Жан-Клод Килли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Жан-Клод Килли
франц. Jean-Claude Killy
Рәсем
Заты ир-ат[1][2]
Гражданлығы Flag of France.svg Франция
Тыуған көнө 30 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[3][4][5] (76 йәш)
Тыуған урыны Сен-Клу[d]
Хәләл ефете Гобе, Даниэль[d]
Һөнәр төрө тау саңғысыһы, актёр, таможенник, автогонщик
Ойошма йәки клуб ағзаһы Халыҡ-ара олимпия комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ауырлығы 75 Килограмм
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты
Ҡатнашыусы Зимние Олимпийские игры 1968[d], Зимние Олимпийские игры 1964[d], Alpine skiing at the 1968 Winter Olympics – Men's downhill[d], Alpine skiing at the 1968 Winter Olympics – Men's giant slalom[d], Alpine skiing at the 1968 Winter Olympics – Men's slalom[d] һәм 24 часа Ле-Мана[d]
Буйы 178 сантиметр
Commons-logo.svg Жан-Клод Килли Викимилектә

Жан-Клод Килли (франц. Jean-Claude Killy (Кийи), 30 август 1943 йыл, Франция, О-де-Сен, Сен-Клу) — француз тау саңғысыһы, 1968 йылда Греноблдә үткән ҡышҡы Олимпиаданың бөтә өс төрөндә лә еңеүсе, 6 тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаусы, тау саңғыһы спорты буйынса тәүге ике Донъя кубогы эйәһе.

Халыҡ-ара олимпия хәрәкәте эшмәкәре, Альбервилдәге 1992 йылғы ҡышҡы Олимпия уйындарының ойоштороу комитеты рәйестәше. 2014 йылда Сочиҙа үткән МОК уйындарының координация комитеты рәйесе (2014 йылдан алып).

Бала сағы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жан-Клод Килли 1943 йылдың 30 авгусында Париж эргәһендәге урында тыуа, Альптағы Валь-д’Изерҙә үҫә, бында уның ғаиләһе 1945 йылда күсеп килә.

Уның атаһы Робер Францияны нацистарҙан азат итеүҙә ҡатнашҡан летчик-истребитель була. Һуғыштан һуң Савой ҡаласығында үҙенең саңғы магазинын аса, ә һуңынан отель менән идара итә.

Уның әсәһе Мадлин, 7 йәшлек улын һәм уның апаһы Франс менән ҡустыһы Микты аталары ҡарамағына ҡалдырып, 1950 йылда икенсе иргә кейәүгә сыға.

Атаһы Жан-Клодты өйҙәренән 130 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан мәктәп-интернатҡа урынлаштыра. Тик малай уҡыу урынына саңғы менән шөғөлләнеүгә өҫтөнлөк бирә.

Атаһы уға 15 йәшендә уҡыуҙы ташларға һәм үҙен тулыһынса спортҡа бағышларға рөхсәт бирә[6].

Спорт карьераһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Килли 1968 йылда Нюрбургрингта Porsche 911 машинаһы руле артында

Жан-Клод Киллиҙың спорт карьераһы Франция үҫмерҙәр милли йыйылма командаһы кимәлендә 16 йәштән башлана. Уның спорт карьераһын уңышлы башланды, тип әйтеп булмаҫ ине.

1961 йылда ул беренсе тапҡыр халыҡ-ара ярыштарҙа гигант слалом еңеүсеһе була. Ярыштар уның тыуған ҡалаһында үтә, был Килли өсөн бик уңай була, шуның өҫтәүенә, ул 39-сы булып ҡына старт ала.

Француз милли йыйылма командаһы тренеры Келлиҙың 1962 йылда Шамонда үткән Донъя чемпионатында ҡатнашасағы тураһында белдерә, әммә ул чемпионатҡа эләкмәй, сөнки бынан алда Италияла үткән һарҡыуға тиҙ төшөү ярыштарында ҡатнашып, ҡолағанында аяғын ауырттырған була.

1964 йылда ҡышҡы олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн, саңғы ярышының бөтә өс төрөндә лә сығыш яһауға ғариза бирә, сөнки тренеры уны 1968 йылғы Олимпиадаға әҙерләгән була.

Ләкин 1964 йылда ул Олимпиадала уңышһыҙ сығыш яһай, һарҡыуға тиҙ төшөү ярыштарында ҡолай һәм үҙенең төп дисциплинаһы булған гигант слаломда тик 5-се урын ғына ала.

Ике йылдан һуң, 1966 йылда Портильолағы (Чили) донъя чемпионатында ул уңышлы сығыш яһай, һарҡыуға тиҙ төшөү комбинацияһында ике алтын миҙал яулай.

1967 йылда тау саңғыһы буйынса донъя кубогы ярыштары башлана, һәм Жан-Клод күп этаплы был ярыштарҙа иҫ киткес матур сығыш яһап, тау саңғыһы спортының бөтә төр ярыштарында ла беренсе урын яулай.

1968 йылда француз Греноблендә үткән ҡышҡы Олимпия уйындарында тау саңғының бөтә төр дисциплинаһында ла еңеү яулап, Келли үҙенең триумфына өлгәшә.

Спорттан һуң[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Жан-Клод Килли «Формула-1» донъя чемпионатының Рәсәй этабында.
Сочи, 1 май 2016 йыл

Спорт карьераһын тамамлағандан һуң, Келли спорт ойошмаларында төрлө административ вазифалар биләй[7]:

1977—1994 йылдарҙа — Халыҡ-ара саңғы спортының федерацияһында тау саңғыһы башҡарма комитеты ағзаһы.

Жан-Клод бер нисә фильмда төшә: «Ҡар эштәре» (1972), «Куппер Тауы» (1983).

1992 йылда Альбервилдәге ҡышҡы Олимпия уйындарында ойоштороу комитетында рәйестәш була.

1995 йылда МОК-та эшләй башлай. МОК-тың спорт, тирә-яҡ мөхит буйынса (1996) һәм финанс буйынса (1998) комиссияһы эшендә ҡатнаша. Ҡышҡы Олимпия уйындарына әҙерлек буйынса МОК-тың координация комиссияһы составына инә:

  • Нагано 1998;
  • Солт-Лейк-Сити 2002 (вице-президент);
  • Турин 2006 (президент);
  • Сочи 2014 (рәйес).

2014 йылдың сентябренән МОК-тың почетлы ағзаһы[8].

Rolex компанияһының директорҙар советы ағзаһы .

Шәхси тормошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1987—1973 йылдарҙа француз актрисаһы Даниэль Гоба менән йәшәй, әммә ул яман шеш ауырыуынан үлеп ҡала. Улар уртаҡ ҡыҙҙары Эмили, ә ҡатындың Доминикан Республикаһы диктаторы улы Радамес Трухильо менән булған тәүге никахынан булған ике бала тороп ҡала. Гобе менән Трухильо 1968 йылда айырылышҡан була һәм шул уҡ йылда бул Киллиҙы осратҡан була.[9]

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Во время вручения ордена Почёта.
Москва, Кремль, 24 марта 2014 года
  • Почёт ордены (Рәсәй) (22 марта 2014) — Халыҡ-ара олимпия һәм паралимпия хәрәкәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм Рәсәй спортсыларын әҙерләүгә индергән өлөшө өсөн [10]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  3. Person Profile // Internet Movie Database — 1990.
  4. filmportal.de — 2005.
  5. Энциклопедия Брокгауз
  6. Johnson, William Oscar (February 12, 1990). «Killy: A Man and his Kingdom»: 206–218.
  7. Жан-Клод Килли  (рус.). Сайт Оргкомитета XXII Олимпийских зимних игр и XI Паралимпийских зимних игр 2014 года в Сочи. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 апрель 2012. 4 май 2010 тикшерелгән.(рус.). Сайт Оргкомитета XXII Олимпийских зимних игр и XI Паралимпийских зимних игр 2014 года в Сочи. Тәүге сығанаҡтан архивланған 5 апрель 2012. 4 май 2010 тикшерелгән.
  8. 127th IOC Session comes to close in Monaco. International Olympic Comittee (December 9, 2014).
  9. Статья в СМИ о Жан-Клоде Килли (инг.)(инг.)  (Тикшерелгән 3 август 2009)(Тикшерелгән 3 август 2009)
  10. Указ Президента Российской Федерации от 22 марта 2014 года № 166 «О награждении государственными наградами Российской Федерации иностранных граждан»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ҡалып:FISFISҠалып:FIS(инг.)
  • Жан-Клод Килли — Sports-Reference.com (инг.) сайтында олимпия статистикаһы(инг.)
  • Ski-db.com — results — Jean-Claude Killy (инг.)(инг.)  (Тикшерелгән 3 август 2009)(Тикшерелгән 3 август 2009)
  • SKI magazine — Killy: the best of the best — Jan-2009 — p. 84 (инг.)(инг.)  (Тикшерелгән 3 август 2009)(Тикшерелгән 3 август 2009)