Эстәлеккә күсергә

Жолио-Кюри Фредерик

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Жолио-Кюри Фредерик
франц. Frédéric Joliot-Curie
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Франция
Тыуған ваҡыттағы исеме франц. Jean Frédéric Joliot
Тыуған көнө 19 март 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[1][3][4][…]
Тыуған урыны XVI округ Парижа[d], Париж[5][6]
Вафат булған көнө 14 август 1958({{padleft:1958|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})[7][1][4][…] (58 йәш)
Вафат булған урыны , XII округ Парижа[d][8]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе болезнь печени[d]
Ерләнгән урыны кладбище Со[d][9]
Хәләл ефете Жолио-Кюри Ирен
Балалары Пьер Жолио[d] һәм Элен_Ланжевен-Жолио[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле Француз теле
Һөнәр төрө учёный-ядерщик, химик, профессор, сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, физик, боец французского Сопротивления
Эшмәкәрлек төрө ядро физикаһы, тәбиғи фәндәр[10], физика[10], химия[10] һәм радиобиология[d]
Эш урыны Коллеж де Франс[d][11]
факультет естественных наук Парижского университета[d]
Комиссариат атомной энергетики[d]
Биләгән вазифаһы Q30739705?, президент, high commissioner for atomic energy[d], доцент[d], профессор[d][11] һәм профессор[d]
Уҡыу йорто Лицей Лаканаль[d]
Высшая школа промышленной физики и химии города Париж[d]
факультет естественных наук Парижского университета[d]
Аспиранттар Бруно Максимович Понтекорво[d] һәм Вартапетян, Гамлет Арутюнович[d]
Уҡыусылар Тосико Юаса[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Французская коммунистическая партия[d]
Партнёр в спорте или профессии Maurice Nahmias[d]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], ГДР фәндәр академяһы[d], Француз фәндәр академияһы[d][12], СССР Фәндәр академияһы[d], Венгрия фәндәр академияһы[d], Польша фәндәр академияһы[d], Нидерланд король фәндәр академияһы[d], National Front[d], Парижская медицинская академия[d] һәм Временная консультативная ассамблея[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Жолио-Кюри Фредерик Викимилектә

Фредерик Жолио-Кюри (франц. Jean Frédéric Joliot-Curie, никахҡа тиклем — Фредерик Жолио; 19 март 1900, Париж — 14 август 1958, шунда уҡ) — француз физигы һәм йәмәғәт эшмәкәре, бөтә донъя тыныслыҡ яҡлылар хәрәкәте лидерҙары һәм һәм Пагуош ғалимдар хәрәкәтен ойоштороусыларының береһе. Химия буйынса Нобель премияһы лауреаты (Ирен Жолио-Кюри менән берлектә, 1935) һәм, бер үк ваҡытта, атом ҡоралын тыйыуға арналған Стокгольм өндәмәһе инициаторы. Ирен Жолио-Кюриның ире, Мария Склодовская-Кюри һәм Пьер Кюриҙарҙың кейәүе, ғалимдар Элен Ланжевен -Жолио (1927 йылда тыуған, физик-атомсы) һәм Пьера Жолионың (1932 йылда тыуған, биолог) атаһы. Француз фәндәр академияһы ағзаһы (1943)[13], СССР Фәндәр академияһының сит ил мөхбир ағзаһы(1947)[14], Лондон король йәмғиәтенең сит ил ағзаһы (1946)[15].

Француз физигы Жан Фредерик Жолио 1900 йылдың 19 мартында Парижда, протестант хәлле ғаиләләрҙең береһендә тыуған. 1910 йылда ул уҡыуын Лаканалдәге провинициаль мәктәп-интернатында башлай.

1917 йылда ул Парижға кире ҡайта һәм Эколь примэр сюперьер Лавуазье студенты булып китә. 1920 йылда Париж Юғары физика һәм ғәмәли химия мәктәбенә уҡырға инә һәм өс йылдан һуң уны төркөмдә иң яҡшы студенты булып тамамлай. 1926 йылда Мари һәм Пьер Кюриҙарҙың ҡыҙы Ирен Кюриға өйләнә, улар бергә эшләйҙәр һәм 2 бала үҫтерәләр. Улар ҙа ғалим булып китә.

Ғилми һәм сәйәси эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Жолио, лицензиат дәрәжәһен алғас (фәндәр магистры дәрәжәһенә бәрәбәр), үҙ эшен дауам итә һәм 1930 йылда радиоактив элемент полонийҙың электрохимик үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн докторлыҡ исеменә лайыҡ була.

1937 йылда Жолио, Радий институтында эшләүен дауам итеп, бер үк ваҡытта Парижда Коллеж де франс профессоры вазифаһын биләй.

Бында ул атом физикаһы һәм химияһы тикшеренеү үҙәген булдыра һәм яңы лабораторияға нигеҙ һала, унда физика, химия һәм биология бүлектәре үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлектә эшләй ала.

Оккупация осоронда Парижда ҡалғанда, Жолио Радий институтында һәм Коллеж де Франста вазифаларын һаҡлап ҡала. Ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәтенең (движение Сопротивления) актив ағзаһы булараҡ, ул хәрәкәт көрәшселәре өсөн үҙ лабораторияһының шартлатҡыс матдәләр һәм радиоаппаратура етештереү мөмкинлектәрен файҙалана. 1944 йылда уға үҙенә йәшеренергә тура килгән.

Парижды азат иткәндән һуң, Жолио Милли фәнни тикшеренеүҙәр үҙәге директоры итеп тәғәйенләнә, уға илдең фәнни потенциалын тергеҙеү яуаплылығы йөкләнә.

1949 йылда Парижда Кравченко эшен тыңлау барышында СССР һәм совет ҡоролошон яҡлап сығыш яһай. Жолио-Кюри ғалим һәм администратор булараҡ абруйы бик юғары булыуға ҡарамаҫтан, уның 1942 йылдан Франция Коммунистар партияһы менән элемтәһе ҡәнәғәтһеҙлек уята, һәм 1950 йылда ул Атом энергияһы буйынса комиссариат рәйесе вазифаһынан азат ителә.

Ҡатыны Ирен Жолио-Кюриның 1956 йылда вафаты уның өсөн ауыр фажиғә була. Ҡатыны урынына ҡалып, Радий институты директоры вазифаһын дауам итә, Сорбоннала ла уның урынына уҡыта, етмәһә, Орсала — Париждың көньяғында — яңы институт төҙөүҙе үҙ өҫтөнә ала.

Әммә ғалимдың организмы ике йыл элек үткәргән вируслы гепатит арҡаһында сиргә бирешә һәм 1958 йылдың 14 авгусында Жолио Парижда эсенә ҡан һауыу менән бәйле операциянан һуң вафат була..

Фредерик Жолио-Кюриҙы сабыр, кешелекле, яҡшы күңелле кеше тип һүрәтләйҙәр. Ул пианинола уйнарға, уҡырғар һәм һүрәт төшөргә ярата. Һуңғы йылдарҙа күп ваҡытын сәйәсәткә арнаған. 1940 йылда Колумбия университетының күренекле ғалимдары ғилми хеҙмәте өсөн Барнард алтын миҙалы менән бүләкләй. СССР-ҙа Жолио-Кюришулай уҡ «Халыҡтар араһында тыныслыҡты нығытыу өсөн» халыҡ-ара Сталин премияһына лайыҡ була (1951).

  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118712896 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. Jean Frédéric Joliot // база данных Léonore (фр.)ministère de la Culture.
  4. 4,0 4,1 Frédéric Joliot-Curie // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. база данных Léonore (фр.)ministère de la Culture.
  6. https://archives.paris.fr/arkotheque/visionneuse/visionneuse.php?arko=YTo2OntzOjQ6ImRhdGUiO3M6MTA6IjIwMjItMTEtMDMiO3M6MTA6InR5cGVfZm9uZHMiO3M6MTE6ImFya29fc2VyaWVsIjtzOjQ6InJlZjEiO2k6NDtzOjQ6InJlZjIiO2k6MjUzMzQ2O3M6MTY6InZpc2lvbm5ldXNlX2h0bWwiO2I6MTtzOjIxOiJ2aXNpb25uZXVzZV9odG1sX21vZGUiO3M6NDoicHJvZCI7fQ==#uielem_move=-2771%2C-400&uielem_islocked=0&uielem_zoom=300&uielem_brightness=0&uielem_contrast=0&uielem_isinverted=0&uielem_rotate=F — вып. 345.
  7. Шаскольская М. П. Жолио-Кюри Фредерик // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1972. — Т. 9 : Евклид — Ибсен. — С. 230.
  8. https://www.lemonde.fr/archives/article/1958/08/18/les-obseques-nationales-du-grand-savant-seront-celebrees-mardi-a-la-sorbonne_2301786_1819218.html
  9. Find a Grave (ингл.) — 1996.
  10. 10,0 10,1 10,2 Чешская национальная авторитетная база данных
  11. 11,0 11,1 Список профессоров Коллеж де Франс
  12. https://www.academie-sciences.fr/fr/Liste-des-membres-depuis-la-creation-de-l-Academie-des-sciences/les-membres-du-passe-dont-le-nom-commence-par-j.html
  13. Les membres du passé dont le nom commence par J (фр.)
  14. Профиль Жана-Фредерика Жолио-Кюри РФА рәсми сайтында
  15. Joliot; Jean Frederic (1900—1958) 2022 йыл 14 март архивланған. (инг.)
  • Шаскольская М. П. Жолио-Кюри. М.: Издательство ЦК ВЛКСМ «Молодая гвардия», 1966. (Жизнь замечательных людей)
  • Храмов Ю. А. Жолио-Кюри Фредерик (Joliot - Curie Frederic) // Физики : Биографический справочник / Под ред. А. И. Ахиезера. — Изд. 2-е, испр. и доп. — М. : Наука, 1983. — С. 112. — 400 с. — 200 000 экз.
  • Жолио-Кюри (Joliot-Curie) Фредерик / М. П. Шаскольская // Евклид — Ибсен. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — С. 230. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 9).