Жаворонков Семён Фёдорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жаворонков Семён Фёдорович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 11 (23) апрель 1899
Тыуған урыны Вичуга[d], Кинешемский уезд[d], Костромская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 июнь 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Уҡыу йорто Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание маршал рода войск[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө военно-воздушные силы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы Ушаков ордены Нахимов ордены орден Кутузова II степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Кавказды обороналаған өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» медаль «В память 250-летия Ленинграда»
 Жаворонков Семён Фёдорович Викимилектә

Жаворонков Семен Федорович (11 (23) апрель 1899 йыл — 6 июнь 1967 йыл, Мәскәү) — совет хәрби начальнигы, авиация маршалы (1944). СССР Хәрби-Диңгеҙ Флоты командующийы (19391946 йылдар). Һуғыштан һуң Советтар Союзының граждандар авиацияһы менән етәкселек итә.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бала сағы һәм үҫмер йылдары

Семен Федорович 1899 йылдың 11 (23) апрелендә Кострома губернаһы Кинешемский өйәҙе Сидоровская ауылында (1930 йылда Иваново өлкәһенең Вичуги ҡалаһы составына инә) тыуа. Ауылында башланғыс мәктәп тамамлай. 1910 йылдан (11 йәштән) Вичугала туҡыу фабрикаһында эшләй. 1917 йылда РСДРП(б) сафына инә, июлдә Вичуга Эшсе йәштәре союзын ойоштора һәм етәкләй.

Граждандар һуғышы

1917 йылдың сентябрендә Ҡыҙыл гвардияға инә. Кинешемский ҡыҙыл гвардия коммунистик отряды составында 1918 йылдың июлендә большиктарға ҡаршы булған Ярославль ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1918 йылдың сентябрендә үҙ теләге менән Ҡыҙыл армия сафына инә. Граждандар һуғышында ҡатнаша: 1-се Кинешемск совет полкы ҡыҙыл армеецы, Кинешемск гарнизон ҡыҙыл армия клубының агитация секцияһы мөдире, 1918 йылдың ноябренән — 7-се уҡсылар дивизияһы 29-сы уҡсылар полкының батальон комиссары, 1919 йылдың мартынан — ошо дивизияның айырым элемтә батальоны хәрби комиссары. Көнсығыш фронтта Воткинск һәм Ижевск райондарында адмирал А. В. Колчактың Себер армияһына, 1919 йылдың йәйенән Көньяҡ фронтта генерал А. И. Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша, 1920 йылда — Совет-поляк һуғышында ҡатнаша, 1920—1921 йылдарҙа һуғыш тамамланғас — Белоруссияла С. Н. Булак-Балахович һәм Украинала Н. И. Махно отрядтарына ҡаршы һуғыша.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Барсуков И. И., Йолтуховский В. М., Кондрашов А. В. Адмиралы и генералы Военно-морского флота: руководители структур политической и воспитательной работы. Биографические хроники (1917—2013). — Москва: Кучково поле, 2014. — 430 c. — (Библиотека Клуба адмиралов).; ISBN 978-5-9950-0408-0. — С.128.
  • Полководцы и военачальники Великой Отечественной. / Сост. и науч. ред. полк. А. Н. Киселев. 2-е изд., испр. — Москва: Молодая гвардия, 1971. — (Жизнь замечательных людей. Серия биографий). — С.186—220.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]