Жданов Хөснөтдин

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Хөснөтдин Әждани
Жданов Хөснөтдин
Тыуған көнө:

1767({{padleft:1767|4|0}})

Тыуған урыны:

Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы Балыҡлыкүл ауылында

Вафат булған көнө:

1869({{padleft:1869|4|0}})

Вафат булған урыны:

Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы Балыҡлыкүл ауылында

Эшмәкәрлеге:

шағир

Жданов Хөснөтдин — мәғрифәтсе, ахун.

1767 йылда Нуғай даруғаһы Меркет-Мең улусы Балыҡлыкүл ауылында тыуған (хәҙерге Ауырғазы районыны). Стәрлебаш мәҙрәсәһен тамамлаған һәм 60 йылдан ашыу ауылында имам-хатиб булып торған. Бер үк ваҡытта уҡытҡан. Мәктәп мәғарифы реформаһы өсөн сығыш яһаған, уҡытыуҙың дини йүнәлешен һәм схоластиканы тәнҡитләгән. Ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. Көнсығыш әҙәбиәте белгесе булған. Гуманизм һәм мәғрифәтселек идеялары менән һуғарылған шиғырҙар яҙған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уның әҫәрҙәре һаҡланмаған.

Хөснөтдин Әждани (Жданов) ахун оҙон ғүмеренең ахырына тиклем, Бохара кеүек сит тарафтарҙағы уҡыу йорттарына ҡарағанда, урындағы мәҙрәсәләрҙә уҡыу күпкә яҡшыраҡ, тигән ҡарашта йәшәгән.

Тыуған ауылында 1869 йыл вафат булған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Өмөтбаев М. И. Йәдкәр. — Ҡазан, 1897;
  • Фәхретдин Р. Аҫар. — 2-се т. — Ырымбур, 1908;
  • Хөсәйенов Ғ.Б. Стәрлебаш мәҙрәсәһе //Башҡорт халҡының рухи донъяһы. — Өфө, 2003;
  • Кунафин Г. С. Культура Башкортостана и башкирская литература XIX — начала XX века. — Уфа, 2006.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жданов Хөснөтдин // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.