Заимов Халиҡ Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Заимов Халик Шакир улы битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Заимов Халиҡ Шакир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 13 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур өлкәһе, Силәбе өйәҙе, Һолтай
Вафат булыу көнө 9 февраль 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (62 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө
Ерләнгән урыны Өфө мосолман зыяраты
Һөнәр төрө композитор, музыка педагогы
Ойошма йәки клуб ағзаһы СССР Композиторҙар союзы[d]
Жанр Опера
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы[d]
Музыка ҡоралы Фортепиано

Заимов Халиҡ Шакир улы (13 ноябрь 1914 йыл9 февраль 1977 йыл) — башҡорт совет композиторы, педагог, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. СССР Композиторҙар союзы ағзаһы, Башҡорт АССР-ы Композиторҙар союзы рәйесе (19531954).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халиҡ Шакир улы Заимов 1914 йылдың 13 ноябрендә Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе (хәҙерге Силәбе өлкәһе Сосновка районы) Һултай ауылында тыуған.

1937 йылда — Өфө музыка училищеһының классик скрипка класын, 1940 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһы эргәһендәге башҡорт студияһында профессор В. А. Беловтың композиция класын тамамлаған.

1952 йылда консерваторияның төп курсының профессор А. Н. Александров класын тамамлай.

1941—1944 йылдарҙа Өфө гарнизонының хәрби оркестры музыканты булып хеҙмәт итә.

1952—1956 һәм 1963—1977 йылдарҙа Өфө ҡалаһында эшләй.

1956—1963 йылдарҙа Мәскәү өлкәһе Лыткарино ҡасабаһы Балалар музыка мәктәбе директоры була, 1963 йылдан вафатына тиклем Өфө сәнғәт училищеһы директоры була.

Ижады[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Композитор А. Э. Спадавеккиа менән бергә «Аҡбуҙат» операһын яҙа. Опера Б. Бикбай һәм Ҡ. Даян либреттоһына ижад ителә. Сюжеты нигеҙендә «Аҡбуҙат» башҡорт эпосы ята. «Аҡбуҙат» — тарих-фольклор нигеҙендә яҙылған тәүге башҡорт операларының береһе.

Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса Н. Канин һәм Х. Мостаев либреттоһына ҡуйылған ошо уҡ исемдәге балетҡа Заимов А. Г. Чугаев менән бергә музыка яҙа.

Композиторҙың төп әҫәрҙәренә Баязит Бикбай шиғырына «Башҡортостан» кантатаһы (1947), симфоник оркестр өсөн увертюра (1952), фортепиано өсөн 24 прелюдия (1952), Б. Бикбай менән М. Сөндөклө шиғырҙарына балалар өсөн 16 йырҙан торған «Бәхетле бала саҡ» циклы (1951) һәм башҡалар инә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1949, 1955).
  • 1992 йылда Өфөнөң 13-сө музыка мәктәбенә башҡорт композиторы Халик Заимов исеме бирелә[1][2], ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.
  • 2009 йылдың 12 декабрендә Лыткарино ҡалаһы музыка мәктәбенең концерт залында мәктәпкә нигеҙ һалған һәм уның беренсе директоры булған Халик Шакир улы Заимов иҫтәлегенә концерт була[3].
  • 2009 йылдың 29 октябрендә Силәбе өлкәһенең Султай ауылында, башҡорт композиторы Халик Заимовтың тыуған ерендә, музыкант тыуған йортта мемориаль таҡтаташ асыла. Шулай уҡ Султай мәктәбенә уның исемен биреү һәм мәктәп бинаһы алдына композиторҙың бюсын ҡуйыу планлаштырыла[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]