Эстәлеккә күсергә

Еҙтырнаҡ (төрки халыҡтар мифологияһында)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Еҙтырнаҡ (ҡаҙаҡ. Жезтырнаҡ, һүҙмә-һүҙ «баҡыр тырнаҡ» тигәнде аңлата) — ҡаҙаҡ мифологияһында һәм улар менән күрше булған ҡайһы бер төрки халыҡтарҙа ҡатын-ҡыҙ енесле яуыз персонаж. Ғәҙәттә, яуыз холоҡло, ғәйәт ҙур көскә эйә булған баҡыр танаулы һәм баҡыр тырнаҡлы сибәр йәш ҡыҙ йәки ҡатын[1] итеп һүрәтләнә.

Еҙтырнаҡ, бик көслө булыуҙан тыш, көсл, әсе тауышҡа эйә һәм үҙенең ҡысҡырыуы менән ҡоштарҙы һәм ваҡ хайуандарҙы үлтерә. Бик йомоҡ, һөйләшеп бармаған һылыуҡай. Ҡайһылыр яғы менән вампирға оҡшаш. Әммә Европа халыҡтары ен-бәрейҙәренән айырмалы рәүештә Еҙтырнаҡ көмөштән ҡурҡмай — уның кейеме алтын һәм көмөш менән биҙәүле. Оҙон металл тырнаҡлы ҡулдарын ул бер ҡасан да күрһәтмәй, уларҙы оҙон еңдәре эсенә йәшерә. Еҙтырнаҡ һалҡын ҡарашы менән әҙәм балаһын гипнозлай. Кеше йоҡлап киткәс, уға үҙенең тимер тырнаҡтарын батыра һәм бөтә ҡанын һура. Был йән эйәләре иҫ киткес үс алыусан һәм кенә һаҡлаусан. Әгәр Еҙтырнаҡты үлтерһәләр, уның өсөн ире — сорель үс ала башлай. Ә ул үлһә, кешене уларҙың етем балалары эҙәрлекләй.

Ошондай мифтар ҡырғыҙҙар ла булған. Улар йәш һылыуҡайҙы Еҙ тырнаҡ йәки Еҙ Томшоҡ («баҡыр тырнаҡ») тип атағандар. Ошоға оҡшаш мифологик образдар тываларҙың (чулбус йәки башҡаса шулбус) һәм бүрәттәрҙең (му-шубун) риүәйәттәрендә бар.

  1. Иногда — демоническое существо в образе старухи с металлическими ногтями
  • Казахско-русский словарь. 2013.
  • Қазақ әдебиеті. Энциклопедиялық анықтамалық. — Алматы: «Аруна Ltd.» ЖШС, 2010 жыл. ISBN 9965-26-096-6
  • «Қазақстан»: Ұлттық энцклопедия/Бас редактор Ә. Нысанбаев — Алматы «Қазақ энциклопедиясы» Бас редакциясы, 1998 ISBN 5-89800-123-9