Эстәлеккә күсергә

Жданов Андрей Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Андрей Александрович Жданов
рус. Андрей Жданов
Андрей Александрович Жданов
Флаг
Флаг
ВКП(б) Политбюроһы ағзаһы
22 март 1939 — 31 август 1948
Флаг
Флаг
ЦК ВКП(б) секретары
10 февраль 1934 — 31 август 1948
Флаг
Флаг
ВКП(б) ҡала комитеты һәм Ленинград өлкә комитетының беренсе секретары
15 декабрь 1934 — 17 январь 1945
Алдан килеүсе: Сергей Киров
Дауамсы: Алексей Кузнецов
Флаг
Флаг
СССР-ҙың Юғары Советы Союзы рәйесе
12 март 1946 — 25 февраль 1947
Алдан килеүсе: Андрей Андреев
Дауамсы: Иван Парфёнов
Флаг
Флаг
ВКП(б) Үҙәк комитетының пропаганда һәм агитация Идаралығы начальнигы
21 март 1939 — 6 сентябрь 1940
Алдан килеүсе: вазифа булдырыла
Дауамсы: Георгий Александров
Флаг
Флаг
РСФСР-ҙың Юғары Советы рәйесе
Флаг
Флаг
15 июль 1938 — 20 июнь 1947
Дауамсы: Михаил Тарасов
Флаг
Флаг
Түбәнге Новгород (Горький) ВКП (б) өлкә комитетының беренсе секретары (1929 йылдың 10 авгусынан), 1924 йылдан - ВКП(б) губерна комитетының яуаплы секретары
август 1924 — 20 февраль 1934
Алдан килеүсе: Вазифа булдырыла
Дауамсы: Эдуард Прамнэк
Тверь губернаһы СРКД Башҡарма комитеты рәйесе
апрель — 15 июль 1922
Алдан килеүсе: Михаил Чудов
Дауамсы: Ян Полуян
 
Тыуған: 14 (26) февраль 1896({{padleft:1896|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Рәсәй империяһы, Екатеринослав губернаһы, Мариуполь
Үлгән: 31 август 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (52 йәш)
«Валдай» шифаханаһы, РСФСР, СССР
Ерләнгән: Кремль стенаһы некрополе, Мәскәү
Атаһы: Александр Алексеевич Жданов[d]
Әсәһе: Екатерина Павловна Жданова[d]
Супруг: Зинаида Александровна Жданова[d]
Балалары: Жданов, Юрий Андреевич[d]
Партия: большевиктар (1915 йылдан)
 
Хәрби хеҙмәт
Звание: Ҡалып:СССР, Генерал-полковник
Бәрелештәр: Совет-фин һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы: Ленинград оборонаһы
 
Наградалары:
Ленин ордены — 1935 Ленин ордены — 1946 Ҡыҙыл Байраҡ ордены  — 1940 Орден Суворова I степени  — 1944
I дәрәжә Кутузов ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1939
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
«Ленинград оборонаһы өсөн» миҙалы
Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы
«В память 800-летия Москвы» миҙалы

Жданов Андрей Александрович (14 (26) февраль 1896 йыл, Мариуполь, Рәсәй империяһы — 31 август 1948 йыл, «Валдай» шифаханаһы, РСФСР, СССР[1]) — совет партия һәм дәүләт эшмәкәре.1939 йылдан — ВКП (б)-ның Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы (1935 йылдан алып кандидат), 1934 йылдан ВКП (б) Үҙәк комитеты секретары һәм 1930 йылдын ВКП (б) Оргбюроһы ағзаһы (1925 йылдан кандидат). Генерал-полковник (18 июнь 1944).

ВЦИК-тың һәм СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты ағзаһы, 1-се һәм 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаты.

Халыҡ училищелары инспекторы Александр Алексеевич Ждановтың (1862—1909) ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан Мәскәү Рухани академия инспекторы Павел Платонович-Горскийҙың ейәне.

Уның атаһы Рәсәйҙә беренселәрҙән булып Апокалипсисты тикшерә һәм семинарияларҙа популяр булған Тәүрат тарихы буйынса лекцияларҙы тыуҙырыусы булған, шулай уҡ ул марксизм һәм социал-демократия идеялары менән мауығып китә. Атаһы Андрей улы өсөн беренсе уҡытыусыһы була[2] һәм уға ҙур йоғонто яһай[3].

Атаһы вафат булғандан һуң, ғаилә — әсәһе, уның өс һеңлеһе һәм Андрей — Тверь губернаһына күсә. 1910 йылда реаль училищеһында уҡырға инә, уны гел бишлегә тиерлек тамамлай. 1915 йылдан большевиктар партияһы ағзаһы.

1916 йылдың июлендә хәрби хеҙмәткә Царицын студенттар батальонына саҡырыла, артабан Тифлиста пехота прапорщиктары училищеһында уҡый, 1917 йылдан Шадринск ҡалаһында 139-сы запас пехота полкында хеҙмәт итә.

1918 йылда Шадринскиҙа эсерҙарҙың «Народная мысль» гәзитен яптыра һәм «Путь к коммуне» совет гәзитен ойоштора.

1918 йылдың июнендә РККА-ға хеҙмәткә инә: Урал округ хәрби комиссариатының инспекторы, 3-сө армия сәйәси бүлегенең хеҙмәткәре, 1919 йылдың башында — Өфө губерна хәрби комиссариатында культура-ағартыу бүлеге мөдире һәм РККА-ның Көнсығыш фронты 5-се армияһы сәйәси бүлеге хеҙмәткәре.

8-се Бөтә Рәсәй Советтар съезында ВЦИК ағзаһы итеп һайлана

1922 йылдың апрель-июлендә Тверь губерна башҡарма комитеты рәйесе. Артабан 1934 йылға тиклем Түбәнге Новгородта партия крайкомының беренсе секретары.

1934 йылдан Мәскәүҙә партия эшендә[4], совет яҙыусыларының беренсе съезын ойоштороуыларҙың береһе. 1930 йылдан алып партияның абруйлы идеологы, Сталин һәм Киров менән берлектә тарихты уҡытыу һәм өйрәнеүҙең төп принциптары буйынса иҫкәрмәләр авторҙашы (1936 йылда нәшер ителә). "ВКП (б) тарихының ҡыҫҡа курсы"н төҙөүҙә ҡатнаша.

Кировты үлтергәндән һуң, 1934 йылдың 17 ғинуарынан 1945 йылдың 15 декабренә тиклем Ленинград өлкә комитетының һәм ВКП (б) ҡала комитетының 1-се секретары, Ленинград хәрби округы Хәрби советы ағзаһы (1935—1941)).

Ҙур террор йылдарында Жданов атыу исемлектәренә (расстрельные списки) ҡул ҡуйған Үҙәк комитеты Политбюроһының ағзаларының береһе була. 1937 йылдың көҙөндә Башҡорт партия ойошмаһында[5][6], шулай уҡ Татар АССР-да һәм Ырымбур өлкәһендә репрессиялар инициаторы була.

Ленинград буйынса ВКВС судына тейешле кешеләр исемлеге. Сталин, Ворошилов, Каганович, Жданов һәм Молотовтың ҡултамғалары. Апрель, 1937 йыл.[7]

1939 йылдан (ВКП (б)-ның XVIII съезы) алып вафатына тиклем — Политбюро ағзаһы.

Башҡортостанда сәйәси репрессиялар

Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы осор

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — Төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге Хәрби советы ағзаһы һәм 1944 йылға тиклем — Ленинград фронты Хәрби советы ағзаһы.

Жданов СССР һәм Финляндия демократик республикаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйған ваҡытта.

КПСС Үҙәк комитеты һәм Политбюро ағзаһы булараҡ, идеология һәм тышҡы сәйәсәт өсөн яуаплы була, 1946 йылдың апреленән агитация һәм пропаганда Идаралығын һәм Тышҡы сәйәсәт бүлеген етәкләй, август айынан Маленков урынына Үҙәк комитеты Оргбюроһы ултырыштарында рәйес була[8]. 1946 йылда яңы партия программаһының проектын тәҡдим иткән комиссияны етәкләй[9].

Һуғыштан һуң идеология фронтында социалистик реализмын яҡлап компартия линияһын үткәрә. 1946 йылдың авгусында А. Ахматова һәм М. Зощенконы, шулай уҡ Мережков Дмитрий, Вячеслав Иванов, Михаил Кузмин, Андрей Белый, Зинаида Гиппиус, Фёдор Сологуб кеүек күренекле шағирҙарҙы тәнҡит утына тотҡан доклад менән сығыш яһай[10]. Шул доклады «Звезда» һәм «Ленинград» журналдары тураһында" тип аталған партия ҡарарына нигеҙ һалды.

Ауырыуы һәм вафаты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Кремль стенаһы некрополендә ҡәбер ташы.

Жданов 1948 йылдың 31 авгусында оҙайлы йөрәк сиренән ВКП (б) Үҙәк комитетының Валдай күле янындағы шифаханаһында вафат була[11]. Кәүҙәһен матәм поезында Мәскәүгә алып киләләр[12][13][14][15][16]. Ҡыҙыл майҙанда Кремль стенаһы некрополендә ерләнә.

Ждановтың вафатынан алда бер нисә көн элек врач Лидия Тимашук Үҙәк комитетына Ждановты дауалағанда ебәрелгән хаталар тураһында хат менән мөрәжәғәт итә[17]; 1952 йылда был яҙыуға иғтибар бирелә һәм ул «врачтар эшен» әҙерләгән саҡта өҫкә ҡалҡа. Жданов «ҡоротҡос-врачтарҙың» ҡорбандарының береһе булған тип иғлан ителә, ә 1953 йылдың 20 ғинуарында Тимашук Ленин ордены менән бүләкләнә.

  • өс Ленин ордены (1935, 1940, 1946);
  • 1-се дәрәжә Суворов ордены, (21 февраль 1944);
  • 1-се дәрәжә Кутузов ордены, (29 июль 1944);
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (4 апрель 1939).
  • Миҙалдары:
  • «Ленинградты обороналау өсөн» (22 декабрь 1942);
  • «1941 — 1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» (1945);
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» (1945).
СССР-ҙың почта маркаһы, 1948 йыл

СССР-ҙа бик күп объекттарға Жданов исеме бирелгән була, шул иҫәптән уның тыуған ҡалаһы Мариуполгә, Ленинград университетына, Санкт-Петербургтағы Ғалимдар йортона, Мәскәү, Киев һәм Ленинград ҡалалары урамдарына, Мәскәү метроһындағы станцияға (хәҙер «Выхино»), крейсерға, хәрби училищеларға, заводтарға, институттарға, совхоздарға һ. б.

Үҙгәртеп ҡороу осоронда КПСС етәкселеге тарафынан Жданов исеме рәсми рәүештә хөкөм ителде. 1989 йылдың ғинуарында КПСС Үҙәк комитетының «А. А. Жданов иҫтәлеген мәңгеләштереү менән бәйле хоҡуҡи акттарҙы ғәмәлдән сығарыу тураһында» ҡарары сыҡты, бер ниндәй ғәйептәре булмаған совет кешеләренә ҡарата 30 — 40 йылдарҙағы массауи репрессияларҙы ойоштороусыларының береһе булыуы аныҡланды[18]. 1989 йылдың 13 ғинуарында КПСС Үҙәк комитетының 46-сы һанлы ҡарары менән А. А. Ждановтың иҫтәлеген мәңгеләштереү акттарын юҡҡа сығарҙы[19]

Мариуполь ҡалаһына үҙ исеме ҡайтарылды. Ҡалала бер аҙны эсендә өс һәйкәл һүтелде, уның исемен йөрөткән музей халыҡ көнкүреше музейына үҙгәртелде. Әммә Рәсәйҙә хәҙерге көндә лә бер нисә ҡасаба һәм ауыл (Түбәнге Новгород, Воронеж өлкәләрендә, Дағстанда), шулай Жданов дачаһы янындағы күл (Ждановское озеро) уның исемен йөрөтә.

2016 йылда, Декоммунизация законына ярашлы, Украинаның Днепропетровск өлкәһендә ҡасаба һәм Хмельницкий өлкәһендә ауыл исемдәре үҙгәртелде.

Хеҙмәттәре һәм телмәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Жданов А. А. Советская литература — самая идейная, самая передовая литература в мире [Текст] : речь на Первом Всесоюз. съезде советских писателей 17 авг. 1934 г. / А. А. Жданов. — [Б. м.] : Госполитиздат, 1953. — 10 с.
  • Жданов, А. А. Стахановцы — настоящие большевики производства [Текст] : речь 16 ноября 1935 г. / А. А. Жданов. — М. : Партиздат ЦК ВКП(б), 1935. — 14 с
  • Жданов А. А. Речь на торжественном пленуме ЦК ВЛКСМ совместно с активом, посвященном XX-летию ВЛКСМ, в Большом театре 29 октября 1938 года [Текст] / А. А. Жданов. — Б. м. : Молодая гвардия, 1939. — 15 с
  • Жданов А. А. Выступление на дискуссии по книге Г. Ф. Александрова «История западноевропейской философии». 24 июня 1947 г. [Текст] / А. А. Жданов. — Б. м. : Госполитиздат, 1947. — 44 с.
  • Жданов А. А. Доклад товарища Жданова о журналах «Звезда» и «Ленинград» [Текст] : сокращенная и обобщенная стенограмма докладов т. Жданова на собрании партийного актива и на собрании писателей в Ленинграде / А. А. Жданов. — М. : Госполитиздат, 1946. — 38 с.
  • Жданов А. А. О преобразовании Карельской Автономной Советской Социалистической Республики в Союзную Карело-Финскую Советскую Социалистическую Республику [Текст] : доклад депутата Жданова А. А. на заседании VI Сессии Верх. Сов. / А. А. Жданов.
  1. Ъ-Власть — Путино-Дачное
  2. АПН Северо-Запад / Жданов: неразгаданный сфинкс Ленинграда
  3. Диссертация на тему «Андрей Александрович Жданов :Идеологическая деятельность в 1920—1940-е гг.» автореферат по специальности ВАК 07.00.02 — Отечественная история | disserCat …
  4. Сельскохозяйственный отдел ЦК ВКП(б) // Справочник по истории Коммунистической партии и Советского Союза 1898—1991
  5. «ЖИЗНЬ БРАЛА ПОД КРЫЛО…» ::: Азнабаев К. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
  6. Я спрашиваю себя ::: Ваза Э. 2020 йыл 20 октябрь архивланған.
  7. АП РФ, оп.24, дело 409, лист 54
  8. Загадка полковника Сергея Тюльпанова
  9. [ Радио Свобода: Программы: История и современность: Разница во времени ]
  10. Доклад т. Жданова о журналах "Звезда" и "Ленинград". Дата обращения: 26 март 2014.
  11. В.
  12. «Дело врачей». Медленное начало следствия // Жорес Медведев. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
  13. Lyass1
  14. Рыбин А.Т. Сталин на фронте - правда о Сталине - Великие властители прошлого. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
  15. Ъ-Власть - Путино-Дачное. Дата обращения: 30 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года.
  16. Леонид Романовичев Товарищ Жданов и его смерть. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2014 йыл 30 ғинуар архивланған.
  17. ОСОБАЯ ПАПКА. АРЕСТОВАННАЯ МЕДИЦИНА. Дата обращения: 24 ғинуар 2013. Архивировано 2 февраль 2013 года. 2012 йыл 28 ғинуар архивланған.
  18. Известия 18 января 1989 г.
  19. История Мариуполя 2015 йыл 3 июнь архивланған.
  • А. Н. Волынец. Жданов. — М.: Молодая гвардия, 2013. — (Жизнь замечательных людей).
  • Борисов С. Б. «Андрей Александрович Жданов: опыт политической биографии». — Шадринск, 1998.
  • Народные избранники Карелии: Депутаты высших представительных органов власти СССР, РСФСР, РФ от Карелии и высших представительных органов власти Карелии, 1923—2006: справочник / авт.-сост. А. И. Бутвило. — Петрозаводск, 2006. — 320 с.