Журин Николай Семенович
Журин Николай Семенович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 октябрь 1939 (85 йәш) |
Тыуған урыны | Раевка, Ҡабыҡҡыуыш ауыл Советы (Стәрлебаш районы), Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Журин Николай Семенович (25 октябрь 1939 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Журин Николай Семенович 1939 йылдың 25 октябрь Башҡорт АССР-ының Стәрлебаш районы Раевка ауылында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1977 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын 1957 йылда, китапхана мөдире булып башлай. Артабан уҡытыусы, электромонер булып эшләй. 1962—1965 йылдарҙа Совет Армиһы сафтарына саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡалаһында бүлек мөдире булып эшләй, «Стәрлетамакстрой» тресында ВЛКСМ комитеты секретары, ошо уҡ треста профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары. 1977—1988 йылдарҙа «Стәрлетамаҡстрой» тресында прораб, КПСС-тың Стәрлетамаҡ ҡала комитетында төҙөлөш буйынса бүлек мөдире. 1988 йылдан Стәрлетамаҡ ҡалаһы администрацияһы башлығының беренсе урынбаҫары.[1]
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 133-сө Пионер һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының халыҡ көнкүреше тауарҙары, сауҙа, клммуналь-көнкүреш һәм халыҡҡа башҡа хеҙмәт күрһәреү буйынса комиссия ағзаһы.[2]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]СССР миҙалдары менән бүләкләнгән.
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 133-сө Пионер һайлау округы