Эстәлеккә күсергә

Зайниев Гельсий Зайниевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зайниев Гельсий Зайниевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 8 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (86 йәш)
Тыуған урыны Иҫке Ҡолсобай, Тымбай ауыл Советы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө журналист, тәржемәсе, тыуған яҡты өйрәнеүсе, яҙыусы
Уҡыу йорто Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Зайниев Гельсий Зайниевич (8 ғинуар 1940 йыл) — журналист, әҙәбиәт белгесе, тәржемәсе. 1967 йылдан Йошкар-Ола ҡалаһында нәшер ителгән «Марий коммуна» («Мари коммунаһы») гәзите хеҙмәткәре, 1971 йылдан — бүлек мөдире, 1975 йылдан — яуаплы секретарь; 1991 йылдан «Кече» («Кесе») журналының, 1993—2005 йылдарҙа «Ончыко» («Алға») журналының баш мөхәррир урынбаҫары. Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1978). Марий-Эл Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2005), М. А. Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте премияһы (2002) лауреаты.

Гельсий Зайниевич Зайниев 1940 йылдың 8 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған. 1956 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң ике йыл Бөрө медицина училищеһында уҡып, фельдшер һөнәрен ала. Мишкә районының Сосновка ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире булып эшләй[1]. 1959—1962 йылдарҙа Совет Армияһы сафында Венгрияла хеҙмәт итә. Артабан Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетында уҡый, уны 1967 йылда отличие менән тамамлай[2].

Урта мәктәптә уҡыған сағында уҡ Гельсий район гәзитенең ауыл хәбәрсеһе була, шиғырҙар һәм мәҡәләләр баҫтыра. Журналист эшмәкәрлеге «Марий коммуна» (хәҙер «Марий Эл») гәзите редакцияһында башлана, унда 23 йылдан ашыу эшләй. Әҙәби хеҙмәткәр (корреспондент), мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, яуаплы секретарь, тәржемәсе вазифаһын башҡара. Һуңынан өс йыл тиерлек «Кече» журналында баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй. 1993 йылдың декабренән 2005 йылдың мартына тиклем Гельсий Зайниевич «Ончико» (Верёд) журналының бүлек мөхәррире. 1993 йылдың ғинуарынан 2004 йылдың июленә тиклем «Кугарня» (Пятница) гәзитенең күҙәтеүсеһе[2].

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Марий коммуна» гәзите редакцияһының мәҙәниәт бүлегендә эшләгәндә, Г. Зәйниев очерктар, яңы китаптарға һәм спектаклдәргә рецензиялар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең ижади портреттарын яҙа. Бер үк ваҡытта үткән йылдарҙағы онотолған һәм аҙ билдәле әҙәбиәтселәр, күренекле мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, совет киноһында мари тематикаһының сағылышы тураһында материалдар йыя. Мәҡәләләре бер нисә псевдоним аҫтында баҫыла: Чокмар, Г. Инин, И. Ванаев, И. Сергеев, Мух. Тар[1].

Г. З. Зайниев «Марий АССР-ы яҙыусылары» (1988), «Марий Эл яҙыусылары» (2020) белешмәләрен, «Кто есть кто в Марий Эл» (2002) биографик һүҙлеге-белешмәһен, «Марий биографик энциклопедияһы» (2009, 2017) баҫтырыуға әҙерләүҙә әүҙем ҡатнаша. Йыл һайын С. Г. Чавайна исемендәге Милли китапхана баҫтырып сығарған «Марий Эл: ваҡыт, ваҡиғалар, кешеләр» календарын әҙерләүҙә ҡатнаша. Зайниев 60 йыл элек юғалған тип иҫәпләнгән С. Чавай, Шабдар Осип һәм Олық Ипай яҙған «Чоткар патыр мур» («Чоткар батыр тураһында йыр») исемле эпик поэманы таба[2].

Мари телендә төрлө йылдарҙа ижад иткән «Бөтмәҫ эҙҙәр» (1987), «Тормош йыры» (2006) китаптарына тыуған яҡты өйрәнеүгә арналған әҙәби очерктар, мари мәҙәниәте, әҙәбиәте эшмәкәрҙәренең тормошо һәм ижады тураһында мәҡәләләр ингән. «Көнсығыш шишмәләре» (2001), «Таң иле» (2004), «Молох» (2013) китаптары Башҡортостанда тыуып үҫкән көнсығыш мариҙарына арналған. Тәржемә өлкәһендә лә әүҙем эшләй[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мари АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)[3]
  • СССР-ҙың матбуғат отличнигы (1978)[3]
  • Марий-Эл Республикаһының әҙәбиәт өлкәһендәге С. Чавайн исемендәге дәүләт премияһы (2005)[3]
  • М. А. Кастрен фин мәҙәни йәмғиәте премияһы (2002) лауреаты[3]
  1. 1 2 Гельсий Зайниев, 15mishcbs.ru. 21 май 2025 тикшерелгән.
  2. 1 2 3 Журналист-профессионал Гельсий Зайниев, ., nbmariel.ru (29 октябрь 2024). 21 май 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 3 4 5 Абдрахманова Л. Н.. Зайниев Гельсий Зайниевич, Башҡорт энциклопедияһы (10 октябрь 2018). 21 май 2025 тикшерелгән.