркасскиға һөжүм итеүсе Көньяҡ фронты 9-сы армияһына ҡаршы өс ай һуғыша. Май айында, дошмандың өҫтәмә көстәре баҫымы аҫтында, баш күтәреүселәр Дон йылғаһының һул ярына сигенә. Ә 25 майҙа инде генерал Секретевтың атлы төркөмө Казанская станицаһы янында Ҡыҙыл армияның 15-се уҡсылар дивизияһы оборона һыҙығын өҙә һәм Баш күтәреүселәр армияһына ҡушыла. Ҡыҙыл армия Үрге Дон округын ҡалдырып китә.

Дон ғәскәре менән ҡушылғандан һуң баш күтәреүселәр армияһы яйлап тарҡала расформироваться итә, баш күтәреүселәр командирҙарын дон армияһының кадровый офицерҙары алмаштыра. Х. Ермаков башҡаларға ҡарағанда оҙағыраҡ элекке вазифаһында ҡала. Ул 1 (14) июлгә саҡлы 1-се Үрге Дон дивизияһы (1-се Үрге Дон бригадаһы тип үҙгәртелгән) менән командалыҡ итә. Был көндө Ермаков бригадаһы 5-се атлы бригадаға ҡушыла. Ермаков үҙе 20-се Вёшенский полкының[5] йөҙ командиры вазифаһын үҙенә ала. Күпмелер ваҡыт үткәс, Х. Ермаков Семилетов төркөмө штабында йомош офицеры итеп тәғәйенләнә. 1919 йылдың йәйендә Ермаков менән хеҙмәт иткән офицер Евгений Ковалев һуңыраҡ тышҡы ҡиәфәт һәм ҡыйыулыҡ яғынан Ермаков менән Григорий араһында шаҡ ҡатырғыс оҡшашлыҡ таба, «Харлампий Ермаков — „Тымыҡ Дон геройы“» тигән мәҡәлә яҙған.

1919 йылдың авгусында Филоновская станицаһы эргәһендә Ермаков яралана. Октябрь айында, госпиталдән ҡайтҡас, полк командирының хужалыҡ эштәре буйынса ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнә. Декабрь айында атаман А. П. Богаевский уны йөҙ башы, ғинуарҙа — подъесаул, февралдә — есаул итеп үрләтә, артабан полк командирының строевой часть буйынса ярҙамсыһы вазифаһына күсерелә.

Февраль аҙағында Дон армияһы Кубань яғына сигенгән. 3 мартта (иҫке стиль менән), Георгие-Афипская станицаһы янында, Х. Ермаков үҙ часы менән ҡыҙыл-йәшелдәрҙең өҫтөнлөклө көстәренә әсирлеккә төшә, ә 15 мартта Ҡыҙыл армияға күсә. 1-се Атлы армияның Ҡыҙыл армия сафтарына күскән казактарҙан торған 3-сө айырым кавалерия полкын үҙ командалығы аҫтына ала. Польша фронтында улар менән командалыҡ итә. Һуңынан 82-се полктың командиры итеп тәғәйенләнә һәм Врангель фронтына йүнәлтелә. Ҡырымды алғандан һуң, Ермаковты, Махно, Попов һәм Андреянов «бандалары» менән көрәшеү маҡсатында, Донға ебәрәләр. 1921 йылдың уртаһына уны Майкоптағы 14-се кавалерия дивизияһының «краскомдар» мәктәбе начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡылыс шашка һәм исемле сәғәт менән бүләкләнә. М. А. Шолохов 1974 йылда әҙәбиәт белгесе К. И. Приймеға бына нимә тип яҙған:

1923 йылдың ғинуарында Х. Ермаков «элекке аҡтар булғаны өсөн» армиянан мөҙҙәтһеҙ бессрочный ялға ебәрелә. Бер айҙан өйөнә ҡайта. Ә инде 1923 йылдың 23 февралендә ГПУ органдары тарафынан ҡулға алына. Ермаков УПК-тың 58 статьяһы буйынса 1919 йылғы Вёшенский ихтилалын ойоштороуҙа ғәйепләнә. Тикшереү эштәре йыл ярымға тиерлек һуҙыла, әммә уның ғәйебе иҫбатланмай: шаһиттарҙың күпселеге Ермаковты П. Кудинов һәм башҡа ихтилал юлбашсылары көсләп баш кбәүтәреүселәр армияһына мобилизациялаған тип әйтәләр; әсиргә алынған ҡыҙылармеецтарҙы атыуҙан ҡотҡарыуын хәтерләп һөйләйҙәр. Уның үтенесе яҡлау Станичниктар уны яҡлап коллективюллама төҙөйҙәр. Шул ышаныс биреү арҡаһында 1924 йылдың 19 июлендә Ермаков азат ителә. Тикшереү тағы 10 ай дауам итә, һәм, бәлки, оҙағыраҡҡа һуҙылыр ине, ләкин апрелдә РКП(б) Үҙәк Комитетының казактарҙы өлөшләтә аҡлау пленумы үтә. Һөҙөмтәлә, 1925 йылдың 15 майында Миллерово ҡалаһының Төньяҡ-Кавказ судының күсмә сессияһы эштәрҙе «маҡсатҡа ярашлылыҡ» буйынса туҡтаты ҡарарын сығарв.

Азат ителгәндән һуң, Ермаков станица Советында һәм кооперацияла хеҙмәт итә. Был йылдарҙа ул Шолоховтың Каргинскийҙа йәшәгән ата-әсәһе менән таныша һәм уларҙа йыш ҡына ҡунаҡта була. Ермаковтың һуңғы тәфтиш эшендә Шолоховтың уға 1926 йылдың 6 апрелендә яҙған хаты һаҡланған, йәш яҙыусы унан 1919 йылғы Үрге Дон ихтилалы тураһында ҡайһы бер мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүен һорай. Һуңынан Шолохов Х. Ермаков биографияһының күп кенә деталдәрен Григорий Мелехов биографияһында ҡуллана[6].

1927 йылдың 20 ғинуарында Ермаков ҡабаттан ҡулға алына. Был юлы ул баш күтәреүселәр өҫтөнән командалыҡты үҙе теләп алғанын, ҡыҙылармеецтарҙы шәхсән атҡанын, ә хәҙерге ваҡытта советтарға ҡаршы агитация алып барғанын дәлилләүсе шаһиттар табыла. 1927 йылдың 6 июнендә ОГПУ-ның суд коллегияһы, эште Енәйәт кодексының УК 58/11 һәм 58/18 статьялары буйынса судтан тыш: Ермаков Харлампий Васильевичты «атып үлтерергә» тигән ҡарар сығара. 17 июнендә ҡарар үтәлә.

1989 йылдың 18 авгусында Ростов өлкә суды президиумы ҡарары менән Х. В. Ермаков «енәйәт составы булмау сәбәпле» аҡлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Георгий тәреләре һәм миҙалдарының бөтә дүрт дәрәжәһе.

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1980 йылда Горький автозаводы эшсеһе И. А. Калеганов Калининский утарынан йыраҡ түгел Харлампий Ермаковҡа һәйкәл ҡуя. Тиҙҙән һәйкәлде алалар, әммә Михаил Шолохов яҡлағанлыҡтан, һәйкәл Ермаковтың ҡыҙына тапшырыла. Хәҙер ул Вешенская станицаһындағы М. А. Шолоховтың Дәүләт музей-ҡурсаулығында һаҡлана. Базковская станицаһындағы тыҡрыҡ Х. В. Ермаков исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Хәҙер Ростов өлкәһенең Шолохов районы
  2. Венков А. В. «Тихий Дон»: источниковая база и проблема авторства. Ростов н/Д.: Терра, 2000. С. 327—333.
  3. Венков А. В. С Харлампием Ермаковым не всё так просто // Донской временник. Год 2009-й / Донская государственная публичная библиотека. Ростов н/Д, 2008.
  4. Оно было частью Обще-Донского восстания
  5. Венков А. В. Вёшенское восстание. — М.: Вече, 2012. — С. 329.
  6. Кузнецов Ф. Ф. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. — М.: ИМЛИ РАН, 2005. — С. 146.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сивоволов Г. Я. «Тихий Дон»: рассказы о прототипах. — Ростов-на-Дону, 1991.
  • Козлов А. И. М. А. Шолохов: времена и творчество. По архивам ФСБ. — Ростов-на-Дону: Изд-во Ростовского ун-та, 2005.
  • Кузнецов Ф. Ф. «Тихий Дон»: судьба и правда великого романа. — М.: ИМЛИ РАН, 2005. ISBN 5-9208-0207-3

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]