Жданов Константин Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жданов Константин Валерьевич
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 14 февраль 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (56 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инфекционист
Эш урыны С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Уҡыу йорто С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
II  дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Константин Валерьевич Жданов (14 февраль 1968 йыл, Өфө, БАССР, СССР) — Рәсәй ғалим-инфекционисы, Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының баш инфекционисы, медицина хеҙмәте полковнигы, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2016).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1968 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында тыуған, атаһы — Валерий Павлович Жданов, билдәле инфекционист, хәрби һәм граждандар һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы.

1991 йылда С. М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын отличие менән тамамлай, уҡыуын тамамлағандан һуң инфекция ауырыуҙары кафедраһы адъюнктураһына ҡабул ителә.

1991 йылдан алып әлеге көнгә тиклем С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһының инфекция ауырыуҙары кафедраһында эшләй, унда адъюнктан кафедра начальнигына тиклем юл үтә (2010 йылдан).

2000 йылда «Латентные формы вирусных гепатитов В и С у лиц молодого возраста» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

2016 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: вируслы инфекциялар (ВИЧ, гепатиттар), йоғошло иммунология. Ул етәкләгән кафедра уның етәкселеге аҫтында вируслы гепатит һәм ВИЧ-инфекция, шулай уҡ киҫкен эсәк инфекцияһы һәм эсәк микробиоценозы, грипп, аденовируслы, менингококклы инфекция, паразитоз һәм тропик ауырыуҙарҙың боҙолоуы кеүек социаль әһәмиәтле инфекцияларҙы тикшеренеү эше алып бара.

350-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр, шул иҫәптән йоғошло ауырыуҙар буйынса дәреслек һәм ҡулланмалар, белешмәләр һәм монографиялар серияһы авторы. Жданов К. В. — «ВИЧ-инфекция и иммуносупрессия», «Журнал инфектологии», «Эпидемиология и инфекционные болезни. Актуальные вопросы», «Лечение и профилактика», «Журнал гепатологии. Русское издание», "Клиническая гастроэнтерология и гепатология. Русское издание журналдарының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Юғары аттестация комиссияһының терапевтик фәндәр буйынса эксперт советы ағзаһы, С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы ҡарамағындағы диссертация советы ағзаһы.

Уның етәкселеге аҫтында 18 кандидатлыҡ һәм 3 докторлыҡ диссертациялары әҙерләнгән һәм яҡланған.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

— II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы,

— I дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн» миҙалы,

— «Ватан һаулыҡ һаҡлау алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы,

Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]