Живов Павел Евгеньевич
Был мәҡәләнең стиле энциклопедик түгел йәки башҡорт теле нормаларын боҙа. |
Живов Павел Евгеньевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 15 март 1918 |
Тыуған урыны | Бәрҙешле, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе |
Вафат булған көнө | 9 октябрь 2001 (83 йәш) |
Вафат булған урыны | Бәрҙешле, Ишембай районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Живов Павел Евгеньевич (15 март 1918 йыл — 9 октябрь 2001 йыл) — малсылыҡ алдынғыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966)[1]. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы[2]. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Павел Евгеньевич Живов Ишембай районы Петровский ауылында йәшәй. Көтөүсе булып эшләп, юғары наградаға лайыҡ була.
СССР Юғары Советы Президиумы 22 мартта һәм 23 июндә Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменең бирелеүе тураһында ике Указ сығара. Башҡортостандың хеҙмәт батырҙарының исеме бөтә ил халҡына билдәле була. Указдарҙа Башҡортостандан 25 кешенең был юғары исемгә лайыҡ булыуы теркәлгән. Бына улар — икәүһе район комитеттары секретарҙары Әхмәт Әминев менән Тәлғәт Рахманов, тракторсылар Шиф Рәжәпов, Фәйзулла Шәйәхмәтов, Антон Костарев, һауынсылар Мария Хализова, Евдокия Кириллова, сусҡа ҡараусылар Матрена Шинкова һәм Лидия Ганцева, чабандар Сабир Күҫәков һәм Флүрә Әминева, көтөүсе Павел Живов, быҙау ҡараусы Нәсимә Фазлиәхмәтова һәм Анастасия Птицына һәм башҡалар. Республика тарихында ауыл хужалығында эшләгән 25 ябай хеҙмәткәрҙең эштәрендәге ҙур уңыштары өсөн ошондай ҙур награда — Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алыу бик һирәк күренештер.
Павел Живов Ишембай районының Ленин исемендәге колхозында (1960 йылға тиклем — Маҡар районының А. Матросов исемендәге колхозы) 1940—1978 йылдарҙа эшләй: 1945—1953 һәм 1967—1978 йылдарҙа — һөтсөлөк фермаһы мөдире, 1953 йылда — келәт мөдире, 1960—1967 йылдарҙа — мал ҡараусы-көтөүсе. Мал һимертеүҙә юғары күрһәткестәргә өлгөшө: йәш һыйыр малдарының уртаса тәүлек артымы 1300 грамм тәшкил итә (1965—1966).
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Павел Евгеньевич Живов. Наш опыт нагула скота [Текст] / П. Е. Живов, скотник колхоза им. Ленина Ишимбайского района БАССР Герой Соц. Труда. — Уфа : Башкнигоиздат, 1966. — 27 с. : портр.; 14 см. — (Трибуна передовика).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Герои Социалистического Труда Башкортостана(недоступная ссылка)
- ↑ Подвиг народа
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сергей Каргапольцев. Живов Павел Евгеньевич . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.
- 15 мартта тыуғандар
- 1918 йылда тыуғандар
- Өфө губернаһында тыуғандар
- 9 октябрҙә вафат булғандар
- 2001 йылда вафат булғандар
- Ишембай районында вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- 7-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Башҡортостан малсылары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар