Шакиров Закир Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Закир Шакир улы Шакиров битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Закир Шакир улы Шакиров
башҡ. Зәкир Шәкир улы Шәкиров
Zakir Shakirov.jpg
лингвист
Тыуған көнө:

16 ноябрь 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы) Ҡарасайылға ауылы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Вафат булған көнө:

7 декабрь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (89 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы

Награда һәм премиялары:
Ленин ордены — 1954 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1944

Закир Шакир улы Шакиров (16 ноябрь 18817 декабрь 1970) — күренекле башҡорт телсеһе, педагог. Ленин (1954) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944) ордендары кавалеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Закир Шакиров 1881 йылдың 16 ноябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Кушнаренко районы) Ҡарасайылға ауылында тыуған.

1902 йылда Ҡазан ҡалаһында «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһен, ә 1915 йылда Л. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү халыҡ институтын тамамлаған. Өфө губернаһы Земство идаралығының мәғариф бүлегендә милли мәктәптәр инспекторы, Өфө ҡалаһында башҡорт-татар мәктәбенең директоры булып эшләгән. 1932 йылдан К. А. Тимирязов исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында ғәрәп телен, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы мөдире эшен алып бара. Бер үк ваҡытта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһын да башҡара.

СССР Фәндәр Академияһы ойошторған халыҡ ижадын, башҡорт халҡының йәнле һөйләү телен өйрәнеү буйынса комплекслы экспедицияларҙа ҡатнаша, мәктәп уҡыусылары һәм өлкәндәр, хөкүмәт органдарында эшләүселәр өсөн дәреслектәр, ҡулланмалар һәм программалар төҙөй. Ике, өс телле һәм термиопологик һүҙлектәр төҙөүҙә өүҙем ҡатнаша.

3. Ш. Шакиров 40-тан артыҡ фәнни хеҙмәт авторы. Ленин, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рахматуллина З. Р. Вся жизнь — служение народу // Башкортостан в ХХ столетии: исторические портреты. — Уфа : Гилем, 2006. — С. 50—56.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]