Зайцева Людмила Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зайцева Людмила Васильевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 июль 1946({{padleft:1946|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (74 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Краснодар крайы, Усть-Лабинский район[d], Суворовское[d]
Һөнәр төрө актёр, кино актёры
Уҡыу йорто Театральный институт имени Бориса Щукина[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Государственная премия СССР РСФСР-ҙың халыҡ артисы РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы

Зайцева Людмила Васильевна (тыуған 21 июль 1946 йыл, утар Көнсығыш, Усть-адыгей республикаһы, Краснодар крайы Усть-Лабинский районының Восточный утары, СССР) — совет һәм рәсәй актрисаһы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1983). РРСФСР-ҙың халыҡ артисы (1989).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Людмила Зайцева Краснодар крайы Усть-Лабинский районының Восточный утарында 1946 йылдың 21 июлендә тыуған[2]. Әсәһе Ольга Ильинична ҡыҙын бер үҙе тәрбиәләй. Людмила Зайцева актёр һөнәре хаҡында бала саҡтан уҡ хыяллана. Теләген тормошҡа ашырыу өсөн Мәскәүгә күсеп килә һәм МХАТ мәктәп-студияһына уҡырға инергә була. Өс уңышһыҙ ынтылыштан һуң, шулар араһындағы арауыҡта Зайцева лаборантка, штукатур, йыйыштырыусы булып эшләй, шулай уҡ 1965—1966 йылдарҙа «Рязань йәш тамашасы театры»ның ярҙамсы составына инә, артабан 1970 йылда Щукинский училищеһын тамамлай[3][4].

1976 йылдан алып — киноактёрҙар театр-студияһында эшләй.

Зайцева Людмила тәүге тапҡыр үҙенең эпизодик ролен Андрей Кончаловскийҙың «Ася Клячина, которая любила, да не вышла замуж» фильмында уйнай. Зайцева беренсе тапҡыр төп ролдә Виталий Мельниковтың «Здравствуй и прощай» (1972) кинофильмында уйнай. Шул уҡ 1972 йылда фильм «А зори здесь тихие» фильмында икенсе пландағы, әммә бик сағыу, иҫтә ҡалған ролен: взвод командиры сержант Кирьянова ролен — башҡара. Василий Шукшиндың хикәйәләре буйынса төшөрөлгән «Праздники детства» (1982) фильмындағы роле өсөн СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була. Билдәле башҡа ролдәре араһында — ролде Пелагея картина «Кадкина всякий знает», фильмындағы Пелагея роле, «Дождь в чужом городе», «Затерянные в песках» картиналарындағы төп ролдәр, «Маленькая Вера» картинаһындағы төп героиняның әсәһе роле була.

Үҙгәртеп ҡороу аҙағындағы йылдарҙа Людмила Зайцева кинола бөтөнлә төшмәй тиерлек, бары тик һуңғы бер нисә йылда ғына ул киноэкрандарға кире ҡайта. 1997 йылда Виталий Мельниковтың «Царевич Алексей» драмаһында Лопухина Евдокия ролен ҙур уңыш менән уйнай, ә һуңынан Светлана Дружининаның «Тайны дворцовых переворотов» сериалында Екатерина Иоанновна ролен уңышлы башҡара.

1996 йылда РФ Президенты һайлауҙарында Геннадий Зюгановтың ышаныслы кеше булып, ил буйынса һайлау кампанияһы сиктәрендә концерт бригадалары менән йөрөй.

2013 йылда РФ Юғары Советын һәм Рәсәй Халыҡ депутаттарын атыуҙың 20 йыллығына арналған иҫтәлекле сараларҙы Ойоштороу һәм үткәреү комитеты рәйестәше була[5].

Ире кинорежиссёр, сценарист Геннадий Воронин менән 30 йылдан ашыу йәшәй. 2011 йылда тол ҡала. Ҡыҙы — актриса, Василиса Воронина.

Танылыу һәм наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бөтә союз кинофестивале лауреаты «Воскресная ночь» фильмы өсөн(1977).
  • СССР Дәүләт премияһы (1983), Попова Мария роле өсөн («Праздники детства» фильмында)
  • А. Довженко исемендәге көмөш миҙал лауреаты (1986, «Говорит Москва» фильмында ҡатнашыу өсөн).
  • Рсфср-ҙың атҡаҙанған артисы (25.02.1980)
  • РСФСР-ҙың халыҡ артисы (10.07.1989)

Фильмографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1972 — Печки-лавочки — Людмила, сестра Ивана Расторгуева
  • 1972 — Здравствуй и прощай (фильм) — Александра Тимофеевна Ярмолюк
  • 1972 — А зори здесь тихие (фильм) — сержант Кирьянова
  • 1973 — Цемент (фильм)— Даша Чумалова
  • 1973]] — По собственному желанию (фильм)
  • 1974 — Москва, любовь моя — медсестра
  • 1974 — Ливень (фильм) — Павла
  • 1974 — Ксения, любимая жена Фёдора(фильм) — Валентина
  • 1974 — Второе дыхание (фильм) — Татьяна
  • 1976 — Строговы (фильм) — Анна Строгова
  • 1976 — Кадкина всякий знает (фильм) — Пелагея Кадкина
  • 1976 — Долги наши — Тоня
  • 1976 — Двадцать дней без войны — Лидия Андреевна, актриса
  • 1977 — Побег из тюрьмы (фильм) — Капитолина
  • 1977 — По семейным обстоятельствам — обменщица с больным мужем
  • 1977 — Журавль в небе (фильм) — Лиза
  • 1977 — Воскресная ночь (фильм) — Зубрич Нина Антоновна
  • 1978 — Проводы (фильм)
  • 1978 — В день праздника — Зинаида
  • 1979 — По следу властелина (фильм) — Татьяна
  • 1979 — Дождь в чужом городе (фильм) — Кира Андреевна
  • 1980 — Рассказ неизвестного человека (фильм) — Полина, горничная
  • 1981 — Хочу, чтоб он пришёл (фильм) — Мать Витьки
  • 1981 — Праздники детства (фильм) — Мария Сергеевна Попова
  • 1982 — Остановился поезд— Тимонина
  • 1981 — Транзит (фильм) — Клавдия
  • 1983 — Ураган приходит неожиданно (фильм) — Березина
  • 1983 — Сказка о Звёздном мальчике — крәҫтиән ҡатын
  • 1984 — Я за тебя отвечаю (фильм) — Анна Антонова
  • 1984 — Лев Толстой (фильм)
  • 1984 — Затерянные в песках (фильм) — Хужабикә
  • 1985 — Город невест (фильм) — Одинцова
  • 1986 — Завещание (фильм) — Серафима Евгеньевна
  • 1986 — Говорит Москва (фильм) — Любовь Борисова, председатель райисполкома
  • 1988 — Маленькая Вера — мать Веры
  • 1990 — Сукины дети — Анна Кузьминична
  • 1990 — Мальчики (фильм) — Агафья
  • 1991 — Летучий голландец (фильм) — Марсевна
  • 1993 — Мечты идиота — председатель исполкома
  • 1993 — Маэстро с ниточкой (фильм) — Нюра
  • 1994 — Кодекс молчания 2: След чёрной рыбы
  • 1997 — Царевич Алексей (фильм) — батшабикә Евдокия Лопухина
  • 1997 — На заре туманной юности (фильм) — Пелагея Ивановна Кольцова
  • 20002008 — Тайны дворцовых переворотов — Екатерина Иоанновна Мекленбургская
  • 2001 — Саломея (сериал) — Фёкла Семёновна Захолустьева
  • 2001 — На полпути в Париж (фильм) — Пелагея
  • 2003 — Сель (фильм)
  • 2003 — Оперативный псевдоним (фильм) — Марья Петровна
  • 2004 — Даша Васильева. Любительница частного сыска (2-се миҙгел, эпизод «Жена моего мужа»)
  • 2004 — Красная площадь (телесериал) — Вера Петровна Цвигун, вСемён Цвигундың тол ҡатыны
  • 2007 — Агитбригада «Бей врага!» — Устинья Гавриловна
  • 2008 — Позвони в мою дверь (фильм) — әсә
  • 2008 — Знахарь (телесериал) — Меланья
  • 2008 — Мой осенний блюз (фильм) — Галя
  • 2008 — Ласковый май (фильм) — Андрей Разиндың өләсәһе
  • 2015 — Тихий Дон (телесериал — Василиса Ильинична Мелехова, Григорийҙың әсәһе

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәләләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]