Зайцев Вячеслав Кондратьевич
Зайцев Вячеслав Кондратьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1917 |
Тыуған урыны | Охлебин, Иглин районы |
Вафат булған көнө | 19 апрель 1992 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Владимир, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Улыбышево[d] |
Һөнәр төрө | учёный-литературовед, тәржемәсе |
Эш урыны | Институт литературы имени Янки Купалы[d] |
Уҡыу йорто | филологический факультет СПбГУ[d] |
Ғилми дәрәжә | филология фәндәре кандидаты[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Зайцев Вячеслав Кондратьевич (18 сентябрь 1917 йыл, Охлебин ауылы, хәҙерге Иглин районы Башҡортостан Республикаһы — 19 апрель 1992 йыл, Владимир) — Рәсәй филологы, тәржемәсе һәм публицист.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө механика техникумын тамамлай (1935), Өфө нефть эшкәртеү заводында инженер булып эшләй, һуңынан 1946 йылға тиклем Алыҫ Көнсығыш флотында хеҙмәт итә. Ленинград университетының славян филологияһы факультетына уҡырға инә. 1951 йылда уны тамамлай. Филология фәндәре кандидаты (1954). Университетта уҡыта, иртә көньяҡ-славян әҙәбиәтен өйрәнеү менән шөғөлләнә.
Е. Гапова иҫтәлектәренә ярашлы, ҡатыны менән айырылышыу һәм студент ҡыҙға өйләнеү менән бәйле, уға Ленинград университетынан китергә тура килә, һәм ул 1964 йылда Минск ҡалаһына күсеп бара[1]. БССР Фәндәр академияһының әҙәбиәт институтында эшләй. Иван Гундуличтың «Осман» поэмаһын һәм «Между Львом и Драконом. Дубровницкое Возрождение и эпическая поэма Ивана Гундулича „Осман“» монографияһын тәржемә итеп (1969 йылда икеһен лә айырым баҫма итеп) баҫтыра. Шул уҡ ваҡытта белорус һөйләшен өйрәнеү буйынса эштәр башлай. 1970 йылда «Франциск Скорина и гуманистическая мысль в Белоруссии XV—XVI вв.» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡларға әҙерләнә.
Бер үк ваҡытта 1967 йылда «Байкал» журналында (№ 5, 6, 7) «Боги приходят из космоса» мәҡәләһен баҫтыра, унда Ғайса пәйғәмбәрҙең сит планетанан килеп сығыу мөмкинлеген яҡлай, Вифлеем йондоҙо йыһан карабы булған тип фараз итә һ. б. Зайцев тарафынан был гипотезаны яҡлап әйтелгән бер нисә һөйләм, оҡшаш идеяларға арналған «Воспоминания о будущем» исемле фильмгә ингән.
Зайцевтың был сығыштары рәсми матбуғатта киҫкен реакция тыуҙыра[2]. Зайцев докторлыҡ диссертацияһын яҡлай алмай. 1974 йылда ул протест йөҙөнән КПСС-тан сыға, әҙәбиәт институтынан ҡыуыла.
Р. К. Баландин яҙыуынса, Зайцев бер нәмәгә ҡарамаҫтан, «пәйғәмбәр батырлығы менән, рәсми идеология һәм сиркәү тәғлимәтенән ҡырҡа айырылып торған үҙенең фетнәсел идеяларын яҡлай, <…> 1980 йылдың аҙағында СССР-ҙың тарҡалыуын һәм артабанғы ахыры заманды юрап, ирекле һәм ҡыйыу сығыш яһауын дауам итә.
1978 йылдың ноябрендә Дәүләт именлеге комитеты уны ҡулға ала һәмпсихиатрия экспертизаһына ебәрә. 1979 йылдың мартында Мәскәүҙә Сербский исемендәге Суд психиатрияһы институты эксперттары ҡарары менән Зайцевҡа «шизофрения» диагнозы ҡуйыла. 1979 йылдың июнь айында БССР Юғары суды уны Ҡаҙан махсуслаштырылған психиатрия дауаханаһына мәжбүри психик дауаланыуға ебәрә. 1982 йылдың ғинуарында азат ителә.