Залениеки (усадьба)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Залениеки
эст. Zaļenieki mõis
Нигеҙләү датаһы XVIII быуат[1]
Рәсем
Дәүләт  Латвия
Административ-территориаль берәмек Залениеки[d][1]
Әҫәр заказсыһы Эрнст Иоганн Бирон[d]
Архитектор Франческо Растрелли[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Jelgava Municipality[d]
Мираҫ статусы национальный архитектурный памятник Латвии[d][1]
Рәсми сайт zav.lv
Указания, как добраться Zaļenieku muižā[1]
Карта
 Залениеки Викимилектә


Залениеки (лит. Zaļenieki) йәки Грюнхоф (нем. Grünhof, йәшел урам) — Курляндия герцогтарының һунар һарайы. Һарай киң пейзаж паркында (парк 27 гектар майҙанды биләй), Латвия Залениеки улусының Залениеки ауылында урынлашҡан. Илдә классицизм архитектураһының беренсе ҡомартҡыһы.

Курляндияның тәүге герцогынан башлап был дәүләттең барлыҡ хакимдары Залениекиға һунарға сығыуҙы хуп күрә. 1766 йылда Эрнст Иоганн Бирон монарх һәм уның яҡындары һунар мәрәкәһендә йөрөгәндән һуң ял итерлек һарай төҙөргә бойора. Һарай төҙөлөшөн хаким йорто төҙөүсеһе Северин Йенсен 1768—1775 йылдарҙа башҡара.

Ошо йылдара Курляндияла данлыҡлы Растрелли булғанлыҡтан, сәнғәт белгесе Борис Виппер, Растереллиҙың Бирон өсөн Грюнфоф һәм Свэтхоф һарайҙарын төҙөү проектында ҡатнашыуы ихтимал, тип фараз ҡыла. Уның һүҙҙәре буйынса, «Грюнхоф, үҙенең ҡеүәтле массаһы һәм икеләтә көслө итеп һалынған колонналары менән Растрелли проектлаған Строганов һарайына оҡшаш…»[2]. Сәнғәт белгесе, ҡыйыҡ мансардаһын Йенсен алмаштырған, тип иҫәпләй.

Польшаны өсөнсө тапҡыр бүлгәндән һуң, император Павел Митава тирәһендәге һунар биләмәһен һәм һунар һарайын үҙенең ҡәйнеше Александрға бүләк итә. 1850 йылдан һуң Грюнхофтың хужалары булып остзей дворяндары — Шепинг, Ливен, Медема ғаиләләре — тора. Һарайҙың интерьеры 1866—1868 йылдарҙа тулыһынса реконструкциялана. Һуңғы реставрация ваҡытында тикшеренеүселәр XVIII быуат һүрәттәренең ҡалдыҡтары эҙҙәрен асыҡлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Latvijas Vēstnesis (латыш.)Latvijas Vēstnesis, 1993.
  2. Б. Р. Виппер. Архитектура русского барокко. — М.: Наука, 1978. — С. 90—91.