Жалайырҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Жалайырҙар — рус. Жалайыры - ҡаҙаҡтарҙың Оло йөҙгә (ҡаҙ. Ұлы Жүз) ингән тайфаларының (ҡәбиләләренең) береһе.

Таралған ерҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп таралып ултырған урындары башлыса - Алатау, Алтынәмәл һәм Малайһары буйҙарында, Етеһыу тау алды төбәгендә; Или йылғаһы (ҡаҙ. Иле) буйы — Ҡараталы, Балҡаш, Арҡарлы тауҙары араһында. Жалайырҙарҙың бер өлөшө Иле йылғаһының һул яры буйлап Иле Алатау итәгенә һәм Шу йылғаһының урта ағымына тиклем урынлашҡан булған.

Һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Статистика иҫәбе материалдары буйынса 19-20 бб. араһында һаны жалайырҙар 100-110 мең кеше самаһы булған. 1899 йылғы йәниҫәп буйынса 17 мең тирәһе ғаилә тәшкил иткән. Мөхәммәтжан Танышбай улы Танышбаев (ҡаҙ. Muhametjan Tynyshbaıuly) — күренекле ҡаҙаҡ сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре - мәғлүмәттәре буйынса уларҙың һаны 130 мең кешегә еткән. Темирғәлиев иһә 1911-1913 йылдарҙа 107 500 еншн тәшкил итә (ҡаҙаҡтарҙың 2.2% ). Ракишев иҫәбе буйынса Жалайыр һанының 485 мең булғандар[1]

Шәжәрәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙаҡ батыры Дикәнбайҙан урыҫ тарихсы-этнографы һәм шәрҡиәтсеһе Аристов Николай Александрович яҙып алған ҡаҙаҡ шәжәрәләре буйынса жалайырҙар булған Жансаҡал тоҡомо Жалайыр исемле кешенән киткән. Жансакал менән Аҡсаҡал - Уйсин тоҡомо. Боронғо генеалогияларҙа иһә Жансакал менән Жалайыр — бер үк кеше, Майҡы бей тоҡомо. Шәжәрәгә ярашлы, уның ысын исеме Ҡабылан.

Ырыуҙары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жалайыр 3 эре ырыуға бүленә: сырманаҡ, шуманаҡ, бирмәнәк ( Тынышпаевта - сиыршы -һыйырсы). Ораны — баҡтияр, ҡоблан, борибай (бүребай). Тамғаһы — III тараҡ.

  • Сырманаҡ:
  1. арыкгыным,
  2. байшегир,
  3. балгалы,
  4. кайшылы,
  5. кушик;
  • Шуманаҡ:
  1. андас,
  2. мырза,
  3. карашапан,
  4. оракты,
  5. акбуйым (арыкбуйым),
  6. калпе,
  7. сыпатай;
  • Бирмәнәк:
  1. сиыршы (байбоген) - ҡайһы саө сырманаҡтарға индерәләр

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жалайыр ҡәбиләһе ҡаҙаҡ халҡы составына ингәнгә тиклем Үҙәк Азияның төрлө төбәктәрендә, башлыса Монголияла йәшәгән. 13-сө быуатта улар Монгол империяһы составына инә һәм Сыңғыҙханадың яулап алыу һуғыштарында ҡатнаша.

Иң данлы шәхестәре - Мүҡали (Муҡали-ғойон[2], Мухури[3], монг. Мухулай — Сыңғыҙхан ғәскәре командующийы , Төньяҡ Ҡытайҙы яулап алыуға етәкселек итә.

Монгол империяһы барлыҡҡа килгәндән һуң, жалайырҙар, Тынышпаев һүҙҙәре буйынса, 4 төркөмгә бүленә:

  • 1-сеһе Монголия һәм Ҡытайҙа ҡала;
  • 2-сеһе Сыүғыҙхандың өлкән улы Жучиҙың биләмәһе (Алтын Урҙа) составына кергән һәм, риүәйәт буйынса, көнсығышта Шу (Шуманаҡ) йылғаһының урта ағымында урынлашҡан;
  • 3-сөһө Шыршыҡ (Чирчик) һәм Ангрен үҙәндәрен биләгән (сырманаҡ);
  • 4-сеһе Хүләгү - монголдарҙың Персиялағы әмире биләмәһенә инә.

Икенсе төркөм (шуманаҡтар) 14-15 быуаттарҙа Аҡ Урҙа составына инә армияның төп өлөшөн тәшкил итә һәм Ырыҫ хан ғәскәренең төп өлөшөн тәшкил итә.

Жалайырҙарҙың 16 быуат аҙағы - 17 быуат башындағы иң сағыу вәкиле ҡаҙаҡтарҙың Тәүәккәл ханы туғаны Ҡәҙерғәли Жалайыри (ҡаҙ. Қадырғали Жалайыр) — ул Оло Нуғайҙар бейе Мөхәммәт Ураҙ бейҙең (1590—1598) кәңәшсеһе була. Урыҫтарға әсирлеккә эләккәс, ул Дәште Ҡыпсаҡ һәм Ҡаҙаҡ ханлығы тарихы тураһында «Джәми әт-тауарих» (рус. Джами ат-таварих, ғәр. : جامع التواريخ‎) әҫәрен яҙа.

18 быуат уртаһында Жалайырҙар Ҡопал өйәҙе (Етеһыу - ҡаҙ. Жетісу) йәйләүҙәрен биләй.

Жалайырҙарҙың ҡаҙаҡтар составына инмәгән башҡа өлөшө үзбәктәр, ҡырғыҙҙар, ҡарағалпаҡтар һәм (ихтимал, башҡорттар араһына[4]) инеп ҡалған.

ДНК[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жалайырҙар араһында С2-M217 гаплогруппаһы 38%, C2b1a2 - 2%, C2c1a1a1 - 1%, N1a1a - 22%. Шуманаҡтарҙа гаплогруппа С2-M217 йышыраҡ - 61%, ә сырманаҡтарҙа гаплогруппа N1a1a-M178 46% [5]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://vigg.ru/fileadmin/user_upload/Dissertatsionnyy_sovet/Kandidatskie_dissertatsii/2017/Zhabagin/dissertacionnaja_rabota_Zhabagin_MK.pdf
  2. Рашид ад-Дин. Сборник летописей — Т. 1, кн. 1. — Б. 93.
  3. Бичурин Н. Я. (Иакинф). История первых четырёх ханов из дома Чингисова // История монголов. — М.: АСТ: Транзиткнига, 2005.
  4. По тропам Южного Урала: словать топонимов (по дате)
  5. Жабагин Максат Кизатович АНАЛИЗ СВЯЗИ ПОЛИМОРФИЗМА Y-ХРОМОСОМЫ И РОДОПЛЕМЕННОЙ СТРУКТУРЫ В КАЗАХСКОЙ ПОПУЛЯЦИИ[1]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Жалайыры // Казахстан. Национальная энциклопедия — Алматы: «Қазақ энциклопедиясы», 2005. — Т. II. — ISBN 9965-9746-3-2.
  • Султанов Т. И., Кочевые племена Приаралья в XV—XVI1 вв., М., 1982;
  • Тынышпаев М., Великие бедствия…, А., 1992;
  • Масанов Н. Э., Кочевая цивилизация казахов: основы жизнедеятельности номадного общества, М.—А., 1995;
  • Apғынбаев X., Мұканов М., Востров В., Қазақ шежірісі хақында, А., 2000;
  • Аристов Н. А., Труды по истории и этническому составу тюркских племен, Биш., 2003;
  • Зардыхан Кинаятулы. Моңғол үстіртін мекен еткен соңғы түркі тайпалары: XI—XII г., Астана, 2001.
  • Казахстан. Национальная энциклопедия (1998—2007)