Эстәлеккә күсергә

Загайнова Елена Вадимовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Загайнова Елена Вадимовна
рус. Елена
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 24 май 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (53 йәш)
Тыуған урыны Түбәнге Новгород, РСФСР, СССР[1]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, биомедик
Эшмәкәрлек төрө биомедицина[d]
Эш урыны Н. И. Лобачевский исемендәге Түбәнге Новгород дәүләт университеты
Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Биләгән вазифаһы ректор[d]
Уҡыу йорто Приволжск медицина тикшеренеү университеты[d]
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Дәүләт  Рәсәй[2]
 Загайнова Елена Вадимовна Викимилектә

Елена Вадимовна Загайнова (24 май 1970) — Рәсәй биомедигы, Новгород дәүләт университеты ректоры. Рәсәй Фәндәр академияһы профессоры, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (2019)[3]. Волга буйы тикшеренеүҙәр медицина университетында эксперименталь онкология һәм биомедицина технологиялары ғилми-тикшеренеү институтына нигеҙ һалыусы һәм уның беренсе директоры (2019 йылға тиклем) .

Эксперименталь һәм клиник онкология һәм регенератив медицина өлкәһендә белгес. Төрлө журналдарҙа баҫылып сыҡҡан 2000-дән ашыу үҙ эше өҙөмтәләренә эйә. Хирша индексы — 26[4].

1995 йылда Түбәнге Новгород дәүләт медицина академияһын «педиатрия» һөнәре буйынса тамамлай. 1998 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, 2007 йылда иһә «Диагностическая ценность оптической когерентной томографии в эндоскопии» темаһы буйынса медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай[5].

2013 йылда уның етәкселегендә Түбәнге Новгород дәүләт медицина академияһында ғилми-тикшеренеү институты (2018 йылда эксперименталь онкология һәм биомедицина технологиялары ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә), хәҙерге көнгә тиклем уның директоры була.

2016 йылда РФА-ның профессоры булып һайлана.

2017 йылда РФ фән һәм мәғариф министрлығы ҡарамағында Фән буйынса совет составына инә[6].

2019 йылдың ноябрендә РФА ағза-корреспонденты[3].

2020 йылдың 14 ғинуарында Н.И.Лобачевский исемендәге Новгород дәүләт университетының ваҡытлыса ректор вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә[7]. 2020 йылдың 6 апрелендә был вазифаға тулыһынса раҫлана[8].

2022 йылдан ректор вазифаһында Рәсәй ректорҙар союзының Украинаға Рәсәйҙең баҫып инеүен хуплап мөрәҗәғәткә ҡул ҡуя[9][10][11][12].

Фәнни ҡаҙаныштары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биофотоника һәм биомедицина өлкәһендә белгес булып тора. Уның тарафынан оптик когерент томография ысулы нигеҙендә йыуан эсәктең, һейҙек ҡыуығының һәм ашҡаҙанының иртә яман шешен диагностикалау алымдары эшләнә. Алым хирургик дауалау ваҡытында шештәрҙең сиктәрен билдәләргә, шулай уҡ операция яһау барышында ҡан тамырҙары-нерв шәлкемен һәм шештәрҙә микроциркуляцияны визуализацияларға мөмкинлек бирә.

Е. В Загайнова етәкселегендә яман шештәрҙе дауалау өсөн плазма-резонанс нанокиәҫксәләр ҡулланған ваҡытта локаль лазер гипертермия ысулы эшләнә.

  1. Загайнова Елена Вадимовна (урыҫ)Минобрнауки России.
  2. https://sanctions.nazk.gov.ua/en/sanction-person/2663/
  3. 3,0 3,1 Выборы в Российскую академию наук – 2019. Официальный сайт РАН. Дата обращения: 19 ноябрь 2019.
  4. Список российских учёных, имеющих индекс цитирования > 1000
  5. Елена Вадимовна Загайнова Диагностическая ценность оптической когерентной томографии в эндоскопии (рус.). — Нижний Новгород, 2007.
  6. Директор НИИ биомедицинских технологий НижГМА Елена Загайнова вошла в Совет по науке при министерстве образования и науки РФ | ИА «НТА Приволжье» Новости Нижнего Новгорода. www.nta-nn.ru. Дата обращения: 4 октябрь 2019.
  7. Елена Загайнова назначена на пост ректора ННГУ им. Лобачевского. Нижегородская правда. Дата обращения: 14 ғинуар 2020.
  8. Елена Загайнова назначена на должность ректора Университета Лобачевского. Университет Лобачевского. Дата обращения: 9 апрель 2020.
  9. Ректор ПетрГУ подписал обращение в поддержку Президента, БезФормата (7 март 2022). 13 март 2022 тикшерелгән.
  10. Обращение Российского Союза ректоров, Крымский федеральный университет имени В.И. Вернадского (3 март 2022). 13 март 2022 тикшерелгән. 2022 йыл 6 март архивланған.
  11. Обращение Российского Союза ректоров, Россиякий союз ректоров (3 март 2022). 13 март 2022 тикшерелгән. 2022 йыл 20 март архивланған.
  12. ОБРАЩЕНИЕ РОССИЙСКОГО СОЮЗА РЕКТОРОВ В ПОДДЕРЖКУ СПЕЦОПЕРАЦИИ НА УКРАИНЕ ПОДДЕРЖАЛИ В ЛГТУ, "Телевизионная и радиовещательная компания "Липецкое время" (3 март 2022). 13 март 2022 тикшерелгән. 2022 йыл 6 март архивланған.