Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1911
Тыуған урыны Ҡараҡашлы, Дүртөйлө ауыл Советы (Шаран районы), Шаран районы, СССР
Вафат булған көнө 15 февраль 1945({{padleft:1945|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Вафат булған урыны Польша
Хәрби звание өлкән сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы (1911 йыл — 15 февраль 1945 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты[1][2][3].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зайнагов Ғәзим Ғәрәф улы 1911 йылда Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Дүртөйлө ауыл Советы Ҡараҡашлы ауылында тыуған[1][4]. Ҡыҙыл Армияға 1943 йылда Шаран район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла[1][2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы гвардия кавалерия полкында ат ҡараусы, мина килтереп тороусы, элемтә бүлеге командиры була[2].

1944 йылдың 10 июнендә «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 19.09.1943, Приказ №: 25/н, 10.06.1944, 60 гв. кп 16 гв. кд), 1945 йылдың 14 февралендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (батырлыҡ күрһәткән көндәре: 18.01.1945, Приказ №: 4/н, 14.02.1945, 60 гв. кп 16 гв. кд) менән бүләкләнә[1][2].

1945 йылдың 15 февралендә яуҙа һәләк була, Польшаның Ще́цинский воеводствоһы Арнсвальде районы, Райхенбах ауылында ерләнгән[1][2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (14.02.1945).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]