Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сәлих Насретдин улы
Зәйнәғәбдинов
Эшмәкәрлек төрө:

хужалыҡ эшмәкәре

Тыуған көнө:

15 август 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (88 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Мәләүез районы Әлмәкәй утары

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Рәсәй

Ҡатыны:

Маһира Талип ҡыҙы

Награда һәм премиялары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Зәйнәғәбдинов Сәлих Насретдин улы (15 август 1931 йыл) — хеҙмәт ветераны. 1959—1985 йылдарҙа Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхоз рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1997).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сәлих Насретдин улы Зәйнәғәбдинов 1931 йылдың 15 авгусында БАССР-ҙың Мәләүез районы Әлмәкәй утарында тыуған.
  • 1970 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтытын тамамлай.
  • 1957 йылдан алып Мәләүез районының В. И. Ленин исемендәге колхозында эшләй.
  • 1959 йылдан башлап шул уҡ хужалыҡта рәйес.
  • 1985—1998 йылдарҙа Мәләүез районы әҙерләүҙәр һәм ауыл хужалығы продукцияһы сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы.

С. Н. Зәйнәғәбдинов етәкселегендә В. И. Ленин исемендәге колхоз етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген культураларының уңдырышлылығы — гектарынан 20 центнер, көнбағыштыҡы (орлоғо) — гектарынан 14 центнер; бер һыйырҙан ураса йыллыҡ һауым — 2780 кг; дәүләткә иген һатыу — 3760 тонна; ит 260 тонна тәшкил итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • М. А. Агафонов. Аромат хлеба // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Социалистического Труда. — Уфа, 1973;
  • Герои труда. — Уфа, 2011.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]