Журавлёв Евгений Филиппович
Журавлёв Евгений Филиппович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 15 октябрь 1910 |
Тыуған урыны | Ижевск, Сарапул өйәҙе, Вятка губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 8 февраль 1984 (73 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | химик |
Эш урыны |
Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты Воронеж дәүләт техник университеты Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Пермь дәүләт милли тикшеренеү университеты |
Ғилми дәрәжә | химия фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Роман Викторович Мерцлин[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Журавлёв Евгений Филиппович (15 февраль 1910 йыл, Ижевск заводы ҡасабаһы, Вятка губернаһы — 8 февраль 1984 йыл, Өфө) — совет ғалим-химигы, профессор, химия фәндәре докторы, Пермь университетының (1950–1964), Воронеж политехник институтының (1964–1969), Башҡорт дәүләт университетының (1969–1984) органик булмаған химия кафедраһы мөдире.
Шыйыҡ фазалы һыу-тоҙ һәм органик системаларҙың тикшеренеүсеһе, ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың, аммоний хлоридтарының һәм калий, калий дихроматының бүленеүенең һәм уларҙы таҙартыу буйынса сәнәғәт технологияларын эшләүсе. Химик В.В.Щепиндың ҡайныһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1931 йылда эшсе комитет юлламаһы буйынса Пермь университетының химия факультетына уҡырға инә һәм «Равновесие четвертной системы вода-этиловый спирт–гликоль-поташ» темаһына диплом эшен яҡлап, 1936 йылда тамамлай.
Кафедра мөдире Р.В. Мерцлин рекомендацияһы буйынса органик булмаған химия кафедраһында ассистент итеп ҡалдыралар[1]. 1937 йылдан – органик булмаған химия кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.
Һуғышҡа тиклем университетта химия факультеты деканы урынбаҫары булып эшләй.
1942 йылдан 1945 йылға тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында, Мәскәүҙән алып Кёнигсбергҡа тиклем һуғышып үтә. (Үҙәк фронт, 16-сы гвардия уҡсылар дивизияһы II гвардия армияһы 3-сө Белорус фронты)[2], һуғышты гвардия капитаны дәрәжәһендә тамамлай.
Университетҡа ҡайтып, кандидатлыҡ (1948), 1963 йылда докторлылыҡ диссертацияларын яҡлай.
1950 йылдан 1964 йылға тиклем — Пермь университетының органик булмаған химия кафедраһы мөдире (Р.В. Мерцлиндың Һарытау университеты ректоры булып тәғәйенләнеүе менән бәйле)[3].
1964 йылдан 1969 йылға тиклем — Воронеж политехник институтының органик булмаған химия кафедраһы мөдире
1969 йылдан 1984 йылға тиклем — Башҡорт дәүләт университетының[4] органик булмаған химия кафедраһы мөдире[5][6]
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1936 йылдан органик булмаған химия кафедраһында ассистент булғанда уҡ әүҙем ғилми-тикшеренеү эштәрен башлай, 1937 йылда уҡ уның тәүге баҫмалары сыға (Р.В. Мерцлиндың икенсе уҡыусыһы — К И. Мочаловтың баҫмалары менән бергә)[7].
Ҡазанда яҡлаған кандидатлыҡ диссертацияһы («Приложение физико-химического анализа к равновесию жидких фаз в трехкомпонентных системах»,1948), шыйыҡ фазаларҙың иреүсәнлеге менән өс компонентлы системаларҙың физик-химик анализына арналған. 1963 йылда "Двухфазное жидкое состояние в трехкомпонентных системах" темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Уның етәкселегендә (1950–1964). органик булмаған химия кафедраһы коллективы физик-химик анализ өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. 1950 йылдарҙа Е. Ф. Журавлев инициативаһы буйынса минераль тоҙҙар— натрий гидрокарбонаты һәм калий дихроматын алыу буйынса теоретик нигеҙҙәрҙе әҙерләү менән бәйле фәнни йүнәлеш үҫеш ала[8]. 1940 йылдар аҙағында һәм 1965 йылға тиклем ул 30-ға яҡын мәҡәлә баҫтырып сығара.
Башҡорт дәүләт университетында органик булмаған химия кафедраһы мөдире булараҡ (1969–1984), 20-нән ашыу фән кандидаты, 2 фән докторы әҙерләй, Башҡорт дәүләт университетында химия факультетының кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе. Уның етәкселегендә кафедрала составында азот булған органик берләшмәләр менән f- һәм d- элементтар комплексының барлыҡҡа килеүе ентекле өйрәнелә, уларҙың составы асыҡлана һәм уларҙы алыу шарттары ҡулайлаштырыла, ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙы һәм d-элементтарҙы айырыу ысулдары тәҡдим ителә[8].
Е. Ф. Журавлев — дөйөм алғанда 200 фәнни хеҙмәттең һәм 3 уйлап табыуҙың авторы. Уның хеҙмәттәре физик-химик анализды байыта. Улар Рәсәйҙә генә түгел, шулай уҡ сит илдәрҙә лә танылыу ала. Уның етәкселеге аҫтында ерҙә һирәк осрай торған элементтарҙың (радиоактивтарҙан тыш), аммоний хлоридтарын, калийҙы һәм калий дихроматын таҙартыу технологиялары эшкәртелә. Башҡортостанда химик һәм химик-технологик белемдең үҫешенә байтаҡ өлөш индерә[9].
Фәнни һәм йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы.
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советына һайлауҙар буйынса участка һайлау комиссияһы ағзаһы (1930 йылдар аҙағы).
- Пермь ҡалаһының Дзержинский хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы ағзаһы (1948–1952).
- Пермь ҡалаһының Дзержинский район хеҙмәтсәндәр депутаттары Советы депутаты (1951).
- Пермь совет халыҡ хужалығының техник-иҡтисади советы ағзаһы (1958).
- Техник фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһен биреү буйынса Воронеж политехник институты Советы ағзаһы[10] (1969).
- Башҡорт дәүләт университеты химия факультетының кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса Ғилми совет рәйесе[3].
Е. Ф. Журавлевтың патенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төрлөләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Журавлев Евгений Филипповичтың улы Владимир Евгеньевич Пермь дәүләт университеты Тәбиғи фәндәр институтында радиохимия лабораторияһы мөдире була (1965—1983), (1992—1995), шулай уҡ Тәбиғи фәндәр институтында фән буйынса директор урынбаҫары була (1983—1992)[11].
2002 йылдан радиохимия лабораторияһын Е. Ф. Журавлевтың ҡыҙы Щепина Надежда Евгеньевна етәкләй[12][13].
Ҡыҙы — Журавлёва Светлана Евгеньевна (7 апрель 1960 йыл) — спортсы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997)[14].
Пермь дәүләт университетында химия корпусының 3 ҡатында (органик булмаған химия кафедраһы) 2010 йылда Е. Ф. Журавлевтың тыуыуына йөҙ йыл айҡанлы мемориаль таҡтаташ асыла.
Бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944).
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
- «Почёт Билдәһе» ордены (1961).
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы.
- «Кёнигсбергты алған өсөн» миҙалы.
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «Хеҙмәттәге батырлыҡ өсөн» миҙалы
- Н. С. Курнаков исемендәге алтын миҙал
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ред. В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. С. 70—71.
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович 2020 йыл 3 июль архивланған. // Ветераны Пермского госуниверситета, принимавшие участие в Великой Отечественной войне.
- ↑ 3,0 3,1 Щепина Н. Е., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв, зав. кафедрой (1950–1964) 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. // ПГНИУ.
- ↑ Кафедра физической химии и химической экологии 2018 йыл 28 октябрь архивланған. // Башкирский государственный университет.
- ↑ История химического факультета // Башкирский государственный университет.
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович(недоступная ссылка) // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Шульгина Н. П., Мочалова Н. К., Когомцева М. Г. Кафедра неорганической химии и её научные направления с 1916-го по 2011-й год 2021 йыл 26 февраль архивланған. // Вестник Пермского университета. Серия «Химия». 2011. Выпуск 2(2). С. 8.
- ↑ 8,0 8,1 Кудряшов С. Ф., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв. К 100-летию со дня рождения(недоступная ссылка) // IX Международное Курнаковское совещание по физико-химическому анализу: тез. докл. Пермь, 2010. 331 с. С. 8–9.
- ↑ Гимаев Р. Н. Химическое и химико-технологическое образование 2016 йыл 29 декабрь архивланған. // Башкирская энциклопедия.
- ↑ Главные этапы развития ВГТУ 2007 йыл 6 ноябрь архивланған.. С. 36.
- ↑ Щепина Н. Е. Научно-исследовательская лаборатория радиохимии // Естественнонаучный институт Пермского университета: история и современность / под общ. ред. Е. Л. Пидэмского; Перм. гос. нац. исслед. ун-т. — Пермь, 2013. 158 с. С. 92, 95.
- ↑ Щепина Н. Е. Научно-исследовательская лаборатория радиохимии // Естественнонаучный институт Пермского университета: история и современность / под общ. ред. Е. Л. Пидэмского; Перм. гос. нац. исслед. ун-т. — Пермь, 2013. 158 с. С. 92, 95.
- ↑ Научно-исследовательская лаборатория радиохимии 2018 йыл 9 ноябрь архивланған. // ПГНИУ.
- ↑ Журавлёв Евгений Филиппович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Сығанаҡтар һәм һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кертман Л. Е., Васильева Н. Е., Шустов С. Г. Первый на Урале 2020 йыл 10 ғинуар архивланған.. Пермь, Пермское книжное издательство. 1987. 234 с. С. 52.
- Кудряшов С. Ф., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв. К 100-летию со дня рождения(недоступная ссылка) // IX Международное Курнаковское совещание по физико-химическому анализу: тез. докл. Пермь, 2010. 331 с. С. 8–9.
- О кафедре неорганической химии 2016 йыл 22 декабрь архивланған. // ПГНИУ.
- Пермский государственный университет им. Горького: Исторический очерк. 1916–1966 2017 йыл 5 ғинуар архивланған.. Под ред. Ф. С. Горового. Пермь: Кн. изд-во, 1966. 292 с. С. 196.
- Журавлёв Евгений Филиппович(недоступная ссылка) // Башкирская энциклопедия.
- Журавлёв Евгений Филиппович 2020 йыл 3 июль архивланған. // Ветераны Пермского госуниверситета, принимавшие участие в Великой Отечественной войне.
- Журавлёв Евгений Филиппович 2020 йыл 28 сентябрь архивланған. // Забытые имена Пермской области.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Профессора Пермского государственного университета: (1916—2001) 2014 йыл 26 декабрь архивланған. / Гл. ред. В. В. Маланин. Пермь: Изд-во Перм. ун-та, 2001. С. 70—71.
- Журавлёв Евгений Филиппович // Энциклопедия "Башкортостан".
- Щепина Н. Е., Кудряшова О. С. Евгений Филиппович Журавлёв, зав. кафедрой (1950–1964) 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. // ПГНИУ.
- Шульгина Н. П., Мочалова Н. К., Когомцева М. Г. Кафедра неорганической химии и её научные направления с 1916-го по 2011-й год 2021 йыл 26 февраль архивланған. // Вестник Пермского университета. Серия «Химия». 2011. Выпуск 2(2). С. 9–10.
- 15 октябрҙә тыуғандар
- 1910 йылда тыуғандар
- Вятка губернаһында тыуғандар
- 8 февралдә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Пермь дәүләт университетын тамамлаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышы пехотасылары
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Алфавит буйынса ғалимдар
- КПСС ағзалары