Зайкин Алексей Данилович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ҡалып:ФИО

Зайкин Алексей Данилович
Тыуған көнө:

30 март 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй, Данковский район[d], Баловнёвский сельсовет[d], Зашево[d]

Вафат булыу көнө:

7 декабрь 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Мәскәү ҡалаһы

Гражданлығы:

Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй

Эшләгән урыны:

М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты

Зайкин Алексей Данилович (1924 йылдың 30 мартында, Зашево ауылы, Данковский районы, Рязань өлкәһе — 7 декабрь, 2002, Мәскәү) — юрист, эш хаҡы һәм пенсия менән тәьмин итеүҙең совет хоҡуҡи көйләү проблемалары буйынса белгес; Мәскәү юридик институтын тамамлаған (1950); юридик фәндәр докторы (1974), Мәскәү дәүләт университетының юридик факультетындаға хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы мөдире, профессоры, (1976); РФ атҡаҙанған юрисы (1984). I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (1985), (1947).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1924 йылдың 30 мартында Рязань өлкәһенең Зашево ауылында тыуған. Зайкин Алексей , Икенсе донъя һуғышында, 1940 йылда, 2-се Мәскәү артиллерия махсус мәктәбенә уҡырға инә унда «төрлө яҡлы белем» ала, хатта сит ил теле курсында уҡый. Урта белем алғандан һуң, ул Сумы артиллерия училищеһында курсант булып китә. 1944 йылдың декабрендә РККА-ға ебәрелә : ут взводы командиры вазифаһын биләй; 1-се Белорус фронты частарында Польшала һуғыша. 1945 йылдың 18 апреленән алып Берлин ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа ҡатнаша һәм уның аяғы ҡаты яралана. Хәрби хеҙмәте өсөн орден һәм миҙалдар менән, шул иҫәптән Ватан һуғышы ордены (I һәм II дәрәжә), «Германияны еңгән өсөн» һәм «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән.

1946-1950-се йылдарҙа Зайкин Мәскәү юридик институтында уҡый.1953 йылда уны тамамлай һәм «Системы заработной платы в промышленности по советскому трудовому праву» темаһына диссертация яҡлай һәм юридик фәндәр кандидаты була. Һуңынан ул ошо институттың хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы уҡытыусыһы була. 1954 йылда институт М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының юридик факультеты менән берләшкәлеге арҡаһында Мәскәү дәүләт университетының хеҙмәт хоҡуғы кафедраһында уҡыта башлай.

1974 йылдың 12 мартында Зайкин профессор Николай Александрович үлеменән һуң кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы була. 1976 йылда Алексей Данилович Зайкин юридик фәндәр докторына әүерелә — ул «Правоотношения в пенсионном обеспечении в СССР» темаһына уңышлы рәүештә докторлыҡ диссертацияһы яҡлай . 1976 йылдан алып 2002 йылдың декабренә тиклемге осорҙа, тәүҙә СССР-ҙа, ә аҙаҡтан Рәсәйҙә ошо уҡ юғары уҡыу йортонда хеҙмәт хоҡуғы кафедраһы мөдире вазифаһын биләй.

А. Д. Зайкин 1955—1962 йылдарҙа мәскәү университетының Бөтә союз профессиональ союздар үҙәк советы (ВЦСПС) рәйесе һәм ВЦСПС-тың хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса комиссияһының ағзаһы була.

Зайкин совет осоронда закон проекты эшендә: 1970 йылда СССР Юғары Советы Президиумы янындағы юридик бүлек составында СССР-ҙың һәм айырым союз республикаларының хеҙмәт закондары нигеҙҙәрен төҙөүҙә ҡатнаша. Үҙенең фәнни-педагогик һәм йәмәғәт эштәре өсөн Зайкин А. Д. 1961 йылда «Почет Билдәһе» ордены; 1980 йылда ул «Халыҡтар Дуҫлығы» ордены менән бүләкләнә 1984 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы була; 2002 йылдың 7 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

Эштәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

А. Д. Зайкин 120-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы һәм авторҙашы булып тора; СССР суд органдары һәм профсоюз органдарының практикаһын дөйөмләштереү менән әүҙем шөғөлләнә.

  • «Трудовые права молодёжи» (соавт., 1977)
  • «Участие трудовых коллективов в управлении производством» (соавт., 1980)
  • «Российское трудовое право» (соавт., 1999)
  • «Основы трудового законодательства СССР» (соавт., 1978)
  • «Советское право социального обеспечения» (соавт., 1982)
  • «Трудовой договор. Контракт» (1995)
  • «Практикум по российскому трудовому праву» (соавт., 1999)
  • «Экономико-правовое регулирование труда и заработной платы» (соавт., 1999)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зайкин Алексей Данилович. Летопись Московского университета, Аналитическая служба МГУ имени М. В. Ломоносова. 13 ноябрь 2019 тикшерелгән.