Еңеү көнө (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еңеү көнө
Сәнғәт формаһы Йыр
Башҡарыусы/артист Сашко, Татьяна Алексеевна[d], Лев Валерьянович Лещенко[d] һәм Иосиф Давыдович Кобзон[d]
Нәшер ителеү ваҡыты 1975
Текст авторы Давид Фёдорович Тухманов[d] һәм Владимир Гаврилович Харитонов[d]

«Еңеү көнө» (рус. «День Побе́ды») — Еңеү көнө тураһында композитор Давид Тухмановтың Владимир Харитонов һүҙҙәренә яҙған йыры.

9 Май — Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеү Көнө айҡанлы Рәсәйҙә генә түгел, БДБ илдәрендәге тантаналарҙа башҡарыла торған алыштырғыһыҙ атрибут.

СССР һәм Рәсәй армияһы строй йыры, байрам маршы.

Йыр тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Давид Тухманов. 2007

1975 йылдың мартында шағир Владимир Харитонов Давид Тухмановҡа Бөйөк Ватан һуғышына бағышланған йыр яҙырға тәҡдим итә. Ил Еңеүҙең 30 йыллығына әҙерләнә, СССР Композиторҙар берлеге һуғыш тураһында иң яҡшы йырға конкурс иғлан иткән була.

Йыр бик тиҙ яҙыла һәм конкурстың һуңғы тыңлауында яңғырап өлгөрә. Йырҙы композиторҙың ҡатыны Татьяна Сашко башҡара. Әммә йырға урын бирелмәй, тәнҡит менән ҡаршылана.

Замандаштарының иҫтәлектәренән күренеүенсә, Тухмановтың әле бик йәш булыуы, күберәк эстрада шлягерҙары яҙыуы кире йоғонто яһай. Ул ваҡытта утыҙ йәш әле "өлгөрөп етмәгәнлек" һанала. Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлауына, тиҫтәләгән популяр йыр яҙыуына, профессиональ композитор булыуына ҡарамаҫтан, 1973 йылда ғына композиторҙар союзына ҡабул ителә.

Икенсе «етешһеҙлеге» — көйҙөң стиле оҡшамай.

1975 йылдың 9 майы етәрәк йырсы Леонид Сметанников уны «Голубой огонёк»та башҡара. Йырҙы оҡшаталар, мәгәр оҙаҡ ҡына ваҡыт уны бүтән башҡарыусы булмай.

Лев Лещенко
«Еңеү Көнө» йырын башҡара, 2016 йыл

Бары тик 1975 ноябрендә генә Милиция көнөнә арналған концертта Лев Лещенко был йырҙы йәнле эфирҙа башҡара һәм уны «бис»ҡа йырлаталар. Ошонан һуң йырҙы бар ил йырлай башлай.

Йырҙан өҙөктәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урыҫ телендә

День Победы!

День Победы, как он был от нас далек,
Как в костре потухшем таял уголек.
Были версты, обгорелые, в пыли, -
Этот день мы приближали как могли.

Припев:
Этот День Победы
Порохом пропах,
Это праздник
С сединою на висках.
Это радость
Со слезами на глазах.
День Победы!
День Победы!
День Победы!

Башҡорт телендә

Еңеү көнө!

Еңеү көнө, йыраҡта кеүек ине,
Өмөт ҡуҙы биреп торҙо ипкенен,
Көл-күмергә ҡалған күпме юл үттек,
Йән аямай көрәшеп, еңеү көттөк.

Ҡушымта:
Ут-даръя аша
Килдек Еңеүгә,
Иртә сал төштө
Сикәләге сәстәргә
Шатлыҡ-ҡайғы
Бергә ҡайнар йәштәрҙә
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!
Еңеү көнө!

Йыр тураһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2015 йылдың «Русский репортёр» журналы үткәргән социологик тикшеренеүҙәр буйынса «Еңеү Көнө» тексы Рәсәйҙә иң популяр йырҙар араһында, донъя һәм рус классикаһын да индереп, бишенсе урынды биләй тип табыла[1].

"Еңеү көнө" йыры инглиз, испан, итальян, португал, вьетнам телдәренә тәржемә ителгән.

2020 йылдың 25 апрелендә Волга буйы федераль округында «Беҙҙең Еңеү көнөбөҙ» (рус. «Наш День Победы») йыр марафоны иғлан ителде, уны Мордовия башлап ебәрә. Милли республикаларҙа йыр уларға исем биргән халыҡтар телендә лә башҡарыла. Башҡорт теленә йырҙы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге ағзаһы шағирә Гүзәл Ситдиҡова тәржемә иткән [2][3]

«Еңеү көнө» йырын быйыл, 2020 йылдың апрелендә Башҡортостан Республикаһы Учалы районы Әүешкүл мәктәбе уҡытыусыһы Гөлшат Шиһаева башҡорт теленә тәржемә итте.

Еңеү көнө Давид Тухманов көйө. Владимир Харитонов һүҙҙәре. Гөлшат Шаһиева тәржемәһе.

Еңеү көнө булды беҙҙән бик йыраҡ,
Һүнеп барған усаҡтағы ҡуҙ һымаҡ.
Үттек юлдар, йотоп саң һәм төтөндө,
Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө.

Был Еңеү көнө бит -
Байрам хистәре,
Сал һалдаттың
Шатлыҡлы күҙ йәштәре.
Аңҡый унан һаман дары еҫтәре,
Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!

Тыуған илем йоҡо күрмәне һис тә:
Көн-төн янды мартен уты мейестә.
Ауыр яуҙа ялғаныҡ көнгә төндө,
Йән аямай яҡынайттыҡ был көндө.

Һаумы, әсәй! Ятып ҡалды күп улдар.
Урау булды тыуған яҡтарға юлдар.
Бар Европа, ер шарының яртыһын
Урап ҡайттыҡ, Еңеү таңын аттырып.

Был Еңеү көнө бит -
Байрам хистәре,
Сал һалдаттың
Шатлыҡлы күҙ йәштәре.
Аңҡый унан һаман дары еҫтәре,
Еңеү көнө! Еңеү көнө! Еңеү көнө!
CC BY-SA 4.0

Ремикстар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Time Divizion — День победы (слова Харитонова Владимира Гавриловича)[4]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Виталий Лейбин, Наталья Кузнецова. Слова не выкинешь. Какие песни мы поем в душе и какими стихами говорим. rusrep.ru (26 июнь 2015). Дата обращения: 10 апрель 2016.
  2. Песня «День Победы» прозвучала на башкирском языке
  3. В Уфе песню "День Победы" исполнили на башкирском языке
  4. Илья Янин. Time Divizion - День победы (слова Харитонова Владимира Гавриловича). promodj.com (9 май 2016). Дата обращения: 9 май 2016.(недоступная ссылка)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тухманов Д. Ф. День Победы. Песня для голоса и духового оркестра [des1-es2]. Слова В. Харитонова. Инструментовка Д. Браславского. Партитура. — М.: Советский композитор, 1978. — 16 с. — 8830 экз.
  • День Победы. Сборник песен о Советской Армии. [Для пения (соло, ансамбль, хор) с сопровождением фортепиано, баяна и для баяна с надписанным текстом]. — М.: Музыка, 1978. — 96 с. — 10 000 экз. Это нотное издание включает песню «День Победы».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]