Закиров Ринат Закир улы
Закиров Ринат Закир улы | |
Гражданлығы |
![]() |
---|---|
Тыуған көнө | 7 июль 1947 (73 йәш) |
Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Тәтешле районы |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Закиров Ринат Закир улы (рус. Закиров Ринат Закирович) — 7 июль, 1947) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, финанс эшмәкәре, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советы халыҡ депутаты. Милләте — башҡорт[1]
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ринат Закир улы Закиров 1947 йылдың 7 июлендә БАССР-ҙың Тәтешле районында Кәлтәй ауылында донъяға килгән.
1978 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
1984 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.
1995 йылда ситтән тороп Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади институты дипломы алған.
1964 йылда хеҙмәт юлын Урал вагон эшләү заводында токарь булып башлаған.
1978-1984 йылдарҙа — Тәтешле районы ауыл хужалығы идаралығында зоотехник, колхоз рәйесе.
1984-1991 йылдарҙа — КПСС-тың Тәтешле район комитетының — икенсе, артабан беренсе секретары булып эшләй.
1991-1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрының беренсе урынбаҫары.
1993-1996 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы милли банкыһы рәйесенең беренсе урынбаҫары
1996 йылдан — Башҡортостан сәнәғәт банкыһы вице-президенты.
1997 йылдан — Иглин хисаплашыу-касса үҙәге начальнигы.
1997 — 2009 йылдарҙа — Хакасия Республикаһының милли банкыһы рәйесе.
2009 — 2014 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы милли банкыһы рәйесе урынбаҫары.
2014 йылдың сентябренән алып — Рәсәй Банкы Урал Дәүләт идаралығы Башҡортостан Республикаһы буйынса милли банкыһының бүлексә идарасыһы урынбаҫары[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советына Тәтешле районы, 254-се Күрҙем һайлау округынан халыҡ депутаты итеп һайланған[3]
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының II дәрәжә миҙалы, 2008
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1991
- «Халыҡтар дуҫлығы» ордены (Башҡортостан), 2017.
- «Рәсәй банкы алдынғыһы», 2014[4]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Закиров Ринат Закирович
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.
- ↑ Закиров Ринат Закирович
Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 95.